Мансурова Любовь Ильинична

Мансурова Любовь Ильинична (13 декабрь 1929 йыл26 июнь 2023 йыл) — ғалим-агроном. 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (2006).

Биографияһы

Любовь Ильинична Мансурова 1929 йылдың 3 декабрендә Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһында тыуған[1].

Хеҙмәт юлы

• 1952 йылдан — Мичуринск ҡалаһында И. В. Мичурин исемендәге йәшелсә‑емеш институтын тамамлағандан һуң, йәш агроном Өфө ҡалаһында Республика йәш натуралистар станцияһында эшләй.
• 1954 йылдан - Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында (БНИИСХ) өлкән ғилми хеҙмәткәр.
• 1966 йылдан — БНИИСХ-та бүлек мөдире
• 1971—1995 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы.
• 1995—2010 йылдарҙа Һамар ауыл хужалығы академияһында (Кинәле ҡалаһы) хеҙмәт итә.

Фәнни тикшеренеүҙәре йәшелсә культуралары селекцияһына, орлоҡсолоғона һәм уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. Мансурова тарафынан башлы һуғандың Иглинский 1 сорты сығарыла, һуғанды үҫтереү технологияһы камиллаштырыла һәм БР‑ҙың хужалыҡтарында үҫтереү индерелә.

200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы[2]

Китаптары

• Мансурова, Любовь Ильинична. Выращивание овощных культур в Башкирии / Л. И. Мансурова, Л. Х. Латыпова. — Уфа : Башк. кн. изд-во, 1976. — 95 с. : ил.; 21 см. Овощные культуры — Возделывание — Башк. АССР FB Б 76-25/1757 FB Б 76-25/1758
• Лук репчатый в Башкирии. Уфа, 1988.
• Мансурова, Любовь Ильинична. Практикум по овощеводству : практикум / Л. И. Мансурова, В. Н. Титов, В. Г. Кириченко; под ред. Л. И. Мансуровой. — М. : Колос, 2006. — 319 с. — Библиогр.: с. 317—318. — ISBN 5-10-003922-1