Израиль тарихы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Боронғо Израиль менән Йәһүдиә тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эврон (Evron Quarry) тигән палеолит төбәгендәге микроиндустрияға — 1,5—2,4 миллион йыл, Бицат-Рухама (ивр.‏ביצת רוחמה‏‎) тигән Израиль торамаһындағы микролит индустрияһына 1 миллион йыл самаһы тип иҫәпләнә[1][2]. Иң боронғо Homo erectus ҡалдыҡтары Ғобадияла (1,4 миллионлап йыл элек)[3] һәм Яҡуп ҡыҙҙарының баҫмаһы янында (0,78 миллион йыл элек) табылған[4]. Урта палеолитта бында неандерталдар килә (Сухул, Ҡафза, Табун, Кәбара). Һа-Зореала (эргәһендәге кибуцтың атамаһынан; font-weight: normal;«>[en]; шулай уҡ ҡара: Әйн-әл-Жәрбә ) Изреғәл үҙәнендә иртә прогрессив неандерталдар (һа-Зореа1 һәм 3) һәм Homo erectus (һа-Зореа2, 4 һәм5)[5][6] ҡалдыҡтары табыла.

Ләкин, Тель-Авив университеты археологтары фекеренсә, Homo sapiens төрөнөң иң боронғо вәкилдәре Кесем мәмерйәһендә яҡынса 382 000—207 000 йыл элек йәшәгән[7]. Берехат-Рам табылдығы булған Венера тигән атамалы туф ташы 230 мең йыллыҡ тип иҫәпләнә. Археологтар тарафынан Израилдә һәм Алжирҙа табылған тишекле өс ҡабырсаҡ 90 мең йыл самаһы әүәл эшләнгән һәм кеше ҡулы менән тыуҙырылған тәүге ювелир әйберҙаренә ҡарай[8]. Homo sapiens’тың баш һөйәге Тиберия күле (Көнбайыш Галилея) буйындағы карстлы Манот мәмерйәһендә табылған һәм 51,8±4,5 йә 54,7±5,5 мең йыллыҡ тип һанала. Ат төшөрөлгән 30 000 йыллыҡ таш таҡта Үрге Галилеяла[en]* Күгәрсен мәмерйәһендә табылған, ошонда уҡ 45—60 см бейеклектәге палеолит эт ҡалдыҡтары ла табылған. Изреғәл үҙәнендәге Кишон йылғаһы буйында эзбизташ киҫәгенә төшөрөлгән 16,5—23 мең йыллыҡ бер нисә һүрәт табылған.

Б. э. т. 10—8 мең йыллыҡтарҙа был территория натуф мәҙәниәте ареалына инә, был мәҙәниәт вәкилдәре тарихта беренсе булып башаҡлы культураларҙы игә башлай[9].

Яҡынса 9 мең йыл элек ошо ерҙәрҙә неолитик инҡилап башлана һәм беренсе торамалар барлыҡҡа килә. Тарихтағы тәүге диуарлы ҡала Йерихондың барлыҡҡа килеүе лә яҡынса ошо осорға ҡарай. Тәүге семит ҡәбиләләре булған хәнәниҙәр был тирәгә яҡынса б. э. т. 4—3 мең йыллыҡтарҙа төйәкләнә. Киләһе 2—3 мең йылды ил Боронғо Мысыр идараһы аҫтында була. Яҡынса б. э. т. XXIII быуатта күсмәселәр (моғайын, әмөриҙәр) баҫымы аҫтында бындағы иртә бронза цивилизацияһы бөлгөнлөккә төшә[9].

Иртә осор тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1759 йылғы Фәләстин картаһы, унда Израилдең Ун ике ырыуының нисек урынлашҡанлығы күренә

Израиль ере (ивр.‏ארץ ישראל‏‎ Эрец-Исраэль) йәһүд халҡы өсөн Библия ата-бабалары Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп заманынан уҡ изге. Ғалимдар был осорҙо б. э. т. 2 мең йыллыҡ башына ҡарата[10]. Библияға ярашлы, Алла йәһүдтәргә Израиль ерен, Нәҙер итеп бирелгән Ер булһын тип, килешеү буйынса тапшыра. Йәһүд халҡының бөтә изге урындары — ошонда.

Боронғо йәһүд ҡәбиләләре (ырыуҙары) бында б. э. т. 1200 йылдар тирәһендә барлыҡҡа килә. Бында табылған 250 йәһүд торамаһы шул осорға ҡарай[11] . Һүңғараҡ Ҡәнғәнгә пелештиҙәр баҫып инә. Батша идараһы урынлашыу, Израиль батшалығы, шунан Йәһүдиә батшалығы яралыу б. э. т. XI быуат башы — X быуат уртаһына ҡарай. Был дәүләттәр төбәккә бер ни тиклем өҙөклөктәр менән мең йыл буйы идара итә.

Б. э. т. VIII быуаттан алып был территория бер-бер артлы Ашшур, Бабил (б. э. т. 586—539 йылдар), Әһәмәниҙәрҙең фарсы империяһы (б. э. т. 539—331 йылдар), Македония (б. э. т. 332—312 йылдар) хакимлығы аҫтында була. Б. э. т. III—II быуаттарҙа Птолемейҙар һәм Селевкиҙарҙың эллинсы дәүләттәренә инә.

Маккавейҙар ихтилалы һөҙөмтәһендә бойондороҡһоҙлоҡ яулағас, б. э. т. 152—37 йылдарҙа Йәһүдиәлә йәһүд Һашмондарҙың династияһы хакимлыҡ итә.

Массада ҡәлғәһе эргәһендә римдарҙың хәрби лагеры емереклектәре

Б. э. т. 63 йылдан Йәһүдиә Рим вассалына әүерелә, б. э. т. 40 йылда Йәһүдиәгә, Самарияға, Галилеяға һәм Переяға (Иордан аръяғы) бүленә. Б. э. 70 йылынан Йәһүдиә үҙаллылығын юғалта һәм Рим провинцияһына әйләнә.

135 йылда римлыларға ҡаршы ҡупҡан Бар-Кохба ихтилалынан һуң, төбәктә йәһүдтәр аҙая. Римлылар илдән йәһүдтәрҙең күбеһен ҡыуа һәм улар тураһында хәтирә лә юҡҡа сыҡһын өсөн Йәһүдиә провинцияһының исемен Сүриә Фәләстин тип үҙгәртә[9][12][13]. Йәһүдтәрҙең төп өлөшө Йәһүдиәнән Галилеяға һәм Голан бейеклектәренә күсеп ултыра[14].

Рим империяһы 395 йылда Көнбайыш һәм Көнсығыш (Византия) өлөштәргә бүленгәндән һуң, Фәләстин һуңғыһына эләгә.

