Имаметдинов Мәғсүм Имаметдин улы
Мәғсүм Имаметдин улы Имаметдинов (рус. Магсум Имамутдинович Имамутдинов; 1898 йылдың, Ҡыҙылъяр, Өфө губернаһы — 1945 йылдың 11 марты, Ополе) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. Украина фронтының 16-сы штурм инженер-сапёр бригадаһының 76-сы айырым штурм инженер-сапёр батальоны сапёры, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
1898 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) Ҡыҙылъяр ауылында[1] тыуған. Яңауыл районының «Беүә» колхозында балта оҫтаһы булып эшләй.
1941 йылдың 30 октябренән Башҡорт АССР-ы Яңауыл район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Батырлығы
76-сы айырым штурм инженер-сапёр батальоны сапёры (Украина фронтының 16-сы штурм инженер-сапёр бригадаһы) ҡыҙылармеец М. Имаметдинов Грошовиц ауылы биләмәһе районында (Грошовице, хәҙер Ополе ҡалаһы сите, Польша) Одер йылғаһы аша 30 тонналыҡ күпер төҙөгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
1945 йылдың 2 февралендә дошмандың көслө артиллерия һәм миномёт утынан һуң боҙ ватылып, терәүҙәр ҡуйыу мөмкин булмағас, ул боҙло һыуға инә һәм үҙе артынан эйәргән башҡа яугирҙар менән бергә рамды урынына ҡуя. Һөҙөмтәлә ауыр хәрби техника һәм пехота үтергә тейешле күпер ваҡытынан алда төҙөлөп бөтә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышта командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Мәғсүм Имаметдиновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2]. Әммә яугир-сапёр юғары награда тураһында ишетеп өлгөрмәй: 1945 йылдың 11 мартында батырҙарса һәләк була.
Хальбендорф ауылы эргәһендә (хәҙер Польшаның Ополе ҡалаһының Półwieś дзельницаһы) ерләнә[1].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы (10.04.1945);
- Ленин ордены (10.04.1945);
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10.04.1945)[2][3];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Мәғсүм Имаметдиновтың исеме Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районының Прогресс ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[4][5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Имамутдинов Магасум Имамутдинович. Печатная Книга Памяти. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
- ↑ 1 2 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
- Имаметдинов Мәғсүм Имаметдин улы. Республика Хәрби Дан музейы.