Губин Евгений Иванович

Евге́ний Ива́нович Гу́бин (1923 йылдың 25 феврале, Тирлән, Башҡорт АССР-ы1991 йылдың 5 марты, Һамар) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Губин Евгений Иванович 1923 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән Заводы ҡасабаһында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған[2]. Урыҫ.

8 класты, Белорет аэроклубын, 1942 йылда Свердловск ҡалаһында осоусыларҙың авиация мәктәбен тамамлаған.

1941 йылдың апрель айында Башҡорт АССР-ының район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың 26 ғинуарынан алып ҡатнаша. 1944 йылдан алып ВКП (б) ағзаһы.

Штурм авиаполкының өлкән осоусыһы лейтенант Е. И. Губин 1943 йылдың 26 ғинуарынан 1944 йылдың февраленә тиклем 82 хәрби осош яһай, 54 автомашинаны, 5 танкты, 4 ялан артиллерия орудиеһын, 29 зенит нөктәһен, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 1 складты, 18 йөк арбаһын, 5 пулемёт нөктәһен, 2 самолетты һәм 350-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

Һуғыштан һуң ҡыйыу осоусы-штурмовик СССР Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда Тамбов лётчиктарҙы һуҡыр һәм төнгө осоуға әҙерләү юғары авиация курстарын, ә 1955 йылда — офицерҙар составын камиллаштырыу буйынса Үҙәк осоу-тактика курстарын тамамлай.

1958 йылдан подполковник Е. И. Губин — запаста. Куйбышев (хәҙер — Һамар) ҡалаһында йәшәй һәм «Волгоэнергомонтаж» тресында ҡорамалдар буйынса инженер булып эшләй. 1991 йылдың 5 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемжәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1944 йылдың 1 июлендә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Евгений Иванович Губинға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3949) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә.
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, шулай уҡ ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар, сит ил ордендары менән бүләкләнә.
  • Белорет ҡалаһының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылы
  2. Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Губин Евгений Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (21 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (баш.)