Урта быуаттарҙағы Фәләстин тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия-фарсы осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәләстин 619 йылға тиклем Византия провинцияһы була. V быуаттың икенсе яртыһында Эрец-Исраэлдә йәһүдтәр һаны кәмей. Әммә Галилеяла йәһүдтәр күпселекте һаҡлай әле. 614 йылда Фәләстин Фарсы тарафынан яулап алына һәм Сәсәниҙәр империяһына индерелә. Йәһүдтәр ярҙамында Йәрүсәлимде алған фарсылар уны йәһүдтәргә тапшыра. Ләкин йәһүдтәр ҡалаға өс йыл ғына хужа була.[9]

Фарсыны еңгәндән һуң 629 йылда Византия императоры Ираклий тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә аяҡ баҫа. Фәләстин ҡабат Византия провинцияһына әйләнә. 629—630 йылдарҙа, Ираклий ихтыяры буйынса йәһүдтәрҙе күпләп үлтереү һәм ҡыуыу һөҙөмтәһендә, йәһүдтәр һаны уларҙың бөтә өс мең йыллыҡ тарихында иң түбәнге кимәлгә төшә. Шуға ҡарамаҫтан, Израиль еренән йәһүдтәр бер ҡасан да бөтөнләйгә юҡҡа сыҡмай[14].

Ғәрәп хакимлығы осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

638 йыл тирәһендә — ислам баҫып алыуҙарының иң башында — Фәләстинде Византиянан мосолмандар тартып ала.[15]

Артабанғы алты быуат эсендә был территория өҫтөнән контроль Умайяларҙан[16] Ғәббәсиҙәргә,[17] тәре йөрөтөүселәргә һәм кире күсә.

Фәләстиндә ғәрәп хакимлығы дүрт осорға бүленә:

  1. илде баҫып алыу һәм үҙләштереү (638—660 йылдар);
  2. Умайялар династияһы (661—750);
  3. Ғәббәсиҙәр династияһы (750—969);
  4. Фатимиҙар династияһы (969—1099).

Тәре йөрөтөүселәр осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Акко ҡәлғәһендә рефекториум, XII быуат

1099—1187 йылдарҙа тәре йөрөтөүселәр бында Йәрүсәлим короллеген нигеҙләй. Әммә 1187 йылда Сәләх-әд-Дин Йәрүсәлимде ала, ә 1291 йылда тәре йөрөтөүселәрҙең һуңғы ҡәлғәһе Акра ҡолай.

Мәмлүктәр осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 9 мең йыл элек ошо ерҙәрҙә неолитик инҡилап башлана һәм беренсе торамалар барлыҡҡа килә. Тарихтағы тәүге диуарлы ҡала Йерихондың барлыҡҡа килеүе лә яҡынса ошо осорға ҡарай. Тәүге семит ҡәбиләләре булған хәнәниҙәр был тирәлә яҡынса б. э. т. 4—3 мең йыллыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Киләһе 2—3 мең йылды ил Боронғо Мысыр идараһы аҫтында үткәрә. Яҡынса б. э. т. XXIII быуатта күсмәселәр (моғайын, әмөриҙәр) баҫымы аҫтында бындағы иртә бронза цивилизацияһы бөлгөнлөккә төшә[9].

Яңы осорҙа Фәләстин тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғосман империяһы власы аҫтында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1517 йылда Израиль территорияһын солтан Сәлим I етәкселегендәге төрөк ғосмандары баҫып ала. 400 йыл буйы ул Ғосман империяһы өлөшө булып тора. Ғосман империяһында йәһүдтәр «зимми» статусына эйә була — йәғни сағыштырмаса гражданлыҡ һәм дин иркенән файҙалана, әммә ҡорал йөрөтөргә, армияла хеҙмәт итергә һәм ат менеп йөрөргә хоҡуҡһыҙ була, шулай уҡ айырым һалым түләй.[18] Был осорҙа Эрец-Исраэль йәһүдтәре нигеҙҙә сит илдәрҙән килгән хәйриә аҡсаһына йәшәй (Халукка).

XVI быуат буйы ҙур-ҙур йәһүд общиналары Израиль ерендәге дүрт изге ҡалала — Йәрүсәлимдә, Хевронда, Цфатала һәм Тверияла — тамыр ебәрә.

XVIII быуат башында Европанан алияларҙың (Израилгә әйләнеп ҡайтыу) һәм Йәрүсәлимдә дини-милли үҙәкте яңыртыуҙың иң күләмлеһе ойошторола. Был хәрәкәт башында раббы Йудаһ Хәсид тора. Ул Йәрүсәлимғә 1700 йылда Европаның төрлө илдәренән сыҡҡан меңләгән эйәрсене менән килә. Уларға тиклем Йәрүсәлим общинаһында 1200-ләп кеше, шул иҫәптән 200 ашкеназ, була. Ләкин Йудаһ Хәсид илгә килгәс тә мәрхүм була. Уның эйәрсендәре менән бурыстарға батҡан ашкеназ общинаһы араһында аңлашылмаусанлыҡтар тыуа, был үтескә биргән ғәрәптәрҙең синагоганы яндырыуына (1720) һәм йәһүд ашкеназдарын ҡаланан ҡыуыуына сәбәп була. Был ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ ваҡыт буйы Европанан сыҡҡан йәһүд иммигранттары нигеҙҙә Хевронда, Цфатала һәм Тверияла төпләнер була[9].

1799 йыл башында Фәләстингә Наполеон һөжүм итә. Француздар Газаны, Рамланы, Лодты һәм Яффаны ала. Ләкин француз полководецы Акко ҡәлғәһен ала алмай һәм Мысырға сигенергә мәжбүр була[9].

1800 йылда Фәләстин халҡы 300 меңдән артмай, уларҙың 5 меңе йәһүд була (нигеҙҙә, сефардтар). Йәһүд халҡының күпселеге Йәрүсәлимдә, Цфатта, Тверияла һәм Хевронда йәшәй. Христиандарҙың иң тығыҙ ултырған урындары (25 мең самаһы) — Йәрүсәлим, Назарет һәм Бет-Ләхәм — православие һәм католик сиркәүҙәре аҫтында була. Илдең ҡалған халҡы нигеҙҙә мосолман булып, уларҙың бөтәһе лә тиерлек сөнниҙәргә ҡарай[9].

1800-31 йылдарҙа ил территорияһы ике провинцияға (вилайәткә) бүленә. Төньяҡта Шхемдан көньяҡта Хевронға тиклемге үҙәк-көнсығыш таулы төбәк (Йәрүсәлимде лә индереп) Дамаск вилайәтенә инә; Галилея менән яр буйы һыҙаты Акко вилайәтенә ҡарай. Негевтың ҙур өлөшө был осорҙа Ғосманға буйһонмай[9].

1832 йылда Фәләстин Мысыр вице-короле Мөхәммәт-Алиҙың улы һәм хәрби начальнигы Ибраһим паша тарафынан баҫып алына. Төньяҡ сиге Сидонға етеп торған Фәләстин үҙәге Дамаскта булған берҙәм провинцияға әүерелә. Илгә һигеҙ йыл (1832-40) идара иткән мысырҙар, Европа үрнәгенә эйәреп, ҡайһы бер реформалар ҙа үткәрә. Был осорҙа Фәләстиндә Библия географияһы һәм археологияһы буйынса киң тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1838 йылда Мысыр хөкүмәте Бөйөк Британияға Йәрүсәлимдә консуллыҡ асырға рөхсәт итә (быға тиклем Европа державаларының консуллыҡтары тик портлы ҡалаларҙа — Акко, Хайфа һәм Яффала, шулай уҡ Рамлала ғына була). 20 йылдан һуң Көнбайыштың бөтә дәүләттәре, АҠШ-ты ла индереп, Йәрүсәлимдә консул вәкиллектәренә эйә була[9].

