Мәхмүдов Рәшит Абдулла улы
Мәхмүдов Рәшит Абдулла улы (рус. Махмудов Рашид Абдуллович; 22 февраль 1934 йыл — 29 ғинуар 1981 йыл) — агроном, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1965—1980 йылдарҙа КПСС-тың Ейәнсура район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы һәм ағзалыҡҡа кандидат. Башҡорт АССР-ының етенсе (1967—1971), һигеҙенсе (1971—1975) һәм туғыҙынсы (1975—1980) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967, 1971, 1976) кавалеры.
Биографияһы
Рәшит Абдулла улы Мәхмүдов 1934 йылдың 22 февралендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған.
1952 йылда Стәрлебаш ауылының 2-се урта мәктәбен тамамлай.
1953—1958 йылдарҙа Мәскәүҙә К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһында[1] уҡый һәм юғары белемле «агроном-ғалим» һөнәрен ала.
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Стәрлебаш районы ауыл хужалығы инспекцияцияһының баш агрономы булып башлай.
1961 йылда Стәрлебаш район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
1963 йылда Ейәнсура колхоз-совхоз производство идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1965 йылда КПСС-тың Ейәнсура район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1980 йылға тиклем был вазифала эшләгәндә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы һәм ағзалыҡҡа кандидат, Башҡорт АССР-ының етенсе, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була.
1980 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем — РСФСР-ҙың Һатып алыуҙар һәм ауыл хужалығы продукттары сифаты буйынса Башҡорт АССР-ындағы баш дәүләт инспекторы урынбаҫары.
1981 йылдың 29 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы һәм ағзалыҡҡа кандидат
- 1967—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты[2]
- 1971—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты
- 1975—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының туғыҙысы саҡырылыш Юғары Советы депутаты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967, 1971, 1976)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер «Рәсәй дәүләт аграр университеты — К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһы» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.
- ↑ БАССР-ҙың 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге
- ↑ Улицы села Исянгулово Зианчуринского района Республики Башкортостан. Сайт «MapData.ru — карта России с городами, информация о городах и улицах России» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 август 2024)
- ↑ Классификатор адресов России. Республика Башкортостан, Район Зианчуринский, Село Исянгулово, Улица Махмудова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 август 2024)
Әҙәбиәт
- Парламентаризм в Башкортостане. История и современность. Документы и материалы. ГРИ Башкортостан. Кн. 2. Составитель В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. Уфа, 2005. ISBN 5-8258-0204-5.