Ярославль дәүләт университеты
П. Г. Демидов исемендәге Ярославль дәүләт университеты (рус. ЯрГУ им. П. Г. Демидова, шулай уҡ Демидов университеты булараҡ та билдәле) — Үрге Волга төбәгенең Ярославльҡалаһында урынлашҡан дәүләт юғары уҡыу йорто. Демидов университеты — Ярославлдең боронғо юғары уҡыу йорто, ул 1803 йылда нигеҙ һалынған Демидов юридик лицейының һәм Ярославль дәүләт университетының (1918—1924) вариҫы булып тора. 1970 йылда ҡабаттан асыла[⇨]. 2017 йылдың апрелендә терәк төбәк университеттарының береһе була[3].
П. Г. Демидов исемендәге Ярославль дәүләт университетында 10 факультет һәм университет колледжы бар[⇨], унда 70 һөнәри йүнәлеш буйынса 7 000-дән ашыу студент һәм уҡыусы уҡый[4]. 2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы вуздар исемлегендә вузға «Е» рейтинг класын бирә. Ярославль дәүләт университеты илдең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә.
Тарихы
Иртә тарихы
Ярославль дәүләт университетының йәше 1803 йылдан, П. Г. Демидов күсергән хәйриә аҡсаларына Ярославль юғары фәндәр училищеһы — һуңынан Демидов юридик лицейына әйләндерелә — төҙөлгәндән алып һанала.
1919 йылдың 21 ғинуарында В. И. Ленин ҡул декрет ҡа ҡул ҡуя, унда түбәндәгеләр белдерелә:
В ознаменование Октябрьской революции 1917 г, раскрепостившей трудящиеся массы от политического, экономического и духовного гнета со стороны имущих классов и открывшей им широкие пути к источникам знания и культуры, учредить государственные университеты в городах Костроме, Смоленске, Астрахани и Тамбове и преобразовать в государственные университеты бывшие Демидовский юридический лицей в Ярославле и педагогический институт в Самаре. Сроком открытия университетов считать день первой годовщины Октябрьской революции — 7 ноября 1918 г.
1924 йылда илдәге финанс ауырлыҡтары арҡаһында, "юғары уҡыу йорттары селтәрен дөйөм көйләү"гә бәйле, университет ябыла.
Хәҙерге тарих
Университет 1970 йылда, В. И. Леннидың тыуыуына 100 йыл тулғанда, КПСС-тың Ярославль өлкә комитетының беренсе секретары Ф. И. Лощенков инициативаһы буйынса ҡабаттан асыла. 1970 йылдың ғинуарында университетҡа ҡаланың үҙәгендәге технология институтының бинаһын бирәләр, ул төп корпус булып китә. Шулай уҡ ҡала үҙәгендә уҡыу һәм китапхана өсөн икенсе бинаны — Пирогов исемендәге 34-се мәктәп бинаһын бирәләр. КПСС өлкә комитетының 1969 йылдың декабрендә ҡабул ителгән ҡарары буйынса, ҡабаттан асылған университетының беренсе ректоры Л. В. Сретенский була. 1970 йылда тәүге 300 студент уҡыуға ҡабул ителә.
1995 йылда Ярославль дәүләт университетына ғалим-натуралист һәм меценат П. Г. Демидов исеме бирелә. 2007 йылда университет 20 меңдән ашыу белгес әҙерләй.
Рейтингы
2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы вуздар исемлегендә вузға «Е» рейтинг класын бирә[5].
