Назаров Денис Андреевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Назаров Денис Андреевич
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d] (2015)
Гражданлығы
Ойошма ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 13 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (35 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө юрист, эшҡыуар, меценат
Тыуған урыны

Назаров Денис Андреевич (13 декабрь 1989 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Эшҡыуар. Юридик фәндәр кандидаты. «Аструм» компаниялар төркөмө президенты (2017 йылдан). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан)[1][2].

Назаров Денис Андреевич 1989 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында Назаров Андрей Геннадьевич ғаиләһендә тыуа.

Дөйөм урта белем биреү учреждениеһын тамамлағандан һуң, М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында (2012) уҡый. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында магистратура тамамлай (2015). Юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2010 йылда «Анна» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры урынбаҫары булып башлай, һуңынан генераль директор вазифаһын биләй.

2012 йылдан — «Гранель-Недвижимость» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры, компаниялар төркөмө президенты була.

2014 йылдан Коммерция күсемһеҙ милеге һәм «Гранель» компаниялар төркөмөнөң перспективалы үҫеше буйынса вице-президенты вазифаһын биләй[1][2].

2017 йылдан — «Аструм» компаниялар төркөмө президенты[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Эшлекле Рәсәй» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты, Генераль совет ағзаһы, Мәскәү төбәк бүлексәһе рәйесе. «Рәсәй юристар ассоциацияһы» Дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан хоккей лигаһы президенты. «Алға, Сибай!» урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. «Наше Будущее», «БлагоДать» хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе. «Честь и слава» тәфтиш органдары ветерандарына ярҙам фондының Попечителлек советы рәйесе урынбаҫары.

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Башҡортостанда Республика балалар клиник дауаханаһы нигеҙендә «УчимЗнаем» Рәсәйҙең госпиталь мәктәптәре проектының беренсе төбәк инновацион майҙансығын булдырыу инициаторы һәм бағыусыһы була. Был мәктәп Рәсәй төбәктәрендә асылған 45-се белем усағы була (2021). «Башҡортостан Республикаһының госпиталь мәктәбе», Мәскәүҙән ҡала, иң яҡшыһы тип табыла. 2024 йылдың 2 февралендә Өфөлә Дени Назаров финанслауында Республика балалар клиник дауаханаһы территорияһында — балалар онкологияһы һәм гематология үҙәгендә икенсе шундай мәктәп асыла.

Халыҡ-ара Өфө марафонын ойоштора һәм уны йыл һайын үткәрә. Башҡортостан ҡалаларында Bashrun ярыштарын уҙғара[3].

Сибайҙа Өсөнсө быуын халыҡ университеты бүлексәһен булдыра. Шулай уҡ Өфөнөң Өсөнсө быуын халыҡ университетына ярҙам итә[4].

Балалар йорттары һәм интернат-мәктәптәр араһында Бөтә Рәсәй шахмат ярыштарын үткәрә.

Уның инициативаһы менән студенттар һәм уҡыусылар өсөн хоҡуҡ тураһында лекциялар, илһөйрәлек тәрбиәләү буйынса әңгәмәләр үткәрелә .

Сибай ҡалаһында Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһенә ярҙам итә.

Ҡыҙ атаһы[1].

Хоккей, тау саңғыһы спорты, рус бильярды менән шөғөлләнә. 2020 йылда үҙе ойошторған Рәсәй Геройы М. Шайморатов исемендәге һәүәҫкәр хоккейсылар командаһы капитаны.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Призеденты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге вәкиленең Почёт грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы федераль ғәскәрҙәре хеҙмәтенең Почёт грамотаһы
• «Тәфтиш ветерандары берлеге» тәфтиш органдары ветерандары ойошмаларының Милли Ассоциацияһы грамотаһы
• «Рәсәй офицерҙары» Дөйөм Рәсәй ойошмаһы грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Президентының, башҡортостан Республикаһы Башлығының, Рәсәй Федерацияһы спорт, төҙөлөш министрҙарының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрының, Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының, Донецк Халыҡ Республикаһы Республика гвардияһы ғәскәри часы командирының Рәхмәт хаттары[1][2].