Урманкүл

Урманкүл (рус. Урманкуль) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 147 кеше[2]. Почта индексы — 452887, ОКАТО коды — 80204816009.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 147 72 75 49,0 51,0

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 37 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Ҡаҙансы): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 73 км

Урамдары

Урам исеме[3]

  • Үрге урам (рус. улица Верхняя)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)

Хәҙерге торошо

Бирелə 56 йортта 121 кеше йәшәй, шуларҙың 71-е эшлəп йөрөй, ə 13 — 18 йәшкə тиклем балалар һəм 37 — пенсия йәшендəгелəр. Халыҡ бик әүҙем тормош менəн йәшәй: күплəп мал ҡарай, умартасылыҡ менән шөғөллəнə.
Шуныһы үкенесле, бөгөнгө көндə ауылда фельдшер-акушерлык пункты, мəктəп юҡ, ир — егеттәрҙең күбеһе Себер яҡтарында хеҙмəт һала. Балалар Иҫке Ҡаҙансы мəктəбенə автобус менəн йөрөп уҡый. Ауылда газ булмағанлыҡтан, утынды һатып алырға, йәки үҙҙәренә əҙерлəргə тура килə. Оло быуын кешелəре өсөн был ҡатлаулы, əлбəттə. Шуға күрə ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән зəңгəр яғыулыҡ беҙгә лә килеп етəр, тип өмөтлəнə.

Тарихы

Урманкүл ауылы 1825 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Риүәйәттәр, халыҡ һөйләгәндәр буйынса, шул билдәле: Ҡазан яҡтарынан был яҡтарға бер татар кешеһе килеп сыға һәм Ҡаҙансы башҡорттарынан ер һорай. Ер бирәләр, тик тау башында урман киҫеп кенә ултырырға ҡушалар. Бына шулай Урманкүл ауылы барлыҡҡа килә . Ауылдың нəкъ тау башында терелəй күмелгəн партизандар зыяраты бар.
Бəлəкəй генə Урманкүлдəн Бөйөк Ватан һуғышына 56 кеше китə һəм бер нисәһе генə иҫəн-һау əйлəнеп ҡайта.

Тирә-яҡ мөхит

Урманкүл (халыҡ телендə Көтмəҫтау) ауылы район үҙəгенəн 40 километр алыҫлыҡта бик матур урында урнашҡан. Урман-кырҙары елəк-емешкə, бәшмәккә бай. Көтмəҫ тауында ишелеп ер елəге уңа. Бирелə ағып ятҡан Мота һəм Көтмəҫ йылғалары Таныпҡа барып ҡушыла. Шулай уҡ ауыл шишмəлəргə лə бай: Мөслим, Изге шишмə, Əсәлəр шишмəһе һəм башҡалар. Урман аҫты күле, Йәмьяҙ йылғаһы да ауылды йәмләй. Йылғаларҙа ҡыр өйрәктəре ҡышларға ла ҡала. Яҙ көндәрендә йылға-күлдәргə аҡҡоштар ҡайта.

Һылтанмалар

  • Ф. Ф. Юнысова. Ышаныч. Урманкүл. № 7,16.02.2022. Башҡортостан Республикасының «Башкортостан Республикасы» Нәшрият йорты дәүләт унитар предприятиесы.

Тема буйынса өҫтәмә