Тараз
Тараз (ҡаҙ.
; совет осоронда — Әүлиә-Ата, Мырзаян, Ямбыл) — Ҡаҙағстандың Ямбыл өлкәһенең административ үҙәге булған ҡала. Халыҡ һаны — 431 160 кеше (2024 йылдың февраленә ҡарата). Ҡалала халыҡ-ара аэропорт, тимер юл вокзалы, автоүҙәктәр, сауҙа үҙәктәре, күңел асыу комплекстары, күпселек скверҙар һәм парктар бар.
Тарихы
XIII—XV быуаттарҙа ҡала Монгол империяһының Сығатай улусының составында була. 1465 йылдан 1718 йылға тиклем — Ҡаҙаҡ ханлығының иң мөһим ҡалаларының береһе. 1723—1727 йылдарҙа джунгарҙар менән һуғыштар ваҡытында емерелгән ҡалалар иҫәбенә инә.
1723 йылда Талас үҙәне, хәҙерге Ҡаҙағстандың күпселек көньяҡ райондары кеүек үк, йонғарҙар тарафынан баҫып алына һәм 1756 йылға тиклем улар хакимлығында була.
XVIII—XIX быуаттарҙа ҡала Коканд ханлығы составында була.
1856 йылда ҡала Әүлиә-Ата исеменә үҙгәртелә. Был исем уға Ҡараханиҙар династияһы вәкилдәренең Ҡарахан хөрмәтенә бирелә. Ҡала үҙәгендә («Динамо» стадионы районында) Ҡарахан кәшәнәһе урынлаша.
864 йылда, Рәсәй империяһы Урта Азияны колониялаштырыу осоронда, полковник М. Г. Черняев етәкселегендәге ғәскәр Әүлиә-Ата ҡәлғәһен баҫып ала.
1917 йылда ҡала аша Арыҫтан Верный ҡалаһына тиклем Етеһыу тимер юлы һалына, был ҡала һәм төбәк үҫешен тиҙләтә. Совет осоронда был юл Төрксеб тимер юлының бер өлөшө булып китә (1930).
1936—1938 йылдарҙа ҡалаға Ҡаҙаҡ ССР КП(б) Үҙәк Комитетының беренсе секретары Левон Мырзаян хөрмәтенә Мырзаян исеме бирелә. Артабан ул репрессиялана һәм 1939 йылдың 26 февралендә атыла.
1938 йылда ҡалаға ҡаҙаҡ шағиры һәм аҡыны Ямбыл Ябаев хөрмәтенә Ямбыл тип үҙгәртелә.
1959 йылдың 14 авгусында Ямбыл ҡалаһына, бығаса административ яҡтан уға буйһонған Ямбыл һәм Сахарозаводской эшселәр ҡасабалары ҡушыла.
1968 йылда Ямбыл өлкә филармонияһы ойошторола.
1997 йылдың 8 ғинуарында Ҡаҙағстан президенты указы буйынса «Ямбыл өлкәһенең урындағы башҡарма органдарының һәм йәмәғәтселек теләктәрен иҫәпкә алып, Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Дәүләт ономастика комиссияһы һығымтаһына таянып» Ямбыл ҡалаһы Тараз тип үҙгәртелә.
2002 йылдың 26 сентябрендә тараздар ҙур байрам — ҡаланың 2000 йыллығын билдәләй, был ваҡиға рәсми рәүештә ЮНЕСКО тарафынан таныла. Тантанала Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев ҡатнаша, юбилей уңайына яңыртылған Ҡарахан кәшәнәһен һәм тарихи-крайҙы өйрәнеү музейын да барып ҡараны.
2010 йылдың 3 февралендә ҡаланың яңы генераль планына ярашлы, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы биләмә 12 833 гектарҙан 18 787 гектарға тиклем киңәйтелде.
Географик мәғлүмәт
Тараз — республиканың көньяҡ өлөшөндә, Талас йылғаһы үҙәнендәге тигеҙлектә урынлаша. Майҙаны яҡынса 150 км². Ҡаланан көньяҡта Көнбайыш Тәңретау тауларының тармаҡтары, ә көнбайышта — Ҡаратау тауҙары һуҙылып ята.
- ↑ Справка о городе на сайте акимата города Тараз. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 14 ноябрь 2017 года.
- ↑ Численность населения Жамбылской области на 1 октябрь 2022 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: октябрь 2022.