Ҡаҙағстандың административ бүленеше
Ҡаҙағстан Республикаһы — унитар дәүләт, административ рәүештә 16 территориаль берәмектән тора: 14 өлкә һәм 3 республика әһәмиәтендәге ҡала.
Хәҙерге административ бүленеше
Беренсе кимәл
Ҡаҙағстан Республикаһы административ рәүештә 14 өлкәгә һәм 2 республика әһәмиәтендәге ҡалаға бүленгән[1]. Бынан башҡа махсус статуслы ҡала бар — Байҡоңыр (Байконур), ул 2050 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы тарафынан ҡортомға алына һәм был осорҙа уның менән Рәсәй Федерацияһының федераль әһәмиәтендәге ҡала статусына тура килгән мөнәсәбәттәргә эйә[2].
| № | Гербы | Ҡала/Өлкә | Административ үҙәге |
Майҙаны, км² |
Халҡы, кеше, 01.01.2016[3] |
Халыҡ тығыҙлығы, кеше/км² |
Тулайым төбәк продукты, 2016 млрд тенге[4] |
Тулайым төбәк продукты, 2016 йән иҫәбенә мең тенге[4] | |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ҡаҙаҡса атамаһы |
башҡортса атамаһы | ||||||||
| Республика әһәмиәтендәге ҡалалар | |||||||||
| 1 | Астана ҡалаһы | Нұр-Сұлтан | Астана | 710 | 872 655 | 1229,09 | 4 865,3 | 5 273,3 | |
| 2 | Алматы ҡалаһы | Алматы | Алматы | 682 | 1 703 481 | 2497,77 | 10 601,3 | 6 138,5 | |
| Өлкәләр | |||||||||
| 3 | Аҡмулла өлкәһе | Көкшетау | Көкшетау | 146 219 | 744 411 | 5,09 | 1 344,3 | 1 181,2 | |
| 4 | Аҡтүбә өлкәһе | Ақтөбе | Аҡтүбә | 300 629 | 834 813 | 2,78 | 2 071,1 | 2 464,9 | |
| 5 | Алматы өлкәһе | Талдықорған | Талдыҡурған | 223 911 | 1 947 737 | 8,53 | 2 190,0 | 1 114,2 | |
| 6 | Атырау өлкәһе | Атырау | Атырау | 118 631 | 594 576 | 5,01 | 5 200,7 | 8 653,1 | |
| 7 | Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе | Өскемен | Өскемен | 283 226 | 1 396 086 | 4,93 | 2 793,9 | 2 006,0 | |
| 8 | Жамбыл өлкәһе | Тараз | Тараз | 144 264 | 1 110 965 | 7,70 | 1 182,8 | 1 062,7 | |
| 9 | Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе | Орал | Уральск | 151 339 | 636 875 | 4,21 | 2 032,7 | 3 179,8 | |
| 10 | Ҡарағанды өлкәһе | Қарағанды | Ҡарағанды | 427 982 | 1 385 037 | 3,24 | 3 712,1 | 2 682,6 | |
| 11 | Ҡустанай өлкәһе | Қостанай | Ҡустанай | 196 001 | 883 658 | 4,51 | 1 522,3 | 1 727,0 | |
| 12 | Ҡыҙылурҙа өлкәһе | Қызылорда | Ҡыҙылурҙа | 226 019 | 765 227 | 3,39 | 1 308,3 | 1 701,1 | |
| 13 | Маңғыстау өлкәһе | Ақтау | Аҡтау | 165 642 | 626 777 | 3,78 | 2 463,4 | 3 880,6 | |
| 14 | Павлодар өлкәһе | Павлодар | Павлодар | 124 755 | 758 595 | 6,08 | 1 975,5 | 2 606,9 | |
| 15 | Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе | Петропавл | Петропавловск | 97 993 | 569 507 | 5,81 | 918,2 | 1 621,0 | |
| 16 | Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе | Шымкент | Шымкент | 117 249 | 2 840 557 | 24,23 | 2 789,2 | 975,3 | |
| Барлығы | 2 724 902 | 17 670 957 | 6,48 | 46 971,2 | 2 639,7 | ||||
Икенсе кимәл
Административ бүленештең икенсе кимәлендә 160 ауыл районы, 11 ҡала районы (республика әһәмиәтендәге ҡалаларҙа — Алматы һәм Астана) һәм 38 өлкә әһәмиәтендәге ҡала бар.
Өсөнсө кимәл
2017 йылдың 1 июленә ҡарата административ бүленештең өсөнсө кимәлендә 47 район әһәмиәтендәге ҡала, 6 ҡала районы (өлкә әһәмиәтендәге ҡалаларҙа — Шымкент һәм Ҡарағанды), 26 ҡасаба акиматы, 2283 ауыл округы акиматы һәм 82 ауыл акиматы иҫәпләнә[5].
Тарихы
Ҡаҙаҡ ханлығы
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Ҡаҙаҡ ханлығы
Рәсәй империяһы
XX быуат башына ҡарай хәҙерге Ҡаҙағстандың территорияһы Рәсәй империяһының 7 өлкә составында була:
- Каспий аръяғы өлкәһе
- Уральск өлкәһе
- Турғай өлкәһе
- Аҡмулла өлкәһе
- Семипалатинск өлкәһе
- Ете йылға өлкәһе
- Һырдаръя өлкәһе
Бүкәй Урҙаһы Әстерхан губернаһы составында инә.
Совет осоро
- 1920. РСФСР составында баш ҡалаһы Ырымбурҙа булған Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола.
- 1925. Ҡырғыҙ АССР-ының исеме Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә (үҙәге Ҡыҙылурҙа).
- 1927. Ҡаҙаҡ АССР-ының баш ҡалаһы Алматыға күсерелә.
