Громов Александр Петрович
Вафат булған урыны | |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Вафат булған көнө | 1987 |
Тыуған көнө | 29 март 1913 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
SEO_index | noindex |
Һөнәр төрө | слесарь |
Тыуған урыны |
ромов Александр Петрович (29 март 1913 йыл — июль 1987 йыл) — эшсе. 1941—1976 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы слесары. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Биографияһы
Александр Петрович Громов 1913 йылдың 29 мартында Ярославль өлкәһе Рыбинск районының Котово ауылында тыуа.
Башланғыс белемле. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1931 йылда 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводында башлай.
1935—1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
1937 йылда заводҡа ҡайтып, слесарь-йыйыусы булып эшләй. 1941 йылдың декабрендә эвакуацияланғандан һуң Өфө моторҙар заводында эшләй.
Предприятиела оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә А. П. Громов изделиеларҙы йыйыуҙы камил үҙләштерә, ул йыйған продукция юғары сифаты менән айырылып тора һәм бер дәғүәһеҙ ҡабул ителә. Тәүгеләрҙән булып реактив авиация двигателдәрен йыйыуҙы үҙләштерә. Заводта уға беренселәрҙән булып «коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеме бирелә.
Ҙур эш тәжрибәһен А. П. Громов йәш эшселәр менән бүлешә, 50-гә яҡын слесарь-йыйыусыны оҫталыҡҡа өйрәтә.
1959—1965 йылдарҙа планды үтәүҙәге юғары ҡаҙаныштары һәм яңы техника булдырғаны өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 июлендәге Указы менән А. П. Громовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).
1976 йылда хаҡлы ялға сыға.
1987 йылдың июлендә вафат була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Ленин ордены (1966)
Хәтер
- А. П. Громов исеме Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Почёт китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Громов Александр Петрович. Сайт ПАО «ОДК-УМПО» 2022 йылдың 10 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2023)
Әҙәбиәт
- Герои труда / Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана. / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
- Громов Александр Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 март 2023)