Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы

Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (16 август 1896 йыл8 декабрь 1937 йыл) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 йылғы совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Шәмсетдин Шәйхетдин улы Ғафаров 1896 йылдың 16 авгусында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Ҡолсора ауылында тыуған.

Темәс рус-башҡорт мәктәбен тамамлай. 1915 йылдан Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, кавалерист була. Вахмистр званиеһын ала[1].

1918 йылдан Башҡорт армияһында Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә. 1919 йылдан — Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының 1-се Башҡорт кавалерия полкында[2].

1919 йылдың октябренән 5-се Башҡорт кавалерия полкы составында Петроград фронтында һуғыша. 1920 йылдың майынан Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы 27-се Башҡорт кавалерия полкының 4-се эскадрон командиры булараҡ совет-поляк һуғышында ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн М. В. Фрунзе ҡулынан исемле ҡылыс ала, ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[3].

Совет-поляк һуғышы тамамланғандан һуң, 27-се Башҡорт кавалерия полкының хужалыҡ командаһы начальнигы, артабан 2-се Башҡорт полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә. 1921 йылда демобилизациялана, туған яғына ҡайта[4].

1921—1923 йылдарҙа Йылайыр кантоны хәрби комиссары ярҙамсыһы булып эшләй. 1924 йылда Ҡазан хәрби-сәйәси мәктәбен тамамлай[2].

1924—1929 йылдарҙа Түбә руднигының бегун фабрикаһы инспекторы, мөдире булып эшләй. 1929 йылдан 1-се Өфө ведомство милицияһының дивизион командиры, 1934 йылдан — айырым взводы командиры булып хеҙмәт итә[4].

1937 йылдың 17 октябрендә репрессиялана, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына, төрмәгә ябыла. 1937 йылдың 8 декабрендә атыла. 1956 йылда аҡлана[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (17.02.1921, 31.12.1920)
  • 12-се армия Хәрби-революцион советының почётлы ҡоралы (ҡылыс).

Хәтер

  • Сибай ҡалаһы урамдарының береһе Шәмсетдин Ғафаровтың исемен йөрөтә[5].

Әҙәбиәт

  • Насиров Р. Х. Ыласын йөрәклеләр //Муса батыр. — Өфө, 1992.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — С. 91–108. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
  • Ярмуллин А. Ш. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. — Өфө, 2011. — 280 с.

Һылтанмалар