XIX быуатта Йәрүсәлим ҡабат Эрец-Исраэлдең мөһим йәһүд үҙәгенә әүерелә. Йәрүсәлим менән рухи беренселек өсөн ярышҡан Цфат ер тетрәүҙән (1837) ҙур зыян күрә, 2 меңләп йәһүд һәләк була, ҡала иһә бөлгөнлөккә төшә.

1841 йылда Фәләстин менән Сүриә Төркиә контроле аҫтына ҡайта. Был ваҡытҡа Фәләстиндә йәһүд халҡының һаны ике тапҡырға арта, ә христиан һәм мосолмандар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала[9].

1880 йылға Фәләстин халҡы 450 меңгә етә, уларҙың 24 меңе йәһүд була. Йәһүдтәрҙең күпселеге дүрт ҡалала йәшәй: Йәрүсәлимдә (бында йәшәгән 25 мең кешенең яртыһынан ашыуы йәһүд була), Цфатала (4 мең), Тверияла (2,5 мең) һәм Хевронда (800), тағы ла Яффала (1 мең) һәм Хайфала (300). Йәрүсәлим илдәге иң ҙур ҡалаларҙың береһе булып китә[9]. Илдәге йәһүдтәрҙең күпселеге сефард общинаһына ҡарай, уға Төньяҡ Африка, Бохара, Иран һәм башҡа яҡтарҙан күсеп килгән йәһүдтәр инә. Ашкеназ общинаһы нигеҙҙә Көнсығыш Европа йәһүдтәренән тора, ә улар хәсидтәргә һәм уларға ҡаршы булған прушимдарға (митнагдимдарға) бүленә. Йәһүдтәрҙең ҙур күпселеге ордоксияға йәбешеп ята һәм раввиндар абруйына буйһона. Халлуки фондтарынан ярҙам килеп торһа ла, йәһүдтәр төрөк чиновниктары йыйған ҙур һалымдарҙы түләр өсөн күп эшләргә мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, Эрец-Исраэлдең йәһүдтәре һаны Европала ойошторолған алиялар иҫәбенә йылдам үҫә[9].

Йәһүдтәрҙең Сионға ынтылышы һәм сәйәси сионизм яралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диаспорала йәшәгән йәһүдтәр һәр ваҡыт Сионға ҡайтырға ашҡынып йәшәй. XII быуаттан башлап йәһүдтәрҙең христиан сиркәүе тарафынан эҙәрләнеүе уларҙың Изге ергә ағылыуына сәбәпсе була. 1492 йылда был ағымды Испаниянан һөрөлгән йәһүдтәр тулыландыра.

Теодор Герцль

Хәҙерге заман иммиграцияһының тәүге ҙур тулҡыны Беренсе алия (ивр.‏עלייה‏‎) тигән атама аҫтында билдәлелек ала, ул 1881 йылда, йәһүдтәр Көнсығыш Европала үҙҙәренә иғлан ителгән ҡыйратыуҙарҙан ҡасырға мәжбүр булғанда, башлана[19].

Донъяла йәһүд дәүләте буласаҡ Израилде нигеҙләү маҡсатын ҡуйған сәйәси сионизм хәрәкәтен Теодор (Беньямин Зеэв) Герцль башлап ебәрә[20][21]. 1896 йылда Герцль «Йәһүд дәүләте» (нем. Der Judenstaat) тигән китабын баҫтыра, унда йәһүд дәүләтен ниндәй итеп күреүен тасуирлай. Киләһе йылына инде Герцль Базелдә үткән беренсе Бөтә донъя йәһүд конгресына етәкселек итә, унда Бөтә донъя синонизм ойошмаһына нигеҙ һалына[22].

Икенсе алия (19041914 йылдар) Кишиневтағы ҡыйралыштан һуң башлана. 40 меңләгән йәһүд Фәләстингә килеп төпләнә[19]. Беренсе һәм икенсе алия иммигранттарының күбеһе ортодоксаль йәһүдтәр була,[23] әммә икенсе алияға киббуц хәрәкәтен башлап ебәргән социалистар ҙа инә[24].

Фәләстиндә британ мандаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышы барғанда В. Жаботинский менән И. Трумпельдор инициативаһы буйынса британ армияһы составында «Йәһүд легионы» төҙөлә, ул британ ғәскәрҙәренә Фәләстинде баҫып алырға ярҙамлаша. 1917 йылдың ноябрендә Бөйөк Британияның сит ил эштәре секретары Артур Бальфур артабан Бальфур Декларацияһы тип аталасаҡ документты сығара. Унда раҫланыуынса, Британия «Фәләстиндә йәһүд халҡы өсөн милли йорт төҙөүгә ыңғай ҡарай»[25].

19191923 йылдарҙа (Өсөнсө алия) Фәләстингә башлыса Көнсығыш Европанан 40 меңләп йәһүд күсә. Был тулҡындағылар ауыл хужалығы эштәрен белә һәм иҡтисадты күтәреү мөмкинлегенә эйә була. Британ властары иммиграцияға квота билдәләһә лә, был осор аҙағына йәһүдтәр һаны 90 меңгә етә. Изреғәл үҙәне менән Хефәр үҙәне һаҙлыҡтары киптерелә һәм ер ауыл хужалығы өсөн яраҡлыға әйләнә. Был осорҙа профсоюздар федерацияһы Гистадрутҡа нигеҙ һалына.

Илдә йәшәгән ғәрәптәр йәһүд иммиграцияһының көсәйеүе менән ризалашмай. Йәһүдтәр эре ғәрәп ер биләүселәренән ҙур биләмәләр һатып ала, ваҡ ҡуртымсыларҙы ҡыуып ебәрә. Йәһүд эшҡыуарҙары эшкә йәһүд эшселәрен алырға тырыша. Йәһүд иммиграцияһына ҡаршы ғәрәптәрҙең сығыштары һөҙөмтәһендә 1920 йылда Фәләстин фетнәләре башлана. Быға бәйле Һа-Шомер йәһүд үҙоборона ойошмаһы нигеҙендә йәһүдтәрҙең яңы хәрби ойошмаһы «Хагана» (ивритса «Оборона») барлыҡҡа килтерелә.[26]

1922 йылда Милләттәр Лигаһы Бөйөк Британияға Фәләстин мандатын тапшыра, быны «илдә йәһүд милли йортон хәүефһеҙ ойоштороу өсөн сәйәси, административ һәм иҡтисади шарттар булдырыу» кәрәклеге менән аңлата[27]. Мандаттың тәүге осоронда Яффа фетнәләре арҡаһында Британия йәһүд иммиграцияһын сикләй һәм йәһүд дәүләтенә тәғәйенләнгән территорияның бер өлөшөн Трансиорданияға бирә.[28]

Ул ваҡытта илдә башлыса мосолман ғәрәптәр йәшәй, әммә иң ҙур ҡала булған Йәрүсәлимдә йәһүдтәр күпселекте тәшкил итә.[29]

19241929 йылдарҙа (Дүртенсе алия) Фәләстингә 82 мең йәһүд күсә, был башлыса Польша менән Венгриялағы антисемитизм күтәрелешенә бәйле була. Был ағым күпселек урта синыф вәкилдәренән тора, улар үҫештәге ҡалаларға төпләнә, сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә һәм еңел сәнәғәткә ҡараған бәләкәй предприятиелар аса. Ләкин һуңғараҡ был тулҡын эмигранттарының яҡынса 23 меңе илдән кире китә.

