Б. э. т. яҡынса 5 меңенсе йылда — таш эш ҡоралдары, керамика. Игенселек, малсылыҡ барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә 500-ҙән ашыу тораҡ (Ҡараунғур мәмерйәһе, Саҡсауыл, Әкеспе, Ҡуланда торалары) табылған . Неолит революцияһы. Эш ҡоралдары: иген ҡырғыс, балталар, кәтмәндәр, килеләр. Эш ҡоралдарын эшкәртеү: шымартыу, бысыу, ялтыратыу. Сеймалдар: нефрит, гранит. Тау эштәре яралғылары: ҡойоу, баҡыр, ҡурғаш, алтын. Мәҙәниәттә: атбасар (б. э. т. VII меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. VI мең йыллыҡтың башы), кельтеминар (б. э. т. IV меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. II меңйыллыҡ башы), айдаболь[4], маханжар (күпселек ҡомартҡылар Турғай уйпатында табылған, Тубылда бары Алҡау-2 торағы ғына билдәле), нарым тамағы.
Андрон мәҙәниәте ҡатын-ҡыҙы кейеме
Каспий диңгеҙе буйындағы Аҡтау эргәһендәге балыҡсылар тораһы Ҡосҡодоҡ І неолит/энеолит осорона (б. э. т. V меңйыллыҡ аҙағы — б. э. т. IV меңйыллыҡтың беренсе яртыһы) ҡарай, уның индустрияһы ойоҡло мәҙәниәте ҡоралдарының архаик типтарына һәм хвалын мәҙәниәтенең шебир тибы материалдарына эйә булған. Ҡосҡодоҡ І тораһындағы кеше ҡәберлеге — Ҡаҙағстандағы иң боронғо ҡәберлек[5]. Железинки (Павлодар өлкәһе) эргәһендә кремацияланған неолит осоро ҡатын-ҡыҙы ҡәберлеге табылған. Иртыш йылғаһының уң яҡ ярында Аҡҡош (Лебяжий) ҡасабаһынан ике километр үрҙәрәк Homo sapiens һөйәктәрен һәм типик андрон биҙәкле көршәк формаһындағы балсыҡ һауыт табылған[6] Тубыл тораһында бырауланып тишелгән ҡолға фрагменты табылған, һәм был туҡыусылыҡ таралғанлығын күрһәтә.
Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәрендә лә күп һанлы неолит һәйкәлдәре табылған. Ҡаҙағстан территорияһындағы неолиттың мөһим проблемаһы булып таш быуат индустрияһының үҙенсәлеген билдәләү һәм неолит мәҙәниәтенең локаль варианттарын айырыу проблемаһы тора. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән бер рәттән игенселек һәм малсылыҡ барлыҡҡа килгән. Неолит осоро тораҡтары Ҡаҙағстандың бөтә территорияларында ла табылған, әммә Ҡараунҡур мәмерйәһе (Көньяҡ Ҡаҙағстан) иң әһәмиәтлеһе булып ҡала. Бында таш, һөйәк эшләнмәләре, керамика, ҡырағай хайуандар — ҡолан, айыу, болан, йәйрән, ҡабан, ҡоралай, ат һ. б. һөйәктәре табылған.
йран
Б. э. т. IV—III меңйыллыҡ — баҡыр эшләнмәләрҙең барлыҡҡа килеүе. Иретеү-ҡойоу оҫтаханалары булған 100 яҡын тора табылған (Еҙҡаҙған, Зыряновск һ. б. райондар.) Ботай мәҙәниәтенә — Ботай, Красный Яр, Бестамаҡ рәтенә ҡайтара[7]. Әммә, боронғо ДНК-ны тикшереү мәғлүмәте буйынса, ботай аттарының йорт атына мөнәсәбәте юҡлығын асып һала. Ҡайһы бер авторҙар ҡырағай атты беренсе булып эйәләштереүҙе ботай мәҙәниҡланған, улар Пржевальский ҡырағай аты нәҫеленән булып сыҡҡан[8][9].
