Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы
Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова (рус. Баязитова Зифа Гаязовна; 1951 йылдың 4 июне, Күсей, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй театр актёры[1]. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1988), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998).
Биографияһы
Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова 1951 йылдың 4 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.
1973 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Ғ. Ғ. Ғиләжев, Ф. Ҡ. Ҡасимова курсы).
1973 йылдан алып Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында актриса[2][3].
Ижады
З. Баязитова — лирик актриса. Репертуарында лирик, комедия һәм драматик ролдәр бар; ижадына психологик тәрәнлек һәм эксцентриклыҡ хас[4]. Комедия ролдәрендә актриса буффонада (рус.)баш. ҡуллана. Төрлө йылдарҙа режиссёрҙар Лек Вәлиев, Дамир Ғәлимов, Сәлихйән Әфләтүнов, Ғабдулла Ғиләжев һәм башҡалар менән эшләй. Уның ижади эшмәкәрлеге 40 йылдан ашыу Сибай дәүләт башҡорт драма театры менән бәйле. Ул театр репертуарындағы төп спектаклдәрҙә уйнай, республика сәхнәләрендә, шулай уҡ Өфөлә, Мәскәүҙә гастролдәрҙә сығыш яһай.
Ролдәре
Комедияларҙа актриса буффонада алымдарын ҡуллана: Йыһан (“Башмағым”), Фёкла Ивановна (“Өйләнеү”, Н.В. Гоголь), Коринкина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н. Островский), Фәриҙә (“Париж егете Әлфәнис”, Л.В. Вәлиев). Башҡа родәле: Сәриә («Бөркөт ҡанаты», Ғ. Исхаҡов; дебют, 1973), Гөлйемеш («Байрамбикә», Р. С. Янбулатова), Амаль (С. Жамалдың «Ҡара сәскәләр» романы буйынса В.Ғ.Ғәлимовтың шул уҡ исемле әҫәре), Зилиә («Илама, һылыу!», Н. Ғәйетбай), Ямал («Ҡыр ҡаҙҙары», Р. Ә. Сафин)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1998);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Зифа Баязитова. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
- ↑ Баязитова Зифа Гаязовна - Сибайский государственный башкирский театр драмы им. А. Мубарякова (21 февраль 2019). 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Видные деятели театра Башкортостана: Зифа Баязитова (К юбилею актрисы) (рус.). 10 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2026.
Һылтанмалар
- Баязитова Зифа Гаязовна. Сибайский госбашдрамтеатр