1930-сы йылдарҙа Германияла нацизм идеологияһының күтәрелеше Бишенсе алияға сәбәп була. Сирек миллион самаһы йәһүд Гитлерҙан ҡаса. Был ағым 19361939 йылдарҙағы Ғәрәп ихтилалы һәм, Британия тарафынан 1939 йылда «Аҡ китап» нәшер ителеп, йәһүдтәрҙең Фәләстингә күсеүенә нөктә ҡуйылыуы менән тамамлана. Донъялағы бөтә илдәр Холокосттан ҡасып килгән йәһүдтәрҙе ҡабул итеүҙән баш тарта. Фәләстингә йәшерен күсенеүҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында «Моссад ле-Алия Бет» тигән ойошма төҙөлә, ул йәһүдтәргә Фәләстингә эләгергә һәм шулай итеп һәләкәттән ҡотолорға ярҙам итә[19].

Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға Фәләстиндең 1922 йылда 11 процент тәшкил иткән йәһүд халҡы 33 процентҡа етә[30][31]

Хәҙерге Израиль тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Израиль Дәүләтен төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945 йылдан һуң Бөйөк Британия йәһүд халҡы менән көсәйә барыусы ыҙғышҡа йәлеп ителә[32]. 1947 йылда британ хөкүмәте Фәләстин мандатынан баш тарта, быны ғәрәптәрҙе лә, йәһүдтәрҙе лә ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар таба алмауы менән аңлата[33]. Күптән түгел ойошторолған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы 1947 йылдың 29 ноябрендә Фәләстинде бүлеү планын ҡабул итә (БМО ГА-ның 181-се резолюцияһы). Был план 1948 йылдың 1 авгусына Фәләстиндә британ мандатын туҡтата һәм уның территорияһында ике дәүләт: йәһүд һәм ғәрәп дәүләте төҙөүҙе күҙҙә тота. Йәрүсәлим менән Бет-Ләхәм, был ҡалаларҙың статусы буйынса конфликт сыҡмаһын өсөн, БМО ҡарарына ярашлы, халыҡ-ара контроль аҫтындағы территориялар тип иғлан ителә.[34]

Был планды СССР һәм АҠШ кеүек ҙур державалар хуплағанға күрә ул ҡабул ителә ала. Советтар Союзы, Яҡын Көнсығыштағы урынын нығытырға тырышып, иң элек Бөйөк Британияның позицияһын ҡаҡшатырға ынтыла. БМО планының СССР тарафынан хупланыуы йәһүдтәр өсөн дә, ғәрәптәр өсөн дә көтөлмәгән хәл була[35][36][37]. АҠШ-тың сәйәси элитаһы эсендә был мәсьәләлә етди ҡапма-ҡаршылыҡтар булһа ла, дәүләт департаменты етәкселеге менән ҡаршы тороуға ингән президент Гарри Трумэндың ҡарашы еңеп сыға.[38][39]

Йәһүд халҡының күпселеге Фәләстинде бүлеү планын хуплап ҡаршы ала. Менахем Бегиндың Иргун һәм Исхаҡ Шамирҙың Лехи ойошмаһы кеүек радикаль йәһүд ойошмалары ғына, был план йәһүдтәргә ҡарата ғәҙел түгел тип, унан баш тарта. Бер ни тиклем "ишув"тың (Фәләстиндә йәшәгән йәһүдтәрҙең) хөкүмәте вазифаларын да өлөшләтә үтәп торған Йәһүд агентлығы иһә БМО планын ҡабул итергә була[40]

Ғәрәп етәкселәре, шул иҫәптән Ғәрәп дәүләттәре лигаһы һәм Юғары ғәрәп советы (Фәләстин) БМО-ның Фәләстинде бүлеү планына ҡырҡа ҡаршы була[41] һәм уны тормошҡа ашырыуға бөтә көстәре менән ҡамасаулыҡ ҡыласаҡтарын белдерә[42]. Мәҫәлән, Юғары ғәрәп советының рәйесе вазифаларын үтәгән Жәмәл әл Хөссәйени 1947 йылдың 24 ноябрендә былай тип янай: «Йәһүдтәр Фәләстиндең берәй генә өлөшөнә эйә булһа ла, ил ут һәм ҡан эсендә ҡаласаҡ»[42]. Йәһүд дәүләтен төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәткән ғәрәп етәкселәре раҫлауынса, план Фәләстин халҡының 67 процентын тәшкил иткән йәһүд булмаған күпселектең хоҡуҡтарын боҙа. Йәһүд дәүләтенә тапшырылаһы территорияның майҙаны ла, сифаты ла дәғүәләшеүгә сәбәп була. Йәһүдтәр һәм ғәрәптәр араһында күп һанлы бәрелештәр булып тора.

1948 йылдың 14 майында, Фәләстингә британ мандаты тамамланыуға бер көн ҡалғанда, Дауыт Бен-Гурион БМО бүлгән территорияла йәһүд дәүләтен иғлан итә[43]. Киләһе көнөнә инде Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Израилгә һуғыш аса һәм бер юлы биш ил (Сүриә, Мысыр, Ливан, Ираҡ һәм Трвансиордания) Израилгә ҡаршы һуғыш иғлан итә. Шулай итеп, Беренсе ғәрәп-израиль һуғышы башлана[43].

Бойондороҡһоҙлоҡ һәм беренсе йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1948 йылдың 17 майында Советтар Союзы доньяла беренсе булып Израиль дәүләтен де-юре таный. АҠШ, көслө йәһүд лоббийы булыуға ҡарамаҫтан, Израилде де-факто ғына таный. Израилдең беренсе сит ил эштәре министры Моше Шарет Израилдең СССР-ға тәүге рәсми телеграммаһында «БМО-ла совет делегацияһының бойондороҡһоҙ һәм суверенлы йәһүд дәүләтен ойоштороуҙы хуплаған ныҡлы позиция биләгәне өсөн Израиль халҡының оло рәхмәтен һәм хөрмәтен» еткерә[44]

1948 йылда хәрби хәрәкәттәр башланғанға тиклем Фәләстиндә 1 миллион 250 мең ғәрәп була[45], уларҙың 750 меңе йәһүд дәүләтенә тапшырылған һәм һуғыш барышында Израиль тарафынан тартып алынған территорияларҙа йәшәй[46]. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш барышында Фәләстиндә йәшәгән 600 меңләп ғәрәп[47] йәһүдтәргә бирелгән һәм ғәрәптәргә ҡалдырылған территорияларҙағы йорттарын ташлап китергә мәжбүр була.

