Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы
Буранғолова Ғәрифә.jpg
Тыуған көнө 7 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Турай
Вафат булған көнө 14 ноябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү
Гражданлығы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Эшмәкәрлеге врач
Наградалары һәм премиялары



Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы (рус. Бурангулова Гарифа Фаттахутдинва; 7 декабрь 1918 йыл14 ноябрь 2002 йыл) — табип-нейрохирург-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте подполковнигы. Медицина фәндәре докторы. 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙы Буранғолова 1918 йылдың 7 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында тыуған. Сәмәрҡәнд педагогия академияһын, Мәскәү медицина институтын тамамлағандан һуң ике йыл Учалы ҡала дауаханаһының баш табибы булып эшләй. 1941 йылда Ғәрифә Буранғолов маршал Толбухин Фёдор Иванович етәкселегендәге армия ҡарамағындағы хәрби госпиталдең өлкән нейрохирургы итеп тәғәйенләнә, Сталинград окоптарынан алып Европаның алыҫ сиктәренә тиклем армия ғәскәрҙәре менән яу юлы үтә: Румыния, Болгария, Югославия, Венгрия һәм Австрия ерҙәрен нацистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.

Һуғыш йылдарында Ғарифә Буранғолова биш меңдән ашыу ҡатмарлы операциялар башҡара. Һуғыштан һуң академик Николай Бурденко исемендәге Баш хәрби госпиталдә эшләй. 1956 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиация табибы булып эшкә күсә. 1958 йылда ул авиаһәләкәттә осрай, клиник үлем кисерә. Ун йыл дауамындағы инвалидлыҡтан һуң, яңынан эшкә сыға. Педагогия фәндәре академияһының киске психология факультетын тамамлап, нейропсихолог һөнәренә эйә була. Ғарифә Буранғолова 2002 йылдың 14 ноябрендә вафат була һәм Мәскәүҙә ерләнә.[1]

  • Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙына арнап актёр, режиссёр, яҙыусы Леонид Павлович Карасёв (1904—1968) «Иҫеңә төшөр йәки мөхәббәткә мәҙхиә» («Ода любви») драмаһын яҙған.[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  1. Историко-краеведческий музей Белебеевского района. Бурангулова Гарифа Фаттахутдинова.
  2. Башинформ. День театра в Ермекеево отметили премьерой драмы «Ода любви» (2023--12-20).