Басиров Әсхәт Ғиниәт улы
Әсхәт Ғиниәт улы Басиров | |
---|---|
Файл:BASYROV ASHAT.jpg | |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1927 |
Тыуған урыны | РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Ҡарғалытамаҡ ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) |
Вафат булған көнө | 3 октябрь 2012 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Башҡортостан, Дүртөйлө районы, Семилетка ауылы |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | нефтсе |
Наградалары һәм премиялары |
Басиров Әсхәт Ғиниәт улы (11 ноябрь 1927 йыл — 3 октябрь 2012 йыл) — нефтсе, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтсеһе (1994).
Биографияһы
Әсхәт Ғиниәт улы Басиров 1927 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы) Ҡарғалытамаҡ ауылында тыуған.
Эш урыны: 1953 йылдан алып «Октябрьскнефть» НГДУ-һында оператор, 1957—1987 йылдарҙа — «Чекмагушнефть» НГДУ-һында өлкән оператор, ер аҫты скважиналарын ремонтлау мастеры булып эшләй.
Әсхәт Ғиниәт улы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша: Абдулла, Иғмәт, Керәшен-Бүләк, Маншыр, Йәркәй һәм Тамьян нефть майҙансыҡтарын үҙләштереүҙә һәм эшкәртеүҙә ҡатнаша.
Эшендә скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау өсөн вышкаһыҙ ысулды файҙаланыу һәм күсмә агрегаттар индереү менән шөғөлләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977)
- Ленин ордены (1966)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972),
- Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтсеһе (1994)
Һылтанмалар
- Басиров Әсхәт Ғиниәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://admdurtuli.ru/?part_id=704,444,1046 2014 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.