Шафиҡов Ивний Вәхит улы
Биографияһы
Ивний Вәхит улы Шафиҡов 1936 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районының Әбдрәхим ауылында тыуған. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, «Мәсәғүт» совхозында һәм Салауат Юлаев исемендәге колхозда зоотехник булып эшләгән. 1968 йылда К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын тамамлай һәм ғалим Г. А. Аветисян етәкселегендә Бөрйән бал ҡортон өйрәнеүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1969—1971 йылдарҙа — Йылайыр районының «Һүрәм» совхозы директоры, 1971—1981 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының һәм Ағиҙел буйы филиалының ғилми хеҙмәткәре һәм директоры. Бөрйән бал ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса ҙур эш алып бара. Юғары класлы белгес булараҡ, 1981 йылда уны Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһы доценты сифатында эшкә саҡыралар.Башҡорт дәүләт аграр университетында биология-технология факультетында Шафиҡов Ивний Вәхит улы 1981—2002 йылдарҙа «Умартасылыҡ», «Бал ҡорто ғаиләһе биологияһы» дисциплиналарын уҡыта. Кафедрала эшләгән осорҙа Ивней Вәхит улы урта рус тоҡомло бал ҡорттарының бөрйән популяцияһын һаҡлау һәм үрсетеү буйынса ҙур эш башҡара.
2003—2007 йылдарҙа — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәре.
Ғилми эшмәкәрлеге
И. В. Шафиҡовтың фәнни эшмәкәрлеге Бөрйән солоҡ бал ҡорто биологияһы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, бал ҡорттарын үрсетеү һәм селекциялау мәсьәләләренә арнала.
Китаптары
- Умартасылыҡ сәнғәте[2]
- Бал ҡортоноң наҙы бар[3]
- Шафиков И. В. Пчелы Башкортостана / И. В. Шафиков // Пчеловодство. — 1999. — № 4. — С.15-17.
- Изучение и селекция Бурзянских бортевых пчел Башкирского государственного заповедника. Москва, 1978[4]
- Календарь пчеловода Башкирии / В. Н. Власов, Л. Г. Хайретдинов, И. В. Шафиков. Уфа : Башк. кн. изд-во, 1989[5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн»
- «СССР ВДНХ-нда ҡатнашҡаны өсөн» миҙалы.
- «Родительская доблесть» миҙалы (2024) [6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Тройной праздник в деревне Абдрахимово(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министерство культуры Республики Башкортостан 2021 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Шафиков И. В. Искусство пчеловода. Уфа: Китап, 2009. Искусство пчеловода
- ↑ Искусство пчеловода. Шафиков И. В. (на башкирском языке)
- ↑ Изучение и селекция Бурзянских бортевых пчел Башкирского государственного заповедника
- ↑ Календарь пчеловода Башкирии / В. Н. Власов, Л. Г. Хайретдинов, И. В. Шафиков
- ↑ ИА Башинформ. В Башкирии вручат медаль «Родительская доблесть»
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.