Баязитов Сынтимер Биктимер улы
Баязитов Сынтимер Биктимер улы (рус. Баязитов Сынтимир Биктимирович; 13 июнь 1965 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. 2019 йылдан Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры; 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).
Биографияһы
Сынтимер Биктимер улы Баязитов 1965 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған.
1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлай. Фәнни эшмәкәрлек юлын дауам итеп, 1994 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге ҡарамағындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһын бөтөрә.
1989—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында стажер-тикшеренеүсе булып эшләй.
1994—1997 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 136-сы лицейында уҡытыу-тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1997—1998 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 140-сы гимназияһын етәкләй.
1998—2005 йылдарҙа Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы булып эшләй. 2005 йылдың июнь айынан декабргә тиклем Өфө ҡала хакимиәте башлығының урынбаҫары вазифаһын биләй. 2006 йылда Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
2006 йылдың ноябренән 2007 йылдың ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры булып эшләй. 2007 йылдың февраленән Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәтендә территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡара. 2007 йылдың апреленән Өфө ҡалаһы ҡала округының Дим районы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары булып эшләй.
2008 йылдың авгусынан 2018 йылдың декабренә тиклем Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын биләй. 2019 йылдың июненән алып Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры булып эшләй[1].
Сынтимер Биктимер улы Баязитов — өсөнсө разрядлы ғәмәлдәге муниципаль советник.
Өйләнгән. Ҡатыны — Баязитова (Килсенбаева) Альбина Наил ҡыҙы, дәүләт хеҙмәткәре[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан республикаһы мәғариф отличнигы (2000)
- РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре (2002)
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002)
- «Наркотиктар таралыуына ҡаршы тороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2005)
- Башҡортостан республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005)[3].
- Салауат Юлаев ордены (2015).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Баязитов Сынтимир Биктимирович. Museu.bspu.
- ↑ БАЯЗИТОВ Сынтимир Биктимирович. Издательский дом Эра Пресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ Баязитов Сынтимир Биктимирович