Факультеттары
1970 йылда ҡабаттан асылған университетта алты һөнәре буйынса уҡыта башлайҙар: физика, математика, бухгалтер иҫәбе, сәнәғәт планлаштырыуы, хоҡуҡ һәм психология[6]. РСФСР юғары һәм махсус урта белем министрының 1970 йылдың 30 декабрендәге 652-се бойороғо менән университет составында ете факультет билдәләнә: математика, физика, биология, иҡтисад, юридик, психологик һәм тарих. Әммә оҙаҡ ваҡыт күп факультеттар ике йәки унан күберәк йәнәш дисциплиналарҙан тора, мәҫәлән, хоҡуҡ һәм психология факультеты (1971 йылға тиклем), тарих һәм хоҡуҡ факультеты (1987 йылға тиклем), биология һәм психология факультетын (1981йылға тиклем), математика һәм физика факультеты (1976 йылға тиклем). Бөгөн Демидов университетында 10 факультет һәм 55 кафедра иҫәпләнә:
{{{1}}}
Кафедралар:
- Анатомия кафедраһы
- Биохимия һәм молекуляр биология кафедраһы
- Ботаника һәм микробиология кафедраһы
- Кафедра Морфология кафедраһы
- Дөйөм һәм биоорганик химия кафедраһы
- Кеше һәм хәйуан физиологияһы кафедраһы
- Экология һәм зоология кафедраһы
2. Информатика һәм иҫәпләү техникаһы факультеты
Кафедралар:
- Иҫәпләү һәм программа системалары кафедраһы
- Дискрет анализ кафедраһы
- Мәғлүмәт һәм селтәр технологиялары кафедраһы
- Компьютер селтәрҙәре кафедраһы
- Теоретик мәғлүмәт кафедраһы
3. Тарих факультеты
Кафедралар:
- Дөйөм тарих кафедраһы
- Урта быуат Ватан һәм яңы тарих кафедраһы
- Яңы һәм хәҙерге тарих кафедраһы
- Хәҙерге Ватан тарихы кафедраһы
- Реклама һәм йәмғиәт менән бәйләнеш кафедраһы
- Төбәкте өйрәнеү һәм туризм кафедраһы
4. Математика факультеты
Кафедралар:
- Дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы
- Математик анализ кафедраһы
- Математик моделләштереү кафедраһы
- Дөйөм математика кафедраһы
- Функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы
- Алгебра һәм математик логика кафедраһы
- Компьютер хәүефһеҙлеге һәм мәғлүмәттәрҙе математик эшкәртеү ысулдары кафедраһы
- Ғәмәли математика һәм информатика кафедраһы
5. Психология факультеты
Кафедралар:
- Дөйөм психология кафедраһы
- Педагогика һәм педагогик психология кафедраһы
- Хеҙмәт психологияһы һәм ойоштороу психологияһы кафедраһы
- Социаль һәм сәйәси психология кафедраһы
- Консультацион психология кафедраһы
6. Социаль-сәйәси фәндәр факультеты
Кафедралар:
- Социаль технологиялар кафедраһы
- Рәсәй тарихы кафедраһы
- Философия һәм культурология кафедраһы
- Иҡтисад теорияһы һәм социаль-иҡтисади сәйәсәт кафедраһы
- Социаль-сәйәси теориялар кафедраһы
- Социология кафедраһы
7. Физика факультет
Кафедралары:
- Дөйөм һәм тәжрибә физикаһы кафедраһы
- Теоретикй физика кафедраһы
- Радиофизика кафедраһы
- Электрон системалар динамикаһы кафедраһы
- Микроэлектроника кафедраһы
- Электроникала нанотехнологиялар кафедраһы
- Радиотехник системалар кафедраһы
- Физик процестарҙы моделләштереү лабораторияһы
8. Филология һәм коммуникациялар факультеты
Кафедралар:
- Сит ил телдәре кафедраһы
- Дөйөм һәм ғәмәли филология кафедраһы
9. Иҡтисад факультеты
Кафедралар:
- Иҡтисади анализ һәм информатика кафедраһы
- Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ кафедраһы
- Финанстар һәм кредит кафедраһы
- Бухгалтер иҫәбе һәм аудит кафедраһы
- Донъя иҡтисады һәм статистика кафедраһы
10. Юридик факультет
Кафедралар:
- Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһы
- Гражданлыҡ хоҡуғы һәм процестар кафедраһы
- Хеҙмәт һәм финанс хоҡуғы кафедраһы
- Социаль һәм ғаилә ҡануниәте кафедраһы
- Енәйәт хоҡуғы һәм криминология кафедраһы
- Енәйәт процесы һәм криминалистика кафедраһы
Шулай уҡ университеты колледжы инә.
