Әмир (Асҡын районы)

Әмир (рус. Амирово) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 304 кеше[2]. Почта индексы — 452892, ОКАТО коды — 80204819002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 304 150 154 49,3 50,7

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 40 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡашҡа): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 137 км

Тарихы

Байғыш ауылын хәҙер Әмир тип атайҙар. 1791 йылда Ракай Итҡулов, Ғайнулла Ташбулатов иҫкә алына.
1816 йылда ауылда 55 йәшлек Әмир улы Әйүп Әмиров йәшәгән. Улар ауыл исеме менән бәйле кешеләр булыуы мөмкин.
XIX быуат башында таҫтүбәлеләргә 65 йылға арендаға ер биреүселәрҙең килешеүгә ҡуйған тамғалары билдәле. Улар: Ҡашҡа Кәримғолов, Йәрмөхәмәт Урыҫҡолов, указлы мулла Әбделхәким Темиров, Байғазы Таймасов, Нәҙерша Сафиндар.
Архив мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 21 йортта 121 кеше, 1816 — 24 йортта 164, 1834 — 32 йортта 200, 1870 — 42 йортта 230, 1920 — 105 йортта 521 аҫаба башҡорттары йәшәгән.
1895 йылда мәсет янында «башҡорт мәктәбе» булған.

Урамдары

Урам исеме[3]

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау өстө урамы (рус. улица Нагорная)
  • Беренсе май урамы (рус. улица Первомайская)
  • Ялан урамы (рус. улица Полевая)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Тема буйынса өҫтәмә