Бер йыл барған хәрби хәрәкәттәрҙән һуң, 1949 йылдың июлендә, Мысыр, Ливан, Трансиордания һәм Сүриә менән утҡа тотошоуҙы туҡтатыу тураһында килешеү ҡабул ителә. Уға ярашлы, Көнбайыш Галилея һәм диңгеҙ буйы тигеҙлегенән Йәрүсәлимгә тиклемге аралыҡ та йәһүдтәр ҡулы аҫтында ҡала. Йәрүсәлим Израиль менән Трансиордания араһында утты туҡтатыу һыҙаты буйынса бүленә. Израиль дәүләте мандат аҫтындағы Фәләстин территорияһының 80 процентын (Иордан аръяғынан тыш) биләй. Был ваҡытлы сиктәр «Йәшел һыҙат» тип атала. Ғәрәп дәүләте төҙөлмәй ҡала.[42] Был территорияны, Йәһүдиә, Самария һәм Көнсығыш Йәрүсәлимде, Иордания аннексиялай, ул артабан Көнбйыш яр тип йөрөтөлә башлай. Мысыр Ғәззә секторы (Газа секторы) өҫтөнән контроллек ала.

1949 йылдың 11 майында Израиль Дәүләте БМО ағзаһы тип таныла[48].

Дәүләт барлыҡҡа килгәндең тәүге йылдарында уның сәйәси майҙанында социалистик сионизм (МАПАЙ) хәрәкәте өҫтөнлөк итә, ул Израилдең беренсе премьер-министры Дауыт Бен-Гурион етәкселеге аҫтында бара[49][50]. Был йылдарҙа йәһүдтәр күпләп иммиграциялай. 1948—1958 йылдарҙа Израиль халҡы 0,8 миллиондан 2 миллионға тиклем арта[51]. Иммигранттарҙың күпселеге ҡасаҡ булғанлыҡтан мөлкәтһеҙ килә. Улар ваҡытлы палатка ҡаласыҡтарына («маабарот») урынлаштырыла. 1952 йылға ошондай ҡаласыҡтарҙа 200 меңдән ашыу иммигрант көн итә. Был кризисты хәл итеү ихтыяжы Бен-Гурионды ГФР менән репарациялар тураһында договорға ҡул ҡуйырға мәжбүр итә, был Германия менән хеҙмәттәшлек итеү ниәтенә асыуы килгән йәһүдтәрҙең көслө ҡаршылығына осрай[52].

1950-се йылдарҙа Мысыр оккупациялаған Ғәззә секторы (Газа секторы)нан һәм Иордания оккупациялаған территориянан Израилгә фәләстин боевиктары (фидаиҙар) бер-бер артлы террористик һөжүмдәр яһап тора.

1956 йылда Израиль Мысыр национализациялаған Суэц каналын ҡулдарына алырға ниәтләгән Бөйөк Британия менән Францияның йәшерен союзына берегә. Суэц кризисы барышында Синай ярымутрауы баҫып алынғандан һуң, АҠШ менән СССР баҫымы аҫтында Израиль судноларының Суэц каналы аша йөрөүенә һәм Ҡыҙыл диңгеҙгә сығыуына алмашҡа сигенергә мәжбүр була[53].

Ғәрәп-израиль конфликты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәп илдәре менән мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәһүд дәүләте барлыҡҡа килгәндең тәүге тиҫтә йыллыҡтарында ғәрәп илдәре уны ойоштороуҙың хоҡуҡилығы буйынса дәғүәләшеүҙе дауам итә, ә ғәрәп милләтселәре Насер етәкселеге аҫтында уны юҡ итеүгә саҡырыуҙан туҡтамай[54]. 1967 йылда Мысыр, Сүриә һәм Иордания үҙ ғәскәрҙәрен Израиль сигенә тарта, БМО-ның татыулыҡ урынлаштырыусыларын ҡыуып ебәрә һәм Израиль караптарына Ҡыҙыл диңгеҙгә һәм Суэц каналына юлды бикләй. Көньяҡта фидаиҙарҙың һөжүмдәре туҡтамай. Радионан сығышында Насер ғәрәп дәүләттәрен Израилде диңеҙгә төртөп төшөрөргә өндәй[55]. Был ғәмәлдәр Израиль өсөн нөктәле һөжүмдәр яһау һәм һуғыш башлау өсөн һылтау булып хеҙмәт итә, был һуғыш тарихҡа Алты көнлөк һуғыш тигән атама менән инә[56]. Был һуғышта Израиль бер нисә көн эсендә ышаныслы еңеү яулай, Синай ярымутрауын, Ғәззә секторы (Газа секторы)н, Иордан йылғаһының Көнбайыш ярын, Көнсығыш Йәрүсәлимде һәм Голан бейеклектәрен яулай. 1949 йылғы йәшел һыҙат Израиль менән яңы территориялар араһындағы административ сиккә әүерелә. Йәрүсәлим сиктәре ҡаланың көнсығышына табан киңәйә. 1980 йылда ҡабул ителгән Йәрүсәлим тураһындағы закон ҡаланың сиктәрен йәнә бер тапҡыр раҫлай һәм Йәрүсәлимдең статусы тураһында халыҡ-ара бәхәс ҡубыуға сәбәп була.

Израиль премьер-министры Голда Меир

1967 йылда ғәрәп дәүләттәренең еңелеүе ғәрәп радикализмы һәм терроризмының үҫеүенә килтерә — Фәләстинде азат итеү ойошмаһының эшмәкәрлеге әүҙемләшә[57][58]. 1960-сы йылдар аҙағы — 1970-се йылдар башында фәләстин террорсылары бөтә донъя буйлап израилдәргә һөжүмдәрҙең беренсе тулҡынын йәйелдерә. 1972 йылда Мюнхендағы Йәйге Олимпиадала Израиль атлеттарын ирекһеҙләп тотоу иң билдәле теракт булып иҫәпләнә[59]. Немец махсус хеҙмәттәре, аманат итеп алынғандарҙы ҡотҡарырға тырышып, уңышһыҙлыҡҡа тарый һәм аманаттар барыһы ла һәләк була. Был теракт өсөн яуаплы террорсылар бик тиҙ иреккә сығарыла[60]. Израиль махсус хеҙмәттәре «Алла ҡапҡаһы» тигән яуап операцияһын үткәрә һәм һөжүмдә ҡатнашҡандарҙың бөтәһе лә эҙләп табыла һәм үлтерелә[61]

1973 йылдың 6 октябрендә, йәһүдтәр өсөн айырыуса изге булған Йом Киппурҙа (Ҡиәмәт көнө), бөтә диндар йәһүдтәр синагогала булғанда, Мысыр менән Сүриә Израилгә һөжүм итә. Израиль хөкүмәте өсөн был һуғыш көтөлмәгәнлек була. Ҡиәмәт көнө һуғышы 26 октябрҙә тамамлана. Һөжүм ЦАХАЛ тарафынан уңышлы кире ҡағыла[62]. Һуғыш йомғаҡтарын эске тикшереү хөкүмәттән яуаплылыҡты алһа ла, йәмәғәтселектең ризаһыҙлығы премьер-министр Голда Меирҙы отставкаға китергә мәжбүр итә.

1977 йылда Кнессетҡа һайлауҙар Израилдең сәйәси тормошонда боролош яһай. Беренсе тапҡыр Херут (хәҙерге Ликуд), Менахем Бегин етәкселеге аҫтында күпселек тауышты йыйып, дәүләт барлыҡҡа килгәне бирле властан китмәгән МАПАЙ (хәҙерге Авода) партияһынан илгә контроллек итеү мөмкинлеген тартып ала.[63]

1978 йылда Израилгә Мысыр президенты Әнүәр Садаттың тарихи сәфәре була. Был ваҡиға Израилдең ғәрәп дәүләте башлығы тарафынан тәүге танылыуы булып тора[64]. Ике йылдан Әнүәр Садат менән Менахем Бегин Мысыр-Израиль солох договорына ҡул ҡуя,[65] уға ярашлы, Израиль Мысырға Синай ярымутрауын ҡайтарып бирә һәм Фәләстин автономияһын ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр башларға йөкләмә ала.

