Хәбир Ғәлимов музейы
Хәбир Ғәлимов музейы — башҡорт совет опера йырсыһы (драматик тенор), РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1942) Хәбир Латип улы Ғәлимовтың тыуған ауылында, Лағыр урта мәктәбендә урынлашҡан музей.
Тарихы
2005 йылда йырсының тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Салауат районының Лағыр ауылында Хәбир Ғәлимов музейы булдырыу тураһындла ҡарар ҡабул итә[1]. Музей бер ни тиклем һуңыраҡ ойошторола. Экспозицияла артистың шәхси әйберҙәре, төрлө йылдарҙағы спектаклдәренең, концерттарының, гастролдәренең афишалары, йорт йыһазы урын алған. Музей Лағыр урта мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Музей етәксеһе — Фәғилә Зиннәтуллина[2].
Галерея
Хәбир Ғәлимов музейы күренештәре.