Закиров Әхмәт Закир улы
Әхмәт Закир улы Закиров (рус. Ахмет Закирович Закиров; 1911 йылдың 19 марты, Кәшкәләү, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1988 йылдың 29 марты, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).
Биографияһы
Закиров Әхмәт Закир улы 1911 йылдың 19 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Кәшкәләү ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт.
Урта белем ала. Ҡырғыҙ ССР-ы Ош өлкәһе Кызыл-Кия ҡалаһында шахтала эшләй. 1933—1935 һәм 1937—1939 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армияның кавалерия полкында хеҙмәт итә. Запасҡа сыҡҡас, Владивостокта йәшәргә һәм эшләргә ҡала[2]
1941 йылда Владивосток хәрби пехота училищеһын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышына ебәрелә[2]. Брянск, Көнбайыш һәм Үҙәк фронттарҙа хеҙмəт итə.
Үҙәк фронттың 61-се армия 76-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 239-сы гвардия уҡсылар полкының взвод командиры була. Гвардия кесе лейтенанты Әхмәт Закиров бигерәк тә Днепр өсөн Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Комарин ауылы тирәһендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 27-нән 28 сентябргә ҡараған төндә офицер Днепр аша үтеүҙе разведкалау һәм йылғаның уң яҡ ярында плацдармды яулап алыу мәсьәләһе ҡуйылған яугирҙарҙы етәкләй. Уның 20 һалдаттан торған штурмлау төркөмө, дошмандың көслө пулемёт һәм миномёт утына ҡарамаҫтан, Днепр йылғаһы аша сығып, фашист окоптарына төшә һәм дошман пулемёттары утын туҡтатып, ҡалған частарҙың йылға аша сығыуын тәьмин итә һәм шуның менән уларға уң яҡ яр буйында нығынырға мөмкинлек бирә. Был алыштарҙа гвардия кесе лейтенанты Закиров ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә[3].
Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 ғинуарында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[4].
1944 йылдың февралендә госпиталдән сыға һәм туған яғына ҡайтарыла. Һуғыштан һуң Өфөлә йәшәй, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында машинист булып эшләй[1]. 1953 йылдан КПСС ағзаһы.
1988 йылдың 29 мартында Өфөлә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1944)[3]
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[3]
- Ленин ордены (15.01.1944)[3]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[1]
- Миҙалдар.
Хәтер
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Әхмәт Закир улы Закировтың исеме Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының Яңы Таҙлар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Борай районы Кәшкәләү ауылы урта мәктәбенең пионер дружинаһы Герой исемен йөрөткән;
- Борай районы Борай һәм Кәшкәләү ауылдарындағы урамдарға Закиров исеме бирелгән;
- Кәшкәләүҙә Геройға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 И. Ғ. Кәримова. Закиров Әхмәт Закир улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025.
- ↑ 1 2 19 марта – 100 лет со дня рождения Героя Советского Союза Ахмета Закирова. ИА «Башинформ» (19 март 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Закиров Ахмет Закирович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2025)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2025. (рус.)
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Закиров Ахмет Закирович// Подвиг их — бессмертен. — Уфа, 2000. — С. 112.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Закиров Әхмәт Закир улы (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2025)
- Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Закиров Ахмет Закирович (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2025)
- Республиканский музей Боевой Славы: Закиров Ахмет Закирович (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2025)
- ИА «Башинформ». 19 марта – 100 лет со дня рождения Героя Советского Союза Ахмета Закирова (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2025)