Башҡа структура подразделениелары
- Фәнни китапхана
- Сит ил телдәре кафедраһы
- Халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге
- Эшкә урынлаштырыу үҙәге
- Яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәге
- Техник үҙәк
- «Интернет» үҙәге
- Медиа лаборатория
- Университет телевидениеһы үҙәге
- Фәнни ҡорамалдар менән коллектив ҡулланыу үҙәге
Биналары
| Корпус | Адресы | Нимә урынлашҡан | Координаталар | Фотоһүрәттәр |
|---|---|---|---|---|
| I | Совет урамы, 14 | Хакимиәте һәм Физик факультет | 57°37′58″ с. ш. 39°53′14″ в. д.GЯO | |
| II | Киров урамы, 8/10 | Физика факультеты һәм ҡабул итеү комиссияһы | 57°37′35″ с. ш. 39°53′23″ в. д.GЯO | |
| III | Совет урамы, 10 | Тарих факультеты һәм социаль-сәйәси фәндәр факультеты | 57°37′52″ с. ш. 39°53′25″ в. д.GЯO | |
| IV | Матросов үткәүеле, 9 | Психология факультеты, Биологияһы һәм экологияһы факультеты | 57°34′27″ с. ш. 39°51′26″ в. д.GЯO | |
| V | Октябрь проспекты, 17г | Физика факультеты һәм Ғилми лабораториялар | 57°37′58″ с. ш. 39°52′37″ в. д.GЯO | |
| VI | Комсомол урамы, 3 | Иҡтисад факультеты | 57°37′30″ с. ш. 39°53′04″ в. д.GЯO | |
| VII | Союз урамы, 144 | ИТВ факультеты һәм Математика факультеты | 57°37′18″ с. ш. 39°55′33″ в. д.GЯO | |
| VIII | Собинов урамы, 36а | Юридик факультет | 57°37′34″ с. ш. 39°52′51″ в. д.GЯO | |
| IX | Азатлыҡ урамы, 46 | Филология һәм коммуникациялар факультеты | ||
| Университет колледжы | Слепнев урамы, 14б | Университет колледжы | ||
| Китапхана | Полушкин урманы урамы, 1 | Китапхана һәм спорт залы | 57°38′43″ с. ш. 39°52′37″ в. д.GЯO |
Ректорҙары
- Сретенский Лев Владимирович — 1970—1983
- Миронов Герман Севирович — 1983—2005
- Русаков Александр Ильич — 2005 йылдан хәҙерге ваҡытҡаса
Билдәле тамамлаусылар һәм студенттар
- Верховцев Юрий Валентинович (Смоленск һәм Ярославль өлкәләренең экс-прокуроры)
- Мизулина Елена Борисовна (дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты)
- Урлашов Евгений Робертович (Ярославль мэры) 1998 йылда тамамлай
- Рудкин Юрий Дмитриевич (юридик һәм сәйәси эшмәкәр).
- Дружинин Владимир Николаевич (психолог)
- Иерусалимский Юрий Юрьевич (тарихсы, 1981 йылда тамамлай)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ Единый государственный реестр юридических лиц
- ↑ Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета // Интерфакс, 18.04.2017
- ↑ О ЯрГУ // Официальный сайт ЯрГУ им. Демидова
- ↑ Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
- ↑ История Демидовского университета // Официальный сайт ЯрГУ им. П. Г. Демидова 2014 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Ярославский государственный университет // Шервуд — Яя. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 781. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 35). — ISBN 978-5-85270-373-6.
- Имени Демидова: Ярославский университет в его прошлом и настоящем. — Ярославль: 1995.
Һылтанмалар
- Официальный сайт
- Ярославский государственный университет им. П. Г. Демидова. Федеральный портал «Российское образование»