Киселёв Иван Александрович

Иван Александрович Киселёв (1920 йылдың 16 авгусы, Архангел, Өфө губернаһы2008 йылдың 3 ғинуары, Мәскәү) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия генерал-майоры (1967). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танкист. СССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1950—1954). Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Киселёв Иван Александрович 1920 йылдың 16 авгусында Совет Рәсәйе Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы шул уҡ исемдәге өйәҙенең хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангельский ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Урыҫ[1].

Үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, шунан Белорет ҡалаһындағы ФЗО мәктәбендә уҡый. Белорет металлургия комбинатының ҡорос сымдар заводында эшләй. 1938 йылда Дәүләкән ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә һәм уның ике курсын тамамлай.

1940 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәттә сағында кесе лейтенанттар курсын, 1943 йылда 2-се Харьков танк хәрби училищеһын тамамлай. 1943 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Висла-Одер һөжүм операцияһы (рус.)баш. барышында айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 15 ғинуарында уның взводы Юзефув тораҡ пункты районында, Польшаның Зволень ҡалаһынан 5 километр көнбайышҡараҡ, дошмандың сигенеп барған артиллерия һәм ике автомашиналар колоннаһын юҡ итә. 1945 йылдың 18 ғинуарында Польшаның Лодзь ҡалаһы өсөн һуғышта И. А. Киселёв дошмандың ике танкыһын, дүрт орудияһын (рус.)баш. һәм бер нисә һалдатын юҡ итә[2].

Һуғыштан һуң СССР-ҙың Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүен дауам итә. 1949 йылда Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһының команда факультетын һәм М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия ҡарамағындағы академик курс тамамлай. Полк, артабан дивизия менән командалыҡ итә.

19501954 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.

СССР Министрҙар Советының 1967 йылдың 25 октябрендәге ҡарары менән полковник Киселёв Иван Александровичҡа «генерал-майор» званиеһы бирелә.

1981 йылда отставкаға (рус.)баш. китерҙән алда корпус командиры урынбаҫары вазифаһын биләй. Мәскәүҙә йәшәй.

2008 йылдың 3 ғинуарында вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнә (7-се участок).

undefined

Батырлығы

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө итеп үтәгәне һәм шул ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» өлкән лейтенант Киселёв Иван Александровичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 5157) тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы
  • Ленин ордены
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы
  • ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән;
  • Александр Невский ордены менән;
  • ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән;
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән;
  • «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» III дәрәжәләге орден менән;
  • «Почёт Билдәһе» ордены менән;
  • миҙалдар менән.

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Александрович Киселёвтың исеме Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль (рус.)баш. районы Архангел ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[3][4].
  • 2005 йылда И. А. Киселёвтың исеме Мәскәү ҡалаһы Хорошёв районыныңа Почёт таҡтаһына индерелә.
  • 42-се мәктәп-интернаттың Хорошев районынан сыҡҡан Геройҙар музейында И. А. Киселёвтың һуғыш һәм хеҙмәт батырлыҡтары яҡтыртылған стенд бар<[5]
  • Башҡортостан Республикаһының Архангел ауылында Иван Киселёв исеме менән урам аталған, 2011 йылда уға бюст, Герой уҡыған мәктәп бинаһына —мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И. Ғ. Кәримова. Киселёв Иван Александрович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
  2. Уфаркин Н. В. Киселёв Иван Александрович. Патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026.
  3. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
  5. 'А. И. Елагин. Памяти товарища. Официальный сайт Хорошевского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар

Категориялар