Полуэктов Степан Михайлович
Степан Михайлович Полуэ́ктов (1918 йылдың 12 ғинуары, Тирлән, Башҡорт АССР-ы — 1945 йылдың 14 ғинуары, Польша) — совет хәрби хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943). Старшина.
Биографияһы
Полуэ́ктов Степан Михайлович 1918 йылдың 12 ғинуарында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1919 йылдың 15 ғинуарында) Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тирлән заводы ауылында, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылы[2] хужабикә Федосия Васильевна һәм урмансы Михаил Григорьевич Полуэктовтар ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәптең 4 класын тамамлай. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Тирлән урман сәнәғәте хужалығында урман ҡырҡыусы булып эшләй.
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына 1939 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта 2-се моторлаштырылған понтон-күпер полкында понтонёр булып хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың мартынан. Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 38-се армияһы 9-сы айырым моторлаштырылған понтон-күпер батальоны составында Оскол һәм Төньяҡ Донец йылғаларында хәрби сынығыу ала[3]. Уның батальоны Барвенковск плацдармына ғәскәр, ҡорал һәм боеприпастар сығарыуҙы тәьмин итә. 1942 йылдың июлендә 9-сы айырым моторлаштырылған понтон-күпер батальоны Сталинград фронтында (1942 йылдың октябрендә Дон фронтының 65-се армияһына бирелә) Сталинград һуғышында ҡатнаша. Понтонёр С. Полуэктов 1942 йылдың көҙөндә үҙенең подразделениеһы составында Клетская станицаһы районында Дон аръяғы плацдармын яулауҙы һәм подразделениеларҙың уны тотоп тороуын тәьмин итә. 1942 йылда Сталинград эргәһендә совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме алдынан 65-се армияның инженер частары Дон аша ауыр техниканы һәм артиллерияны сығарыуҙы тәьмин итә. Һуңынан армия генералы П. И. Батов былай тип хәтерләй:
Форсирование Дона как составная часть наступательной операции 65-й армии было осуществлено без существенного снижения темпов наступления. Это позволило войскам 65-й армии во взаимодействии с другими соединениями после захвата плацдарма на противоположном берегу быстро создать сплошной внутренний фронт окружения противника под Сталинградом[4].
Сталинград һуғышы тамамланғандан һуң 65-се армия Юғары Баш командование ставкаһы резервына сығарыла һәм 1943 йылдың 15 февралендә Үҙәк фронт составына бирелә. Үҙәк фронтта ефрейтор дәрәжәһендә С. Полуэктов 1943 йылдың август һуңында-сентябрҙә Чернигов-Припят операцияһында ҡатнаша, 65-се армия подразделениеларын Десна аша сығарыуҙы тәьмин итә.
1943 йылдың сентярендә Үҙәк фронттың 60-сы армияһы Старый Глыбов һәм Окуниново ауылдары эргәһендә Днепрға сыға[5]. 25 сентябрҙә С. Полуэктов беренсе понтон менән Страхолесье ауылы эргәһендә десант төркөмөн Днепрҙың уң яғына сығара башлай. Дошман йылғаны аша сығыу урынын көслө артиллерия һәм миномёт утына тота. сығып етергә 60-70 метр ҡалғас, понтон снаряд ярсығынан зыян күрә. Уйлап тормаҫтан, ефрейтор Полуэктов һыуға төшә һәм понтонды һай урынға этәреп сығара. Десантты сығарып, плацдармды алғас, Днепр аша уҡсылар подразделениеларын сығарыуҙы дауам итә. Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрендәге Указы менән Степан Михайлович Полуэктовҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2][6].
Артабан уң яҡ ярҙағы Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, ефрейторҙан старшина дәрәжәһенә күтәрелә. Житомир-Бердичев операцияһы барышында үҙ подразделениеһы составында 1-се Украина фронтының 60-сы армияһының Тетерев, Случь һәм Горынь йылғалары аша сығыуын тәьмин итә[7]. Проскуровск-Черновица операцияһы барышында 9-сы айырым понтон-күпер батальоны подразделениелары Тернополь ҡалаһы районында ғәскәрҙәрҙе Серет йылғаһы аша сығара[8], ә Львов-Сандомир операцияһы барышында Перемышля[9] районында Сан йылғаһын аша сығыуҙы тәьмин итә. 1944 йылдың декабрендә батальон 1-се Белорус фронтына ебәрелә һәм 61-се армия составына индерелә. 1945 йылдың ғинуарында ул Магнушевск плацдармынан Варшава-Познанск һөжүм операцияһында ҡатнаша. Һөжүмдең беренсе көнөндә 1945 йылдың 14 ғинуарында взвод командиры ярҙамсыһы старшина С. Полуэктов бер төркөм яугир менән Пилица йылғаһын аша сығып, Остроленка[10] ҡасабаһына разведка үткәреү бурысын ала. Заданиены үтәгәндә ауыр яралана[3]. Уны самолет менән яҡындағы Вильковице ҡасабаһындағы госпиталгә алып барырға тырышалар, әммә ул самолетта вафат була. Польша Республикаһының Вильковице ҡасабаһында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (17.10.1943)[6];
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.10.1943)[6];
- Ленин ордены (17.10.1943)[6];
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы[6].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Полуэктов Степан Михайловичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Тирлән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[11];
- Советтар Союзы Геройы С. М. Полуэктовтың бюсы Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында Геройҙар аллеяһында ҡуйылған[2];
- Советтар Союзы Геройы С. М. Полуэктов хөрмәтенә Белорет районының Тирлән апуылында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[2];
- Белорет районының Тирлән ҡасабаһындағы бер урам Советтар Союзы Геройы С. М. Полуэктов исемен йөрөтә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 И. Ғ. Кәримова. Полуэктов Степан Михайлович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (28 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Полуэктов Степан Михайлович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026.
- ↑ Батов П. И. Форсирование рек. 1942–1945 гг. (Из опыта 65-й армии). — М.: Воениздат, 1986. — 160 с.
- ↑ Сёла располагались на территории современного Козелецкого района Черниговской области Украины. Ныне затоплены Киевским водохранилищем
- ↑ 1 2 3 4 5 Полуэктов Степан Михайлович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 60-я армия 6 октября 1943 года была включена в состав Воронежского фронта, который 20 октября 1943 года был переименован в 1-й Украинский фронт
- ↑ Название города Тернополь до 1944 года
- ↑ Ныне город Пшемысль в Польской Республике
- ↑ Ныне село в гмине Сульмежица Пайенченского повята Лодзинского воеводства
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Алфёров Р. А. Прочнее стали: Историко-художественный очерк (о белорецких металлургах). — Уфа: Акбузат, 1977.
- Славные сыны Башкирии: очерки о Героях Советского Союза / сост. А. Ерошин, С. Саитов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965. — Т. 1.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Полуэктов Степан Михайлович (баш.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Полуэктов Степан Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Полуэктов Степан Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941-1945 гг.» Музей Победы. Полуэктов Степан Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Башкирский Республиканский музей Боевой Славы. Официальный сайт. Полуэктов Степан Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Сайт «Белорецк: Вчера, сегодня, завтра». Участники Великой Отечественной войны. Полуэктов Степан Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Сайт «az-libr.ru». Полуэктов Степан Михайлович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)