Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы
Зиннәтулла Хисмәтулла улы Хисмәтуллин (рус. Зиннатулла Хисматуллович Хисматуллин; 1919 йылдың 16 авгусы, Урмияҙ, Асҡын районы — 1994 йылдың 16 июне, Урмияҙ, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, сапёр. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Биографияһы
Хисмәтуллин Зиннәтулла Хисмәтулла улы 1919 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Асҡын (элек Ҡариҙел) районы Урмияҙ ауылында тыуған. 7 класс БЕЛЕМЛЕ.
Хәрби хеҙмәте
1940 йылдың 5 июнендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Тәүҙә Силәбе ҡалаһында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уны Өфөгә күсерәләр. Алкинда хәрби курстар үтә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында 1942 йылдың апрелендә фронтҡа оҙатыла, Сталинградтан Балтик диңгеҙенә тиклем һуғыш юлы үтә, сапёр була.
Чернигов ҡалаһын азат иткәндән һуң, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Днепр йылғаһын кисеүҙәре тураһында ейәнсәре Эльмира Хисмәтуллинаға ул түбәндәгеләрҙе һөйләгән:
| Дивизия командиры генерал Белов инженер Рогачевҡа йылғаны кисеү яйланмаларын әҙерләргә бойороҡ бирҙе. Был ваҡытта штаб Днепрҙың аръяғында разведка яһауҙы ойошторҙо. Разведкаға барырға 3 яугир теләк белдерҙе. Уларҙың береһе мин инем. Балыҡсылар көймәһендә, төндә, дошман уты аҫтында йылғаның аръяғына сыҡтыҡ. Икебеҙ разведка яһаныҡ, беребеҙ көймә янында ҡалды. Разведканан һуң полк командиры майор Т. Т. Күсимов командалығындағы отряд йылғаны беренсе булып кисә башланы.[1] |
Днепр йылғаһын кискәндә күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 16 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы, Зиннәтулла Хисмәтуллин Ленин ордены менән бүләкләнә. Ул Курск, Орёл, Чернигов ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Асҡындан яҡташтары Сабир Шакиров(ул Башҡорт кавалерия дивизияһы генералы Г.А.Беловтың адъютанты була), Әхмәтзыя Ғәлиәхмәтов, Ғәфур Латыпов, Әхмәт Гәрәевтәр менән яуҙа бергә була. 1943 йылдың 10 октябрендә, Гомель ҡалаһынан алыҫ түгел барған аяуһыҙ һуғышта, ҡаты яралана. Шул саҡта тоғро дуҫы «Румынка» ҡушаматлы яратҡан атын юғалта. Румыниянан килтерелгән ошо ат менән ул Курск өлкәһенән башлап йөҙҙәрсә километр юл үтә. Госпиталдә бик оҙаҡ дауалана. Һауыҡҡандан һуң йәнә фронтҡа китә. 1945 йылдың көҙөндә генә һалдат З. Х. Хисмәтуллин өйөнә ҡайта.
Һуғыштан һуңғы тормошо
Тыныс тормошта Асҡын әҙерләүҙәр контораһында эшләй. 1947 йылда Нәсихә Ирғалим ҡыҙына өйләнә. Ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 14 ейән, ейәнсәре бар. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашып, бик күп почёт грамоталарына, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһына лайыҡ була. Еңеүҙең 40 йыллығына арналған төбәк-ара «Тальян» конкурсында дипломант була. Өфөлә үткәрелгән «Тальян байрамы»нда 3 йыл рәттән ҡатнаша. Республика «Тальян» байрамы лауреаты (1986 йыл).
1994 йылдың 16 июнендә үҙ ауылында вафат булған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Ленин ордены (1944)[2];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)[2];
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[2];
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
З. Х. Хисмәтуллин улы дивизия командиры полковник Г. А. Белов һәм корпус командиры М. П. Константинов имзалары менән 1943 йылдың 30 октябрендә хөкүмәттең иң ҙур бүләге — «Советтар Союзы Геройы» исеменә күрһәтелә. Фронттың Хәрби советы ҡарары менән, армия генералы К. К. Рокоссовский имзаһы ҡуйылып, 1943 йылдың 20 ноябрендә ул Ленин ордены менән бүләкләнә.
Хәтер
- З. Х. Хисмәтуллин исемен тыуған ауылындағы үҙе йәшәгән урам йөрөтә (1995 йылдан).
- Ауыл мәктәбендә уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыла (2015 йыл, март)[3].
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән герой исеме Асҡын районының Урмияҙ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[4][5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Эльмира Хисмәтуллина. Ышаныч. «Сталинградтан Балтыйк буена кадәр». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите. — № с.
- ↑ 1 2 3 Министерство обороны Российской Федерации. Хисматуллин Зинат Хисматуллинович. Информационная система «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Памятная доска ветерана Великой Отечественной войны, кавалера ордена Ленина Хисматуллина Зиннат Хисматуллиновича. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- Проект «Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии». Хисматуллин Зинат Хисматуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2025)
- Информационная система «Память народа». Документы о награждении. Хисматуллин Зинат Хисматуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2025)
- Ә. Әсраров. «Коммунизм юлы. Ленин ордены кавалеры». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 5 май 1990.
- Фәйрүзә Юнысова. Ышаныч. «Якташларыбыз батырлыгы үлемсез». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 13 март 2015.
- Х. Хафизов. Ышаныч. «Солдат батырлығы». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 6 май 1993.
- Р. Исламова. Ышаныч. «Уйнады гармун». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 8 май 1995.
- Эльмира Хисмәтуллина. Ышаныч. «Сталинградтан Балтыйк буена кадәр». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 2010.
- Эльмира Хисмәтуллина. Йәнтөйәк. «Асҡын бөркөтө». — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 2018.