1982 йылда Израиль Фәләстинде азат итеү ойошмаһы базаларын юҡ итеү маҡсатында Ливан граждандар һуғышына барып ҡыҫыла. Был операция «Галилеяға тыныслыҡ» тип атала, ләкин аҙаҡ Беренсе Ливан һуғышы тигән атама ала[66]. 1985 йылда Израиль Ливан территорияһынан ғәскәрҙәрен сығара, 2000 йылға тиклем Израиль ҡулы аҫтында торған буфер зонаһында ғына хәрбиҙәр ҡалдыра.

1994 йылда Израиль-Иордания солох договоры төҙөлә, Иордания Израиль менән мөнәсәбәттәрен көйләгән икенсе ғәрәп дәүләте була.[67]

2000 йылда премьер-министр Эхуд Барак Көньяҡ Ливандан ғәскәрҙәрҙе сығара.

2006 йылдың 12 июлендә Ливандың шиғый террорсы ойошмаһы Хезболла Израиль тораҡ пункттарына бер нисә ракета ебәрә һәм Израиль ғәскәрҙәре позицияларына һөжүм итә. Был ойошмаға Сүриә һәм Иран ыңғай ҡарашта тора.[68][69][70][71][72][73][74]

Хезболланың провокацион сығыштары Икенсе Ливан һуғышы тоҡаныуға сәбәпсе була. БМО баҫымы аҫтында утҡа тотошоу туҡтатыла.

2008 йылдың майында Төркиәлә Сүриә менән туранан-тура булмаған һөйләшеүҙәр барғаны билдәле була[75]

Фәләстин ғәрәптәре менән мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1987 йылда Иордандың Көнбайыш ярында һәм Ғәззә секторы (Газа секторы)нда ғәрәптәр Израиль идараһына һәм оккупацияһына ҡаршы баш күтәрә (Беренсе интифада)[76]. Һөҙөмтәлә, интифаданың артабанғы алты йылы эсендә 180 израилле һәм меңдән ашыу ғәрәп үлтерелә.

1988 йылда Фәләстинде азат итеү ойошмаһы Израилдең хоҡуғын таный һәм террорсыл көрәш алымдарынан баш тартыуын белдерә[77].

Фарсы ҡултығындағы һуғыш барышында 1991 йылда фәләстин ғәрәптәренең күпселеге һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы Саддам Хөсәйен яҡлы була һәм Ираҡтың Израилгә ракеталар менән һөжүм итеүҙәрен хуплай[78][79].

Исхаҡ Рабин менән Ясир Арафат президент Билл Клинтон эргәһендә килешеүҙәр төҙөгәндә ҡул ҡыҫыша, Осло, 1993 йылдың 13 сентябре

1992 йылда Исхаҡ Рабин Израиль премьер-министры булғас, Израиль ғәрәп күршеләре менән уртаҡ тел табыу сәйәсәтен үткәрә башлай[80][81]. 1993 йылда Шимон Перес менән Мәхмуд Аббас Ослола тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуя[82]. Ошо килешеүҙәр менән Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) ойошторола, уға Иордандың Көнбйыш яры менән Ғәззә секторы (Газа секторы) өҫтөнән контроллек итеү вазифаһы тапшырыла. 5 йыл эсендә конфликтты тулыһынса көйләү планлаштырыла .[83][84](недоступная ссылка) Ләкин фәләстин ислам төркөмдәре теракттар һәм һөжүмдәрҙе дауам итә[85], Израиль армияһының яуап ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә тыныс халыҡ та һәләк була.[86].

1995 йылдың ноябрендә Исхаҡ Рабин йәһүд экстремисы Игаль Әмир тарафынан үлтерелә.

1990-сы йылдар аҙағында премьер-министр Бинйәмин Нетанияһу ғәскәрҙе Хеврондан сығара[87] һәм Уай-Ривер меморандумына ҡул ҡуя, был документ фәләстиндәрҙең үҙидаралыҡ хоҡуҡтарын киңәйтә[88]

2000 йылдың июлендә премьер-министр Эхуд Барак Кэмп-Дэвидтағы саммитта АҠШ президенты Билл Клинтон аралашсылығында Ясир Арафат менән һөйләшеүҙәр үткәрә. Был саммитта Эхуд Барак Ғәззә секторы (Газа секторы) менән Иордан йылғаһының Көнбайыш ярындағы территорияларҙың 97 процентында фәләстин дәүләте төҙөү планын тәҡдим итә. Ул фәләстин дәүләтенә кисекмәҫтән тотош Ғәззә секторы (Газа секторы)н һәм Көнбайыш ярҙың 73 процентын бирергә, ҡалған 20 процентты киләһе10-25 йыл эсендә тапшырырға тәҡдим итә. Был тәҡдимде тормошҡа ашырған осраҡта тәүҙә Фәләстин дәүләте бер-береһенә бәйһеҙ 4 өлөштән торор, улар араһында Израиль биләмәләре ятыр һәм дәүләт Израилдән башҡа бер ил менән дә уртаҡ сикле булмаҫ ине[89]. Израиль тәҡдимдәренә ярашлы, Йәрүсәлимдең ҙур өлөшө, Көнсығыш Йәрүсәлимде лә индереп, Израиль буйһоноуында ҡалырға тейеш була. Фәләстин дәүләтенә демилитаризацияланыу шарты ҡуйыла. Арафат был тәҡдимдәрҙән баш тарта[90]. Һөҙөмтәһеҙ һөйләшеүҙәрҙән һәм Ликуд партияһы лидеры Ариэль Шарондың Ҡорам тауына ғәрәптәр провокацион тип ҡабул иткән сәфәренән һуң, фәләстин ғәрәптәре Әл-Аҡса интифадаһын башлай.

2001 йылда Израиль премьер-министры итеп Ариэль Шарон ҡуйыла. Уның тәүге йылдарында Израиль менән Фәләстин автономияһы араһында һөйләшеүҙәр туҡтап ҡала. Фәләстин террорсы ойошмалары әүҙемләшә. Бецелем хоҡуҡ яҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2000—2008 йылдар эсендә 1053 израилле һәләк була, уларҙың 335-е хәрби була[91].

Израиль армияһы ла яуап операциялары һәм авиаһөжүмдәре яһап тора. Бецелем мәғлүмәттәре буйынса, 20002006 йылдарҙа 4281 фәләстин һәләк була, уларҙың 2038-е — ябай граждандар, меңдәрсә кеше яралана, йортһоҙ ҡала. Израиль Фәләстин автономияһы властарын терросыларға булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй. 2002 йылдың яҙынан 2004 йылдың көҙөндә билдәһеҙ сәбәптән вафат булғанына тиклем Фәләстин автономияһы президенты Ясир Арафат Рамаллалағы резиденцияһында йорттағы әсир булып ултыра.

