Яңы Ҡаҙансы
Яңы Ҡаҙансы (рус. Новые Казанчи) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. Ҡышлауйылға ауыл советына инә[1][2].
Географик урыны
Тере Танып йылғаһының һул ҡушылдығы Көтмәҫ йылғаһы ярында урынлашҡан. Ауыл советы үҙәге Ҡышлауйылғаға тиклем 5 км, район үҙәге — Асҡынға тиклем көньяҡ—көнсығышҡа табан 53 км, яҡындағы тимер юл станцияһы (рус.)баш. (Пермь крайының Чернушка ҡалаһы) төньяҡ—көнбайышҡа табан 67 км алыҫлыҡта ята[1].
Тарихы
Ауылға 1850 йылда Бөрө өйәҙе Ҡыр-Танып улусы Ҡаҙансы ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала[1][3]. Ауылдың халыҡта йөрөгән икенсе исеме Көтмәҫбаш була, был уның йылға башында ултырыуы менән бәйле[4].
1858 йылда 47 йортта 162 кеше йәшәгән, 1865 йылда 110 йортта 207, 1896 йылда 79 йортта 451 кеше йәшәгән[1].
1906 йылда ауылда 477 кеше йәшәгән, мәсет, һыу тирмәне һәм бакалея (рус.)баш. кибете булған[1].
1920 йылда 655 кеше йәшәгән, 1939 йылда 553, 1959 йылда 581, 1970 йылда 599, 1979 йылда 546, 1989 йылда 430, 2002 йылда 401, 2010 йылда 443, 2020 йылда 390 кеше[1].
Ауылға нигеҙ һалынғандан алып халыҡ игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. 20 быуатта СССР тарҡалғанға тиклем «Ударник» колхозына инә[1].
Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб һәм китапхана эшләй[1].
Ауылдан алыҫ түгел 2005 йылдың сентябрендә Танып бальнеологик шифаханаһы асыла[1]. Уның төп дауалау факторҙары (рус.)баш.: климат, көкөртлө водородлы һәм минераль һыуҙар, заманса медицина ҡорамалдары.
Халыҡ һаны
| 2002 | 2009 | 2010[5] | 2020 |
|---|---|---|---|
| 401 | ↘395 | ↗443 | ↘390 |
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауыл халҡының 95 процентын башҡорттар тәшкил итә.
Халыҡ һаны буйынса сығанаҡтар
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
- Ғүмәров урамы (рус. улица Гумерова )
- Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная )
- Йәшлек урамы (рус. улица Молодежная)
- Н.Сафин урамы (рус. улица Н.Сафина)
- Еңеү урамы (рус. улица Победы )
- Санаторий урамы (рус. улица Санаторная )
- Фархуллина урамы (рус. улица Фархуллиной )
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная )
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 А. М. Ганиева, В. Ш. Гильванов. Новые Казанчи. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (30 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2025.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2025) (рус.)
- ↑ Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2025)
- ↑ Новые Казанчи. Сайт «Генеалогия и архивы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 сентябрь 2025.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Новые Казанчи (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2025)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2025)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2025)
- Новые Казанчи на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2025)