Йәрмәкәй

Йәрмәкәй (рус. Ермекеево) — Башҡортостандың Йәрмәкәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 3937 кеше[2]. Почта индексы — 452190, ОКАТО коды — 80 225 807 001.

Халыҡ һаны

Файл:Мечеть с.Ермекеево.png
Йәрмәкәй йәмиғ мәсете

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 3937 1873 2064 47,6 52,4

Тарихи белешмә

Ауылға Ҡаҙан даругаһы Ҡыр-Елан волосы Әбделкәрим ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса яҫаклы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр катлауына күсә) нигеҙ һала. Тәүге төпләнүсе Йәрмәкәй Сөйөндөковтың (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Йәрмәк Бәйкәшевтың) исеме менән аталған. 1749 йылдан бире керҙәш башкорттар, 18 быуат аҙагында — шул уҡ волостың Исламбахты ауылы татарҙары (дәүләт игенселәре) килеп утыра. 1795 йылда 11 йортта 59 кеше йәшәгән, 1865 йылда Йәрмәкәй (Бәйкәй) исеме менән теркәлгән, 140 йортта — 749 кеше. Игенселек, терлекселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. волос идараһы урынлашҡан, мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, 3 бакалея кибете, теркәлгән; ауылда волос идараһы урынлашҡан була.

А.Х.Ғәлләмов, Ф.Г.Гиләжев, З.М.Йәнекәева, Г.М.Золоева, Э.А.Имелбаева, М.Х.Садыкова шул ауылда тыуған.

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Башҡорт энциклпедияһы — Ғиләжев Фуат Ғарифулла улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 май 2019)
  4. Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Зарипов Абузар Гарифович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2017)

Һылтанмалар