2005 йылда Шарон хөкүмәте Ғәззә секторы (Газа секторы)нан бер яҡлы сығыу планын тормошҡа ашыра, һөҙөмтәлә, 25 йәһүд торамаһы емертелә, 7 мең кеше йорт-ерһеҙ ҡала (Израиль дәүләте уларға һәр ғаилә иҫәбенә уртаса 300 мең доллар аҡса вәғәҙә итә, ләкин түләмәй[92]). Шарон шулай уҡ Израиль ере менән Көнбйыш яр араһында Хәүефһеҙлек диуарын төҙөүҙе башлай[93] . 2006 йылдың ғинуарында Ариэль Шаронға инсульт була, ул комаға төшә, һәм премьер-министр вазифаһын Эхуд Ольмерт үтәй башлай.

2006 йылдың ғинуарында парламент һайлауҙарында Фәләстин автономияһы территорияларында радикаль исламсы хәрәкәт ХАМАС еңә.

2007 йылдың 27 ноябрендә Эхуд Ольмерт менән Мәхмуд Аббас һөйләшеүҙәр башларға һәм 2008 йыл аҙағына фәләстин дәүләте мәсьәләһен хәл итергә килешә. Ләкин һөйләшеүҙәр 2008 йылдың аҙағында Израиль тарафынан Ғәззә секторы (Газа секторы)нда ХАМАС төркөмөнә ҡаршы «Ҡойолған ҡурғаш» операцияһын үткәреү арҡаһында өҙөлә. Израиль был операцияны үткәреү ихтыяжын Газанан күп йылдар буйы алып барылған ракеталар атыуҙы туҡтатыу кәрәклеге менән аңлата; операция һөҙөмтәһендә 1300-ҙән ашыу фәләстин һәм 14 израилле һәләк була.

2009 йылда ФАТХ менән һөйләшеүҙәр Израилдең яңы премьер-министры Бинйәмин Нетанияһу һәм АҠШ-тың яңы президенты Барак Обама ҡатнашлығында дауам иттерелә. 21 июндә Нетанияһу Яҡын Көнсығышта хәлде көйләү планын тәҡдим итә, шуның сиктәрендә, әгәр фәләстиндәр Израилде йәһүдтәрҙең милли йорто итеп таныһа, сикләнгән хоҡуҡтарға эйә булған фәләстин дәүләте төҙөлөүгә риза буласағын белдерә[94][95].

СССР-ҙан һәм БДБ илдәренән репатриация (алия)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР-ҙа власҡа Горбачёв килгәс һәм АҠШ хөкүмәте (шәхсән президент Рейган) баҫымы аҫтында СССР-ҙан эмиграциялау ҡағиҙәләре ябайлаштырыла. 1989 йылда СССР-ҙан Израилгә күпләп репатриацияланыу башлана. 1989 йылдың октябренән башлап АҠШ-та СССР ҡасаҡтарын ҡабул итеүгә сикләү һалыу ҙа үҙ йоғонтоһон яһай. Антисемитизм күренештәре лә репатриацияланыуҙың күтәрелеүенә сәбәп була. «Память» ойошмаһы 1987—1990 йылдарҙа "жид-масон заговоры"на ҡаршы күп һанлы акциялар үткәрә. 1990 йылдың яҙында йәһүдтәрҙе ҡырырға әҙерлек барыуы тураһында провокацион имеш-мимештәр таратыла.

19891990 йылдарҙа Израилгә СССР-ҙа 200 меңдән ашыу репатриант килә.

СССР тарҡалыуы, БДБ илдәрендәге иҡтисади һәм сәйәси проблемалар репатриацияны көсәйтә. «Ҙур Алия» барышында Израилгә СССР-ҙан һәм БДБ-нан миллиондан ашыу йәһүд сыға.

2004 йылда Израилгә 22 меңләп яңы репатриант күсә, был 2003 йылға ҡарағанда 1 меңгә кәмерәк. 2005 йыл эсендә Израилгә 23 мең кеше репатриациялана (+4,4 процент). 1989 йылдан алып тәүге тапҡыр элекке СССР-ҙан килгән репатрианттар өлөшө бөтә күләмдең яртыһынан кәмерәк була — яҡынса 10,1 мең кеше (48,1 процент). Уларҙың 4000-е Рәсәйҙән, 3000 самаһы Украинанан, был һандар 2003 йылға ҡарағанда 18 һәм 21 процентҡа әҙерәк. Башҡа илдәрҙән 2004 йылда күскән репатрианттарҙан 3700 самаһы кеше (17,6 %) — Эфиопиянан, 2000-ләбе (9,5 %) — Франциянан, 1900-ө (9,0 %) — АҠШ-тан. 2006 йылда Израилгә 19 900 иммигрант килә, был 2005 йылдағыға тиң тиерлек.[96]