Б. э. т. VIII—VII быуаттарҙан — б. э. II—III быуатында — Арал-Каспий төбәгендә Арал-Каспий дала ҡәбиләләре йәшәгән. Был ярымултыраҡ һәм күсмә халыҡ булған. Уларҙың төп шөғөлө — күсмә малсылыҡ, металл, ағас, тире, һөйәк, таш, йөн эшкәртеү, кейем тегеү, туҡыу, зәргәр әйберҙәре, ҡорал, ат кәрәк-яраҡтары эшләү.
Б. э. т. II меңенсе йыл башы — б. э. VIII быуат башы — Үҙәк Ҡаҙағстанда мәғдән сығарылған. Күсмә малсылыҡтың барлыҡҡа килеүе. Матриархаттың юҡҡа сығыуы. Андрон мәҙәниәте — күккә, ҡояшҡа, утҡа табыныу. Иҫкә алыу йолаһы, ритуаль ҡорбан салыу, төп ҡорбан хайуаны ат була. Беғазы — Дандыбай мәҙәниәте (Тамғалы ҡая һүрәттәре, Ешкиөлмәс).
Үҙәк Азияның төньяҡ дала бүлкәтендә донъя цивилизацияһының тәүге формаларының береһе — күсмә малсылыҡ хужалығы тарихи рәүештә барлыҡҡа килгән. Үҙәк азия төбәгендә неолит дәүеренең ҙур ҡаҙанышы булып атты һыбай йөрөүгә һәм егеүгә өйрәтеү торған[10]. Шул уҡ ваҡытта күскенсе малсылыҡҡа[1] кәрәкле дөйә, ҡырағай овчарка, тау тәкәһе ҡулға эйәләштерелгән. Бронза дәүере андрон мәҙәниәте (геометрик орнаментлы балсыҡ һауыт, бронза бысаҡтар һәм уҡ башаҡтары һ . б.) ҡомартҡыларында сағыла, улар б. э. т. XII—XVIII бб. ҡарай һәм Көньяҡ Урал һәм Көньяҡ Себер далаларында табыла[11]. Алматы өлкәһе Баян Журәк петроглифтарында бронза дәүерендәге[12] пар атлы арбалағы ат йөрөтөүсе һүрәтләнгән. Тамғалыла табылған петроглифтарҙың күп өлөшө бронза дәүеренә ҡарай.
«Алтын кеше»
Монгол тауҙарынан Днепр һәм Дунай йылғаларына саҡлы бик ҙур дала территорияһында йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙе гректар скифтар, фарсылар — саҡтар тип атаған. Хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәләрендә йәшәгән ҡәбиләләр тураһында яҙма мәғлүмәт б. э. т. I меңйыллыҡта билдәлелек алған. Б. э. т. I меңйыллыҡта Геродот үҙенең "Тарих"ында [3] һүрәтләү саҡтарҙы (б. э. т. VII—III быуаттар) һүрәтләй һәм уларҙың Әһәмәнид Ираны менән күрше булыуы, шулай уҡ уларҙың фарсы илбаҫарҙары Кир, Дарий I батшалар, менән көрәше тураһында яҙа. Көньяҡ саҡтарҙың — Арал буйында күсенеп йөрөүсе массагеттарҙың батшабикәһе Томирис б. э. т. 530 йылда Кирҙың үҙен язалаған. Б. э. т. 519 йылда Дарий ҙа яугир саҡтарҙың атлы отрядтарын еңә алмаған. Азияла Ҡуш мөгөҙлө (торҡаһының формаһына ҡарап) Искәндәр тигән ҡушамат тағылған Бөйөк Александр б. э. т. 327 йылда үҙенең төньяҡҡа еңеүле алға барыуын Яҡсарт (Һырдаръя) йылғаһы буйында тутатҡан, сираттағы Заяксарт Антиохияһы йәғни Александрия Эсхата (Алыҫ), һуңыраҡ Хужанд тигән тораҡҡа нигеҙ һалған, һәм, иге-сиге булмаған далаға үтергә йөрьәт итмәйсә, көньяҡҡа, Һиндостанға, боролған.
