Сергеев Дмитрий Степанович

Дмитрий Степанович Сергеев (1922 йылдың 30 октябре, Аннин, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, Совет Рәсәйе2003 йылдың 13 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се Белорусия фронты 8-с гвардия армияһының 74-се гвардия уҡсылар дивизияһы 157-се гвардия артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты, Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Сергеев Дмитрий Степанович 1922 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР‑ының Өфө кантоны Анненский ҡасабаһында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. Милләте урыҫ.

1943 йылдан ВКП (б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең һигеҙ синыфын һәм Йоматау зоотехникумының ике курсын тамамлаған. Иҫке Надеждин ауыл клубы мөдире булып эшләй[3].

1941 йылда Башҡорт АССР-ы Благовещен район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ульяновск хәрби авиация пилоттары мәктәбендә уҡырға ебәрелә[3].

Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың октябренән. 157-се гвардия артиллерия полкының орудие (рус.)баш. командиры (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армия, 1-се Белоруссия фронты) гвардия сержанты Д. С. Сергеев Познань ҡалаһы (Польша) өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә.

undefined

1945 йылдан лейтенант Д. С. Сергеев — запаста. Тыуған яғы Башҡортостанға ҡайта.

1948 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының 3 курсын, 1964 йылда — Өфө авиация техникумын тамамлай[2].

Өфө районының Подымалов ете йыллыҡ мәктәбендә директор, партия ойошмаһы секретары һәм Өфө районының «Шемәк» совхозы директоры урынбаҫары, инженер-технолог, Өфө ҡалаһындағы 210-сы заводта һатыу бүлеге начальнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы элемтә аппаратураһы (рус.)баш. заводында (артабан «Прогресс» производство берекмәһе) хеҙмәт буйынса өлкән иҡтисадсы булып эшләй.

2003 йылдың 13 мартында вафат була[2]. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән[3][4].

Батырлығы

1945 йылдың 2 февраленә ҡарай төндә гвардия өлкән сержанты, орудие командиры Д. С. Сергеев Познань ҡалаһында дошман үҙенә нығытылған терәк пункты итеп әйләндергән бина ҡаршыһына орудиеһын йәшерен ҡуя һәм таң менән ут аса, шулай итеп уҡсылар подразделениеһына бинаны баҫып алыуҙы тәьмин итә.

1945 йылдың 20 февралендә Сергеев расчеты менән беренсе булып ҡала ҡәлғәһенә баҫып инә һәм дошмандың ут нөктәләрен баҫтыра.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы Указы менән командованиеның (рус.)баш. заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия сержанты Сергеев Дмитрий Степановичҡа, Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6852) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Д. С. Сергеевтың бүләкләү ҡағыҙынан:

« Орудиеһы тоҫҡаусыһы булып эш итеп, Сталинград ҡалаһынан Днестр йылғаһына тиклем үҙенең хәрби иҫәбендә 3 яндырылған танк, «фердинанд» тибындағы 3 үҙйөрөшлө орудие, 5 бронетранспортёр (рус.)баш., 11 автомашина, 2 артиллерия батареяһы, 3 миномёт батареяһы, 14 пулемёт, 300-гә тиклем гитлерсыны юҡ итә. Днестр йылғаһынан Познань ҡалаһына тиклем орудие командиры булып хеҙмәт итә, пехотаның хәрби тәртибенең тура тоҫҡап атыуында урынлашып, 3 бронетранспортёр, 2 артиллерия батареяһын, 1 зенит батареяһын, 13 пулемётты һәм 100-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, 4 танкты ҡыйрата. »

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2022 йылдың 22 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 481-се Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 4-се мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Дмитрий Степанович Сергеевтың исеме бирелә[5];
  • Польшаның Познань ҡалаһындағы «Цитадель» ҡәлғәһе стенаһына Д. С. Сергеев батырлығына арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3];
  • 2025 йылдың июнендә Благовещен районы Бедеева Поляна ауылында Дмитрий Сергеев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асыла, ул урындағы мәктәп бинаһының стенаһына беркетелгән[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Аннин ауылы
  2. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Сергеев Дмитрий Степанович. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (6 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (баш.)
  3. 1 2 3 4 Н. В. Уфаркин. Сергеев Дмитрий Степанович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
  4. Участники войны. Сергеев Дмитрий Степанович. Сайт pomnim.me. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 23 августа 2022 года № 481 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан и об установке мемориальных досок на фасадах зданий общеобразовательных организаций Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (23 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026. (рус.)
  6. В Благовещенском открыли мемориальную доску Героя Советского Союза Дмитрия Сергеева. Муниципальный район Благовещенский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (11 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь; Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.

Һылтанмалар