Ләкин репатрианттарҙың бер өлөшө, ҡағиҙә булараҡ, Израилдә урынлашып китә алмай һәм илде ҡалдыра. Мәҫәлән, 2007 йылға Рәсәйҙә Израилдең 50 000 гражданы йәшәй ине.[97]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Деревянко А. П. Проблема заселения древними популяциями человека Евразии // Современные проблемы археологии России, 2006.
  2. Деревянко А. П. Раннепалеолитическая микролитическая индустрия в Евразии: миграция или конвергенция? // Археология, этнография и антропология Евразии 1 (25) 2006
  3. Тель-Убейдиа / 'Ubeidiya = d’Oubeidiyeh
  4. Гешер Бенот Йаков 1 и 2 / Gesher Benot Ya’acov 1 & 2
  5. AnatiE.
  6. AnatiE., HaasN.
  7. Did the first humans come out of Middle East?
  8. „Study reveals 'oldest jewellery'“, BBC (Проверено 29 августа 2009)
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 Земля Израиля. Исторический очерк — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  10. Walking the Bible Timeline (англ.
  11. Палестина древняя. Кругосвет. Проверено 7 июля 2008.
  12. »In an effort to wipe out all memory of the bond between the Jews and the land, Hadrian changed the name of the province from Iudaea to Syria-Palestina, a name that became common in non-Jewish literature.
  13. Abraham Malamat, Haim Hillel Ben-Sasson.
  14. 14,0 14,1 Clayton Miles Lehmann 135-337: Syria Palaestina and the Tetrarchy // Palestine: History 2013 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған. (англ.
  15. Ancient Palestine 2008 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (англ.
  16. Palestine: The Rise of Islam (англ.) (2007). Проверено 19 сентября 2007.
  17. Palestine: Abbasid rule (англ.) (2007). Проверено 19 сентября 2007.
  18. Турция — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  19. 19,0 19,1 19,2 Immigration (англ.
  20. Kornberg 1993 "How did Theodor Herzl, an assimilated German nationalist in the 1880s, suddenly in the 1890s become the founder of Zionism?
  21. Herzl 1946, С. 11
  22. Chapter One: The Heralders of Zionism 2009 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған. (англ.
  23. Stein 2003, С. 88
  24. Romano 2003, С. 30
  25. Balfour Declaration 1917 2007 йылдың 4 июль көнөндә архивланған. (англ.
  26. Scharfstein 1996, С. 269.
  27. League of Nations: The Mandate for Palestine, July 24, 1922 (англ.
  28. Liebreich 2005, С. 34
  29. J. V. W. Shaw.
  30. The Population of Palestine Prior to 1948 (англ.
  31. Population Statistics 2005 йылдың 22 июль көнөндә архивланған. (англ.
  32. Fraser 2004, С. 27
  33. Background Paper No. 47 (ST/DPI/SER.
  34. План ООН по разделу Палестины в энциклопедии Кругосвет
  35. Сталин и Израиль
  36. «Рука Москвы» и создание Израиля 2009 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған.
  37. Сталин и создание государства Израиль
  38. Вашингтонская битва за рождение Израиля 2009 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
  39. Гарри Трумен и его роль в создании государства Израиль 2011 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
  40. History: Foreign Domination (англ.). МИД Израиля (1 октября 2006). Проверено 6 июля 2007.
  41. Bregman 2002, С. 40-1
  42. 42,0 42,1 42,2 Планы раздела Палестины — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  43. 43,0 43,1 Part 3: Partition, War and Independence (англ.
  44. Хронограф. «Вокруг света» № 5-2008, стр. 50
  45. Report of UNSCOP — 1947
  46. Израиль и палестинская проблема. Война 1948 г. — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  47. В различных источниках приводятся цифры от 520 до 900 тыс.
  48. Two Hundred and Seventh Plenary Meeting 2007 йылдың 12 сентябрь көнөндә архивланған..
  49. Lustick 1988, pp. 37-9
  50. Israel (Labor Zionism).
  51. Population, by Religion and Population Group 2007 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған..
  52. Shindler 2002, pp. 49-50
  53. The Suez Crisis (англ.
  54. Encarta — Six-Day War 2009 йылдың 6 июнь көнөндә архивланған.
  55. Политэкономия: Шесть дней вечной войны
  56. Smith 2006, С. 126.
  57. NYTimes — The Interregnum
  58. Israel Ministry of Foreign Affairs — The Palestinian National Covenant — July 1968
  59. Ma’alot, Kiryat Shmona, and Other Terrorist Targets in the 1970s 2015 йылдың 29 декабрь көнөндә архивланған.
  60. Edmund L. Andrews, John Kifner.
  61. Crowdy 2006, С. 333
  62. 1973: Arab states attack Israeli forces.
  63. Bregman 2002, pp. 169-70 «In hindsight we can say that 1977 was a turning point…»
  64. Bregman 2002, pp. 171-4
  65. Bregman 2002, pp. 186-7
  66. Комиссия решила назвать Вторую Ливанскую войну Второй Ливанской войной
  67. Harkavy & Neuman 2001, С. 270
  68. Amos Harel.
  69. Hezbollah Raid Opens 2nd Front for Israel (англ.
  70. Hezbollah Captures Two Israeli Soldiers (англ.
  71. Clashes spread to Lebanon as Hezbollah raids Israel — International Herald Tribune
  72. חדשות nrg — חיזבאללה: חטפנו שני חיילים, שחררו אסירים
  73. Day-by-day: Lebanon crisis — week one (англ.
  74. Hezbollah: 2 Israeli Soldiers Captured 2011 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған. (англ.
  75. Peter Walker.
  76. Intifada 2008 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған..
  77. Why did the PLO suddenly decide, in 1988, that Israel had a right to exist? 2016 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
  78. Clyde Haberman.
  79. Mowlana, Gerbner & Schiller 1992, С. 111
  80. Bregman 2002, С. 236
  81. From the End of the Cold War to 2001 2007 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған. (англ.
  82. Israel-PLO Recognition: Exchange of Letters between PM Rabin and Chairman Arafat (англ.). МИД Израиля (9 Sep 1993). Проверено 15 июля 2012.
  83. Declaration of Principles on Interim Self-Government Arrangements(англ.). МИД Израиля. Проверено 4 марта 2009. .
  84. Declaration of Principles on Interim Self-Government Arrangements(недоступная ссылка — история) .
  85. Fatal Terrorist Attacks in Israel Since the Declaration of Principles(September 1993)
  86. Settlements information, Foundation for Middle East Peace 2007 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған. Sources of Population Growth: Total Israeli Population and Settler Population, 1991—2003 2008 йылдың 11 май көнөндә архивланған.(англ.)(недоступная ссылка — история) Проверено 12 декабря 2007..
  87. Bregman 2002, С. 257
  88. The Wye River Memorandum (англ.
  89. Essentials of the Camp David II Proposals by Israel
  90. Gelvin 2005, С. 240
  91. Число погибших в интифаде Аль-Акса
  92. Правительство Израиля одобрило законопроект о компенсациях переселенцам из Газы 2013 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
  93. West Bank barrier route disputed, Israeli missile kills 2 (англ.
  94. Программная речь израильского премьера в университете Бар-Илан
  95. Как построить мир на Ближнем Востоке 2012 йылдың 20 ғинуар көнөндә архивланған.
  96. Статистические итоги: к 2007 году население Израиля составляет 7 100 000 человек.
  97. Евреи возвращаются в Россию. Комсомольская правда (15 ноября 2006). Проверено 6 июля 2008.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Грант Майкл. История Древнего Израиля. — М.: Терра-Книжный клуб, 1998. — 336 с. — ISBN 5-300-01817-1
  • Грей Джон. Ханаанцы. На земле чудес ветхозаветных. — М.: Центрполиграф, 2003. — 224 с.: ил. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 5-9524-0639-4
  • Еврейские культуры: новый взгляд на историю: Сб. / Под ред. Давида Биля. — М.: Книжники, 2013. — 352 с. — Серия «История евреев». — ISBN 978-5-7516-1131-1
  • Косидовский Зенон. Библейские сказания / Пер. с пол. Э. Гессен, Ю. Мирской. — М.: Политиздат, 1978. — 4-е изд. — 456 с.: ил. — Серия «Библиотека атеистической литературы».
  • Крывелёв И. А. Раскопки в библейских странах. — М.: Советская Россия, 1965. — 320 с.: ил.
  • Липовский И. П. Библейский Израиль. История двух народов. — СПб.: ИЦ «Гуманитарная Академия», 2010. — 576 с. — ISBN 978-5-93762-066-8
  • Нот Мартин. История Древнего Израиля / Пер. Ю. П. Вартанова. — СПб.: Изд-во «Дмитрий Буланин», 2014. — 496 с. — Серия «Biblia continua». — ISBN 978-5-86007-751-5
  • Тантлевский И. Р. История Израиля и Иудеи до 70 г. н. э. — М.: Изд-во Русской Христианской гуманитарной академии, 2014. — 432 с. — ISBN 978-5-88812-580-9
  • Хэнкок Грэм. Ковчег завета. — М.: Вече, 1999. — 512 с. — Серия «Тайны древних цивилизаций». — ISBN 5-7838-0436-3
  • Церен Эрих. Библейские холмы / Пер. с нем. Н. В. Шафранской. — М.: Правда, 1986. — 2-е изд. — 480 с.: ил.
  • Циркин Ю. Б. История библейских стран. — М.: ООО «АСТ», Астрель, Транзиткнига, 2003. — 576 с. — Серия «Классическая мысль». — ISBN 5-17-018173-6
  • Шифман И. Ш. Сирийское общество эпохи принципата (I—III вв. до н. э.). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1977. — 312 с.
  • Шифман И. Ш. Ветхий Завет и его мир. — М.: Политиздат, 1987. — 240 с.: ил.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]