Сәлихов
Сәлихов — фамилия. Ғәрәп теленән алынған, яҡшылыҡ, изгелек ҡылыусы; тәүфиҡлы, ғәҙел тигәнде аңлата.
- Сәлихов Альберт Илдус улы (1962) — дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы (1861—1915) — башҡорт мәғрифәтсеһе, тарихсы, дин әһеле.
- Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (1959) — ғалим-педагог, философия фәндәре докторы (2011).
- Сәлихов Кев Миңнулла улы (1936) — физика-математика фәндәре докторы,
- Мөхәмәт Сәлихов (?—1893) — дин әһеле.
- Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (1932—2017) — театр актёры.
- Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы (1957) — опера йырсыһы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы (1950) — ғалим-физик, дәүләт эшмәкәре.
- Сәлихов Һибәтулла Сәйетбаттал улы (Һибәтулла Ҡарғалы; 1794—1867) — шағир.
- Сәлихов Шәйхелислам Ғүмәр улы (1914—1978) — хәрби хеҙмәткәр. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Сәлихов Яхъя Шәрәф улы (1893—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (1949) — «Жилстройинвест» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2008). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020). «Почёт билдәһе» (1986), «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2022), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары (2024) кавалеры.
- Сәлихова Эльвина Әхнәф ҡыҙы (1973) — тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008).