Насыров Зәки Ильяс улы
Зәки Ильяс улы Насыров (рус. Насыров Заки Ильясович; 1956 йылдың 29 марты, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, шағир. 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе һәм Хакимиәт етәксеһе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2010), Асҡын районының почётлы гражданы[1].
Биографияһы
З. И. Насыров 1956 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ы Яңауыл районының Үрҙәк ауылында тыуған (ауыл һуңынан Карманов ГРЭС-ы төҙөлөшө ваҡытында һыу аҫтында ҡала)[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылдың июлендә, урта мәктәпте тамамлағас, тыуған районының «Ленин юлы» колхозында тракторсы булып башлай. 1974—1976 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң ике йыл туған хужалығында тағы ла тракторсы булып эшләп ала һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә. 1983 йылда институттың ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрләштереү факультетын тамамлаған йәш белгес йүнәтмә буйынса үҙ районына ҡайта һәм «Ленин юлы» колхозында баш инженер булып эш башлай[1].
1985 йылда «Урожай» колхозы рәйесе итеп һайлана. Биш йылдан һуң ерле халыҡ уны тыуған колхозына — «Ленин юлы» колхозына рәйес итеп ҡайтара. Ике хужалыҡта ла ауыл хужалығы етештереү күрһәткестәре һәм техник йыһазландырыу буйынса колхоздар районда иң яҡшылар иҫәбендә була, етештереү һәм социаль объекттар төҙөү буйынса уларға тиңдәш булмай[1]. Артабан З. И. Насыров Яңауыл элеваторын етәкләй[1].
2000—2007 йылдарҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы булып эшләй. Был осорҙа Асҡын районында ҙур эштәр башҡара: Яңы Ҡаҙансы ауылында «Танып» шифаханаһын төҙөй, ул бөгөн республиканың ғына түгел, илдең иң яҡшы шифаханалары иҫәбенә инә[1]. Оло тәжрибә туплаған һәм үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән етәксе ошо йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә яуаплы эшкә үрләтелә. 2007—2009 йылдарҙа Зәки Ильяс улы Хакимиәттең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе, артабан 2010 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары була.
Хакимиәттә эшләгән осорҙа ла тыуған яғына ҙур иғтибар бүлә: Ҡыҙыл-Ҡайын ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә, Әйбүләк, Прогресс, Ҡыҙыл-Ҡайын һәм Янбарыҫ ауылдарын асфальт юл бәйләй[1].
2010 йылда З. И. Насыровҡа «Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[2]. Шулай уҡ ул Асҡын районының почётлы гражданы булып тора[1].
Өҫтәлмә мәғлүмәт
З. И. Насыров мәктәптә уҡыу йылдарынан әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Уның шиғырҙары Башҡортостан һәм Татарстанда нәшер ителгән гәзит һәм журналдарҙа баҫылған, уларҙың бер нисә тиҫтәһенә композитор Вәсил Ғәлимов йырҙар яҙған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2002)
- «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү маҡтаулы хеҙмәткәре» билдәһе (2003)[1]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006)[3]
- Яңауыл ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2010)[4]
- Асҡын районының почётлы гражданы[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Большой патриот малой родины. Янзори (29 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Решение от 24.09.2010 г № 314/25 О присвоении звания «Почетный гражданин муниципального района Янаульский район» Насырову З.И. Совет муниципального района Янаульский район (24 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Указ от 16.03.2006 г № УП-98 О присвоении почетного звания «Заслуженный строитель Республики Башкортостан» Насырову З.И. Президент Республики Башкортостан (16 март 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
- ↑ Решение от 24.09.2010 г № 314/25. Совет муниципального района Янаульский район (24 сентябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2026.
Һылтанмалар
- «Большой патриот малой родины» — «Янзори» сайтындағы 70 йәшлек юбилейға арналған мәҡәлә (29.03.2026)