Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы
Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиев (рус. Вафа Исхакович Ахмадиев; 1937 йылдың 5 авгусы, Ғүмәр ауылы, Башҡорт АССР-ы — 1983 йылдың 20 октябре, Өфө) — совет башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).
Биографияһы
1937 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ы Маҡар районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен һәм 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡорт филологияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1970 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ҡулъяҙма һәм боронғо китаптар йыйыу буйынса археографик экспедицияларҙа ҡатнаша.
Ижади эшмәкәрлеге
1950 йылдар аҙағында республика ваҡытлы матбуғатында Вафа Әхмәҙиевтың тәүге шиғырҙары баҫыла башлай. 1968 йылда Башкнигоиздатта уның тигән тәүге «Устремление» шиғри йыйынтығы донъя күрә. Уның артынан «В душе — оседланный конь» исемле тағы бер китабы нәшер ителә. «Устремление» (1968), «В душе — оседланный конь» (1973) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙарында шағир тыуған ерен данлай, үҙ быуынының хистәре һәм фекерҙәре менән уртаҡлаша. Вафа Әхмәҙиевтың шиғырҙары тапҡырлыҡ, лиризм һәм хис-тойғололоғо менән айырылып тора. Балалар өсөн сығарылған «Взойди, взойди, солнышко!» (1979) исемле шиғырҙар китабында Вафа Әхмәҙиев бай халыҡ фольклорының традицион формаларын ижади һәм органик рәүештә ҡуллана. Балалар әҙәбиәте тураһында бер-нисә мәҡәлә яҙған. Михаил Воловиктың «Сказание о Ерэнсэ-сэсэне» әҫәрен башҡорт теленә тәржемә иткән[1][2].
Владимир Романов юбилей айҡанлы яҙған мәҡәләһендә: «Рауил Бикбаевтың („Шағирҙың гражданлыҡ йөҙө“) һәм Назар Нәжмиҙең („Кеше күңелдәрен асыусы“) ул тыуҙырған ижади портреттары белгестәрҙә генә түгел, ә киң ҡатлам уҡыусылырында ҡыҙыҡһыныу уята, ә уның „Башҡорт әҙәбиәтендә традицион образдар“, „Фәнни-техник прогресс һәм башҡорт әҙәбиәте“, тигән мәҡәләләре һәм әҙәбиәт тарихы һәм теорияһы тураһындағы очерктары ижтимағи резонанс тыуҙырҙы».
Фән
«Башҡорт әҙәбиәте тарихынан» (1975) китабында «ХХ быуатта башҡорт шиғриәте» исемле монографик очерк баҫтырып сығара.
Китаптары
- Взойди, солнышко! : [Стихи. Для дошкол. возраста] / Вафа Ахмадиев; [Худож. А. Веселов], 30 c. цв. ил. 20 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1979
- Связь поколений : Ст. по истории башк. лит. и о современ. лит. процессе / Вафа Ахмадиев, 216 с. 20 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1985
- Цена слова : Стихи / Вафа Ахмадиев, 95 с. портр. 18 см, Уфа Башк. кн. изд-во 1983
Ғаиләһе
- Улы — Фәрит Әхмәҙиев.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Информация 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған. в Башкирской энциклопедии
- ↑ Он отдал себя служению башкирской литературе (К 75-летию со дня рождения Вафы Ахмадиева)
Әҙәбиәт
- Закир Хади (1863—1932)/История башкирской литературы начала XX в. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. // Ватандаш, февраль 2012.
- Ахмадиев Вафа Исхакович//Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 80. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
- Бикбаев Р. Т. Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Информация на сайте ИС АРАН
- Воодушевленное творчество.(недоступная ссылка) О поэте В. Ахмадиеве(недоступная ссылка)
- Энциклопедия Башкортостана
- Он отдал себя служению башкирской литературе (К 75-летию со дня рождения Вафы Ахмадиева)
- http://www.ishimbaybiblio.ru/index.php?par=FamousNeighbors&bold=92