Әхмәров Ғәбит Абдулла улы
Ғәбит Абдулла улы Әхмәров (рус. Габи́т Абду́ллович Ахме́ров; 1921 йылдың 24 феврале, Иҫке Сытырман, Башҡорт Совет Республикаhы[d], Юрматы кантоны — 1996 йылдың 11 апреле, Бала Сытырман, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты[1]. Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Әхмәров Ғәбит Абдулла улы 1921 йылдың 29 февралендә АСБР-ҙың Юрматы кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы) Иҫке Сытырман ауылында тыуған. 1936—1941 йылдарҙа урындағы «Салауат» колхозында эшләй, һуңынан — шул уҡ райондың Юлдаш башланғыс мәктәбендә — уҡытыусы була[2].
1941 йылда Фёдоровка район хәрби комиссариаты аша үҙе теләп һуғышҡа китә. 1942 йылдан — хәрәкәт итеүсе армияла. 1945 йылда Тамбов гаранты (рус.)баш.кавалерия училищеһын тамамлай. 1945 йылдың ноябрендә лейтенант званиеһында запасҡа ҡайтарыла.
Артабан Фёдоровка район эске эштәр бүлегендә милицияның участка инспекторы була, «Салауат» һәм Пушкин исемендәге колхоздарҙа, Бала Сытырман ауыл советы башҡарма комитетында рәйесе булып эшләй, «Пугачёв» исемендәге совхозда хеҙмәт һала[2].
1996 йылдың 11 сентябрендә вафат була[2]. Иҫке Сытырман ауылында ерләнә[3].
Батырлығы
Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы составында һуғышҡан 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкы 45 миллиметрлы орудиелар батареһының ут взводы командиры ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ғәбит Әхмәров Чернигов өлкәһендәге (Украина) алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә, был хаҡта наградлау документтарында ошолай яҙыла[3]:
«Клочково тораҡ пункты (Чернигов өлкәһенең Городнянск районы) тирәһендәге алышта һөжүм иткән подразделениеларға дошмандың көслө пулемёт-миномёт уты алып барыла, бер үк ваҡытта яҡшы йәшерелгән дошман бронемашинаһынан (рус.)баш. да көсөргәнешле ут яуҙырыла. Алға барыу ауырлаша. Гвардия өлкән сержанты Әхмәров, 45 миллиметрлы пушканы асыҡ позицияға сығарып, беренсе атыуҙан уҡ бронемашинаны юҡ итә, пулемёт расчётын ҡыйрата һәм шуның менән полктың хәрби частарының алға барыуын тәьмин итә. 1943 йылдың 21 сентябрендәге „1 Май“ совхозы биләмәләре өсөн алыштарҙа дошман миномёттарҙың көслө уты, танк һәм үҙ йөрөшлө пушкалар ярҙамында беҙҙең частарҙың һөжүмен тотҡарларға тырыша. Әхмәров, 45 миллиметрлы пушканы уңайлы урынға ҡуйып, дошмандың дауыллы утына ҡарамаҫтан, бер нисә атыу менән бер үҙ йөрөшлө „фердинанд“ пушкаһын һәм бер уртаса танкты юҡ итә һәм шуның менән частарҙың хәрби бурысты үтәү өсөн алға барыуына булышлыҡ итә.
1943 йылдың 22 сентябренә ҡараған төндә Ивашково ауылы өсөн алышта дошман „тигр“ төрөндәге өс танк, ике уртаса танк һәм үҙ йөрөшлө пушка ярҙамында беҙҙең подразделениеларҙың (рус.)баш. һөжүмен тотҡарларға тырыша. Гвардия өлкән сержанты Әхмәров, сыҙамлылыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, танкыларҙы һәм үҙ йөрөшлө пушканы яҡын араға ебәрә һәм уларға ут аса. Һөҙөмтәлә бер үҙ йөрөшлө пушка һәм бер уртаса танк яндырыла, ә ҡалғандары кире борола…»
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге Указына ярашлы гвардия өлкән сержанты Ғәбит Абдулла улы Әхмәровҡа Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исем бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3024-се) һәм Ленин ордены тапшырыла[4][5][6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)[5];
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (09.02.1944)[5];
- Ленин ордены (09.02.1944)[5];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (03.11.1943)[3];
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3];
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18.06.1943);
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы;
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы;
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы;
- Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының почётлы гражданы[7].
Хәтер
- 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 97-се муниципаль бюджет дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Ғәбит Абдулла улы Әхмәров исеме бирелә[8]
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Ғәбит Абдулла улы Әхмәровтың исеме Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[9][10];
- Тыуған ауылындағы урам Герой исемен йөрөтә, бында уға һәйкәл ҡуйыла[2];
- Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм 112-се кавалерия дивизияһы музейында 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исеме менән бер рәттән Ғәбит Абдулла улы Әхмәровтың исеме лә алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Должность и воинское звание на дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026) (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Ахмеров Габит Абдуллович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ В Указе ПВС СССР указан как Ахмаров Габит Абдулович (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026) (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Ахмеров Габит Абдуллович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому и сержантскому составу артиллерии Красной Армии» от 9 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 24 февраль (№ 11 (271)). — С. 1. Архивировано 23 ғинуар 2022 года. (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026) (рус.)
- ↑ Главная > Муниципальный район > Почетные граждане > Ахмеров Габит Абдуллович. Муниципальный район Фёдоровский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Ахмеров Габит Абдуллович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
Һылтанмалар
- Республиканский музей боевой славы. Ахмеров Габит Абдуллович (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026) (рус.).
- Официальный сайт муниципального района Фёдоровский район Республики Башкортостан (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2026) (рус.).
- Национальный архив Башкирии показал исторические снимки 112-й Башкавдивизии. ИА «Башинформ», 30 апреля 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 март 2026).