Вәлиева Земфира Хәбир ҡыҙы
Вәлиева Земфира Хәбир ҡыҙы (22 февраль 1944 йыл — 16 сентябрь 2023 йыл) — фортепиано буйынса педагог, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры (1985—1987), махсус урта музыка мәктәбе (колледж) директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары (1981—1985), директоры (1987—1999). Башҡорт АССР-ының (1991) һәм Рәсәй Федерацияһының (1998) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[1][2].
Биографияһы
Земфира Хәбир ҡыҙы Вәлиева 1944 йылдың 22 февралендә Өфө ҡалаһында билдәле опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов ғаиләһендә тыуа. Баш ҡаланың 2-се урта мәктәбенә уҡырға керә һәм бер үк ваҡытта 1-се һанлы Балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнә башлай. Махсус музыка белемен Өфө сәнғәт училищеһының фортепиано бүлегендә ала (1960—1964) һәм хеҙмәт юлын 7-се балалар баҡсаһында уҡытыусы булып башлай[2].
Тормош юлын хәрби осоусы Юрий Вәлиев менән бәйләгәс, Германияла (1965), Латвияла (1965—1967), Калининградта (1967—1972) музыка студияһы уҡытыусыһы, музыка уҡытыусыһы, фортепиано класы уҡытыусыһы булып эшләй[2].
1968—1973 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында юғары белем ала. Бер ни тиклем Өфөлә уҡытып алғас, 1973—1976 йылдарҙа Калининград өлкәһенең Неман ҡалаһында Балалар музыка мәктәбе директоры була. 1977—1981 йылдарҙа Приморье крайының Преображение ҡалаһында — шундай уҡ белем усағы директоры[2].
Хәләл ефете пенсияға сыҡҡас, ғаилә Башҡортостанға ҡайта һәм Земфира Хәбир ҡыҙы һайлаған юлын тыуған ҡалаһында дауам итә: 1981—1985 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус урта музыка мәктәбендә музыка циклы буйынса мөдир, бер үк ваҡытта махсус фортепиано уҡытыусыһы була. Артабан Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры (1985—1987), махсус урта музыка мәктәбе директоры (1987—1999), хаҡлы ялға сыҡҡас — фортепиано уҡытыусыһы булып эшләй[2].
Земфира Хәбир ҡыҙы Вәлиева ҡаты ауырыуҙан һуң 2023 йылдың 16 сентябрендә вафат була[3]. Өфө ҡалаһында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)
- СССР Мәҙәниәт министрлығының «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» билдәһе (1989)
- Маҡтау грамоталары
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Земфира Вәлиева атаһының — Хәбир Ғәлимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Йырсының тыуған ауылы Лағырҙа (Салауат районы) урта мәктәп бинаһында музей-кабинет аса, уны биҙәү һәм яңыртыу менән шөғөлләнә. Лағыр ауылында башланып, төбәк-ара кимәленә күтәрелгән «Оҙон көй» конкурсына финанс яҡтан ярҙам итә[4]. Баш ҡалала бер урамға Хәбир Ғәлимов исемен биреүҙе юллай. Атаһы тураһында «Хәбир Ғәлимов. Халыҡ йырсыһы»[5][6] альбомын әҙерләп сығара. Салауат районының баш ҡалала йәшәгән вәкилдәре ойошторған «Салауаттар» яҡташтар ойошмаһы ағзаһы була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Фортепиано как основа основ
- ↑ 1 2 3 4 5 В. Симонова. К юбилею Заслуженного работника культуры России и Башкортостана Валиевой Земфиры Хабировны / В. Симонова. — Уфа: ООО "Лайм", 2014. — 8 с.
- ↑ В Уфе прощаются с известным музыкальным педагогом и общественным деятелем Земфирой Валиевой. «Башинформ» (17 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2023.
- ↑ Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла
- ↑ Встреча с Земфирой Хабировной Валеевой
- ↑ Первый среди равных
Сығанаҡтар
- Валиева З. Х. . — Уфа: Китап, 2017. — 208 с. — ISBN 978-5-295-06823-2.