Төпрәле

Төпрәле (рус. Тупралы) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 41 кеше[2]. Почта индексы — 452886, ОКАТО коды — 80204840007.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 41 20 21 48,8 51,2

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 40 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Мутабаш): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 61 км

Урамдары

Урам исеме[3]

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)

Тарихы

Төпрәле ауылына Ҡыр-Танып волосы башҡорттары 23 июль 1789 йылғы килешеү буйынса кертелгән типтәрҙәр нигеҙ һалған. Кереткән өсөн удмурттар 130 һум аҡса түләгәндәр, йыл һайын 3 һум оброк түләргә һәм Тушҡыр ауылына барған юлда күпер төҙөргә йөкләмә алғандар. Ауылға нигеҙ һалыусылар Тәтешленән Ҡалмияр ауылы кешеләре Ҡыпсаҡ, Матбий Маматов, Давна Аҙғолов, Аҡманай Әхмәров булған. Улар 10 йорт булып Төбәрле (Төпрәле) йылғаһының ике яҡ ярына ултырғандар. 1816 йылда 46, 1834 — 78, 1870 — 116, 1920 йылда — 309 типтәр йәшәгән. Хәҙерге ваҡытта ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәй.

Тема буйынса өҫтәмә