Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ибраһим Сәхипгәрәй улы Гәрәев
Тыуған көнө 25 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Бәләкәй Баҙраҡ ауылы
Вафат булған көнө 3 октябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы
Эшмәкәрлеге Ауыл хужалығы
Наградалары һәм премиялары
Ленин ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы (25 декабрь 1918 йыл3 октябрь 1997 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1957—1980 йылдарҙа Борай районы В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1973). Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибраһим Сәхипгәрәй улы Гәрәев 1918 йылдың 25 декабрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Бәләкәй Баҙраҡ ауылында тыуған.

1935 йылдан Борай районында ауыл хужалығы тармағында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1947—1951 һәм 1982—1984 йылдарҙа Борай районы Баҙраҡ ауыл Советы рәйесе була.

1951—1957 йылдарҙа Борай районы А. А. Жданов исемендәге колхоз рәйесе вазифаһын башҡара.

1957—1980 йылдарҙа Борай районы В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе була. Ибраһим Гәрәев етәкселек иткән В. И. Ленин исемендәге колхоз үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә ирешә: 1976—1980 йылдарҙа иген культуралары уңдырышлылығы 30—35 ц/га ҡәҙәр арта, ә күп йыллыҡ үләндәр бесәне — 35—40 ц/га барып етә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966)
  • Ленин ордены кавалеры (1971)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1973)
  • 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]