Саҡ мәҙәниәтенең билдәле ҡомартҡылары булып Или йылғаһы үҙәнендәге Бесшатыр (Биш сатыр) ҡәберлеге һәм Алма-Ата янындағы Иссыҡ ҡурғаны тора. Унда тикшеренеүселәр «Алтын кеше» тип атаған алтын пластиналарҙан эшләнгән һайман кейгән затлы ҡатламға ҡараған саҡ һөлдәһе (б. э. т. V—VI бб.) табылған. Саҡ сәнғәтенә саҡ -скиф «йәнлек стиле» хас, һәм был, күрәһең, өҫтөнлөклө хужалыҡ тибын — күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡты, уның күләгәһендә үҫешкән игенселекте (Һырдаръя, Чу һәм Талас йылғалары үҙәнендә) сағылдырған. Көньяҡ Алтайҙағы Пазырыҡ ҡәбер ҡурғандарында (б. э. т. III—V бб.) ҡаҙаҡ халыҡ эшләнмәләренә орнаменталь биҙәү һәм башҡарыу техникаһы буйынса ҡаҙаҡ кейеҙ һәм өлпәкле ворсистый келәмдәренә яҡын — ҡаҙ.түкті кілем — «өлпәкле келәм» һәм ҡаҙ.сырмақ — «йәнлектәрҙең кәкере мөгөҙҙәре рәүешендәге аппликация менән биҙәлгән һырылған кейеҙ»[13] фрагменттары табылған.
Б. э. т. III—II быуаттарҙа Алтайҙан көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта протомонгол һәм прототөрөк дала киңлектәрендә йәшәгән ҡәбиләләрҙән, һуңыраҡ, б. э. II быуатта, тарҡалған һунну халҡы барлыҡҡа килгән, һундарҙың бер өлөшө Жунғар Алатауында урынлашҡан һәм Юэбань дәүләтен ойошторған, башҡалары көнбайыш Ҡаҙағстандың Волга, Эмба һәм Яйыҡ һәм артабан Дон райондарына күсенгән, ә 375 йылда көнбайыш Европаға юлланған һәм шуның менән Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүен башлаған.
Б. э. I мең йыллығы уртаһында АлтайАлтай тауҙарынан алып Каспий диңгеҙенә тиклем киңлектәрҙә күсмә ҡәбиләләрҙең боронғо төрөк союзы һәм дәүләтселеге барлыҡҡа килә башлаған.
Тәүге Төрки ҡағанаты (552—603 йылдар) Дала тарихында мөһим этап булған. Һөнәрҙәр, сауҙа үҫешә башлаған, шунда уҡ Ҡытайҙан Фарсыстанға һәм артабан Европаға Бөйөк ебәк юлы нығынған.
Чу, Талас, Һырдаръя йылғалары ағымы буйлап һәм Арал диңгеҙе ярҙарында Ебәк юлында мөһим тораҡ пункты булған Чирик-Рабат, Отрар, Сығнаҡ, Испижаб, Тараз һәм Баласағун ҡалалары барлыҡҡа килгән.
↑Таймагамбетов Ж. К. Древнейшая стоянка древнего человека в Восточном Казахстане // Маргулановские чтения. — Петропавловск: Петропавловск. пед. ин-т, 1992. — С. 26-27.
↑Шуньков М. В., Таймагамбетов Ж. К., Павленок К. К., Анойкин А. А., Рыбалко А. Г., Харевич В. М. Стоянка-мастерская Курчум — новый палеолитический памятник на Южном Алтае // Проблемы археологии, этнографии, антропологии Сибири и сопредельных территорий. Том: XXI Год: 2015