- 1928. Ҡаҙаҡ АССР-ының бөтә губерналары бөтөрөлә, ә уның территорияһы 13 округҡа бүленә (Адай, Аҡмулла, Аҡтүбә, Алма-Ата, Гурьев, Кәркәрәле, Ҡыҙылурҙа, Ҡустана, Павлодар, Петропавловск, Семипалатинск, Һырдаръя һәм Уральск).
- 1929. Адай округы бөтөрөлә.
- 1930. Ҡараҡалпаҡ автономиялы округы Ҡаҙаҡ АССР-ы составынан РСФСР-ға күсерелә. Барлыҡ округтар бөтөрөлә.
- 1932. Ҡаҙаҡ АССР-ы составында булған Ҡара-Боғаҙ-Гол ҡултығы тирәһендәге территория Төркмән ССР-ы составына бирелә[6].
- 1933. ВЦИК Президиумы Ҡаҙаҡ АССР-ы составында 6 өлкә (Аҡтүбә, Алма-Ата, Көнсығыш Ҡаҙаҡ, Көнбайыш Ҡаҙаҡ, Ҡарағанды, Көньяҡ Ҡаҙаҡ) ойошторола, улар үҙ сиратында 123 районға һәм бер округҡа (Гурьев) бүленә[7]
- 1934. Республиканың төньяҡ-көнбайышындағы биләмәләренең бер өлөшө РСФСР составында яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһе составына бирелә. Кәркәрәле округы ойошторола.
- 1936. СССР-ҙа яңы конституция ҡабул ителгәндән һуң Ҡаҙаҡ АССР-ы союздаш республикаһы статусына тиклем күтәрелә һәм РСФСР составынан сығарыла. Ике яңы өлкә ойошторола — Ҡустанай һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан. Гурьев һәм Кәркәрәле округтары бөтөрөлә.
- 1938. Гурьев, Ҡыҙылурҙа һәм Павлодар өлкәләре ойошторола.
- 1939. Аҡмулла, Джамбул һәс Семипалатинск өлкәләре ойошторола.
- 1944. Көкшетау һәм Талдыҡурған өлкәләре ойошторола.
- 1959. Талдыҡурған өлкәһе бөтөрөлә.
- 1960. Аҡмулла өлкәһе бөтөрөлә.
- 1961. Аҡмулла өлкәһе Целиноград өлкәһе исеме аҫтында тергеҙелә.
- 1962. Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе — Уральск өлкәһе тип, Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе — Шымкент өлкәһе тип исемдәре үҙгәртелә. 3 край ойошторола:
- Көнбайыш Ҡаҙағстан крайы (Аҡтүбә, Гурьев, Уральск өлкәләре).
- Сиҙәм крайы (Көкшетау, Ҡустанай, Павлодар, Төньяҡ Ҡаҙағстан, Целиноград өлкәләре).
- Көньяҡ Ҡаҙағстан крайы (Джамбул, Ҡыҙылурҙа, Шымкент өлкәләре).
- 1964. Барлыҡ крайҙар бөтөрөлә.
- 1967. Талдыҡурған өлкәһе тергеҙелә.
- 1970. Турғай өлкәһе ойошторола.
- 1973. Еҙҡаҙған һәм Маңғышлаҡ өлкәләре ойошторола.
- 1988. Маңғышлаҡ һәм Турғай өлкәләре бөтөрөлә.
- 1990. Маңғыстау (элекке Маңғышлаҡ өлкәһе) һәм Турғай өлкәләре тергеҙелә.
Постсовет осоро
- 1991. Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
- 1992. Гурьев өлкәһенең исеме Атырау өлкәһе, Алма-Ата өлкәһе — Алматы өлкәһе, Целиноград өлкәһе — Аҡмулла өлкәһе, Уральск өлкәһе — Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе, Шымкент өлкәһе — Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе тип үҙгәртелә.
- 1993. Джамбул өкәһе — Жамбыл өлкәһе тип үҙгәртелә.
- 1997. Еҙҡаҙған, Көкшетау, Семипалатинск, Талдыҡурған һәм Турғай өлкәләре бөтөрөлә. Эске өлкә бүленеше (райондар) үҙгәртелә. Ҡаҙағстандаңы баш ҡалаһы Аҡмуллаға күсерелә.
- 1998. Аҡмулла ҡалаһының исеме Астана тип үҙгәртелә[8].
- 1999. Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе райондарының бер өлөш (Көкшетау ҡалаһы менән бергә) Аҡмулла өлкәһе составына бирелә (өлкә үҙәге Астана ҡалаһынан Көкшетауға күсерелә).
- 2001. Алматы өлкәһенең үҙәге Талдыҡурған ҡалаһына күсерелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Географическое положение, природные условия
В республике 14 областей, 86 городов, в том числе 2 города республиканского подчинения (г. Астана, г. Алматы), 168 районов (8 районов в городах), 174 поселка
- ↑ Международное Соглашение между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 1995 года, статья 1, пункт 1. Субъектом Российской Федерации не является. Система городского управления определяется статьей 5 Соглашения между Российской Федерацией и Республикой Казахстан о статусе города Байконур, порядке формирования и статусе его органов исполнительной власти от 23 декабря 2005 г.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2016 года 2016 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Валовой региональный продукт Республики Казахстан за 2016 год 2018 йылдың 14 май көнөндә архивланған.
- ↑ Административно-территориальные единицы Республики Казахстан на 1 июля 2017 года 2018 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Установление границ независимого Казахстана. Архивировано 24 ғинуар 2016 года.
- ↑ О новом административно-территориальном делении Казакской АССР
- ↑ Указ президента Республики Казахстан о переименовании города Акмолы — столицы Республики Казахстан в город Астана — столицу Республики Казахстан 2012 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.