Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы
Йәғәфәров Ғибат Зиннәт улы (22 февраль 1924 йыл — 28 октябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ӏ дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе
Биографияһы
Ғибат Зиннәт улы Йәғәфәров 1924 йылдың 22 февралендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Үрге Нөгөш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы) тыуған.
Ғибат Йәғәфәров Бөрйән РВК-һы тарафынан 1942 йылдың 17 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғышта тәүҙә рядовой, һуңынан өлкән лейтенант дәрәжәһендә 268-се гвардия зенит артиллерия полкында хеҙмәт итә[1].
Ғибат Зиннәт улы Өфө Юғары партия мәктәбен тамамлай (1958).
- Хеҙмәт юлы
- 1939—1942 йылдарҙа «Ҡызыл Байраҡ» колхозында эшләй
- 1945 йылдан алып һәм 1951 йылға тиклем — Ғәлиәкбәр 7 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы
- 1946 йылдан алып ВЛКСМ-дың район комитеты 1-се секретары[2]
- 1950 йылдан алып балалар йорто (Берәтәк ауылы) директоры
- 1953 — 54 йылдарҙа. КПСС райкомының ойоштороу һәм инструкторҙар бүлеге
- 1958 йыл — пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире
- 1959 йыл — район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары
- 1963 йылда Бөрйән районы (Белорет ҡалаһы) буйынса инспектор-парторг, һуңыраҡ. «Маяҡ» колхозы рәйесе (Белорет районы), партия комитетының инструктор-лекторы
- 1964 йылдан алып Бөрйән сәнәғәт комбинаты директоры
- 1965 йылдан КПСС-тың Бөрйән район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире
- 1974 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы
- 1977 йылдан алып район халыҡ мәғарифы бүлегенең ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире
- 1978 — 1984 йылдарҙа район көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу урта мәктәбе директоры
Ғибат Зиннәт улы Йәғәфәров 2002 йылдың 28 октябрендә Иҫке Собханғол ауылында вафат була һәм Иҫке Собханғол ауылы зыяратында ерләнә[3].
Ғаиләһе
- Улы — Йәғәфәров Б. Ғ.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[4]
- Ӏ дәрәжә Дан ордены (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)
- [[«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы|«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
- Хеҙмәт ветераны
Сығанаҡтар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»[5]
- Ягафаров Гибат Зиннатович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 585. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Воинские части
- ↑ Персоналии издания «Башкирский комсомол»Ягафаров Гибат Зиннатович
- ↑ Ягафаров Гибат Зиннатович
- ↑ Участники войны
- ↑ Ягафаров Гибат Зиннатович