Иҫке Ҡара

Иҫке Ҡара (рус. Старая Кара) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 39 кеше булған[2]. Почта индексы — 452887, ОКАТО коды — 80204816008.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 39 22 17 56,4 43,6

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 46 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Ҡаҙансы): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 88 км

Билдәле шәхестәре

Шакиров Сәғит Хәсән улы (1929—2011), партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, артабан Асҡын, 1971 йылдан — Стәрлетамаҡ район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1979–1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Материаль-техник тәьминәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры[3].

Урамдары

Урам исеме[4]

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Тема буйынса өҫтәмә