Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы

Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (11 апрель 1932 йыл — 25 март 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972), Башҡортостандың халыҡ артисы (1993). Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1954).

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу артистарының береһе.

Биографияһы

Рафаэль Ғирфан улы[1] 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Сәлиховтар нәҫелендә артистар булмай, атаһы Рафаэлде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә, әммә ғаиләлә баланың театрға ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәйҙәр.

1946 — 1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡый (К Ф. Ғәҙелшина курсы[2]). Училищены 1953 йылда тамамлағандан һуң Рафаэль Сәлихов Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә[3]. 1956 йылда театрҙы Толбазы ауылынан Салауат ҡалаһына күсерәләр.

Артабанғы ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле була[4]. Рафаэль Сәлихов — йыраусы драма актёры булараҡ лирик геройҙарҙы һынландырыу өсөн бик яҡшы типаж була. Йәш саҡта ул башлыса традицион музыкаль мелодрамаларҙа һөйәрҙәр ролдәрен башҡара. 2006 йылға тиклем — актёр, бер үк ваҡытта — театр музейы мөдире, 1991 йылдан алып — театрҙың әҙәби бүлеге мөдире[2]).

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Хәлил (М. Фәйзи, «Ғәлиәбаныу»)
  • Булат (К.Тинчурин, «Зәңгәр шәл» мелодрамаһы)
  • Аскер (У. Ғаджибәков, «Аршын мал-алан» музыкаль комедияһы[5]
  • Закир (М. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара Йөҙҙәр» повесы буйынса инсценировка)
  • Айбулат Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса инсценировкаһы)
  • Михаил Заболотный (В. С. Розов, «Туй көнө» драмаһы)
  • Ябағаев (Мостай Кәрим, «Айгөл Иле» драмаһы)
  • Нуритдин (Т. Абдумомунов, «Ялыу тейеш түгел» драмаһы)
  • Мәхмүт (Ә. Мирзаһитов, «Утлы өйөрмә»)
  • Абдулла (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»)
  • Исламғәли (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»)
  • Ғ. Инан (Нәжиб Асанбаев, «Көҙән башкорто»))

Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре