Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы
Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы (30 октябрь 1929 йыл — 19 декабрь 2011 йыл) — педагог. 1948—1986 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1966).
Биографияһы
Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы Ҡазыева 1929 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1948 йылда үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Әбдрәхим ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Белеме етерлек булмауын тиҙ аңлаған йәш белгес К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны 1954 йылда уңышлы тамамлай.
Тырыш һәм һәләтле уҡытыусы 1950 йылдан 1961 йылға тиклем Әбдрәхим ете йыллыҡ, Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1961 йылдан 1986 йылға тиклем Йонос урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй ҙә шунда хаҡлы ялға сыға.
Уҡытыусы Й. С. Ҡазыеваның бөтә педагогик хеҙмәте уҡытыу предметтарын яҡшы белеүе, ныҡлы теоретик әҙерлеге, юғары мәҙәни кимәле, уҡытыу-тәрбиә эшен оҫта ойоштороуы, уҡыусы балаларға кешелекле мөнәсәбәте менән айырылып тора. Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген, үҙ аллы фекерләү һәләтен үҫтереү укытыусының методик системаһында төп үҙенсәлек булып иҫәпләнә.
Талантлы уҡытыусы күп йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһенә етәкселек итә. Ул бай тәжрибәһен коллегалары менән ихлас уртаҡлаша, йәш уҡытыу¬сыларға кәңәштәре менән ярҙам итә. Район-ара кәңәшмә, семинарҙарҙа лекция, докладтар менән даими сығыш яһай. Уның сығыштарын, кәңәштәрен яратып ҡабул итәләр, сөнки уларҙың предметты уҡытыу өсөн файҙаһы ҙур була.
Й. С. Ҡазыева башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу, тәрбиә эштәре тураһында район гәзитендә, республика гәзит-журналдарында күп мәҡәләләр баҫтырып сығара, унда үҙ тәжрибәһен уртаҡлаша. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында уның дәрес өлгөләре, методик күрһәтмәләре, кәңәштәре даими баҫылып тора.
Уҡытыусы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын матур, фәһемле материалдар менән йыһазлай. 1984 йылда Йонос урта мәктәбендә уның башланғысында тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Ауыл һәм район советтарына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана, суд заседателе була.
Тормош иптәше — Мәсетле районы Айып ауылы егете, математика уҡытыусыһы Иҙелман Ҡазыев менән дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ике ҡыҙы ата-әсәһе юлынан китә — уҡытыусы һәнәрен һайлай, ә ике ҡыҙы табип һәнәренә эйә була.
РСФСР һәм СССР Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, миҙалдарға лайыҡ булды. Уға «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» һәм «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исемдәр бирелде.
Һылтанмалар
- К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.