Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов (рус. Абдразаков Амир Габдульманович1934 йылдың 15 ғинуары, Ҡайыпҡол, Ырымбур өлкәһе2008 йылдың 6 марты, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты.

Биографияһы

Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡайыпҡол ауылында тыуған.

1959 йылда Мәскәүҙәге А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) О. И. Пыжков һәм Б. В. Бибиков курсы буйынса тамамлай һәм актёрлыҡ эшен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Унда 1962 йылғаса эшләй.

1962 йылдан БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетына режиссёрлыҡ эшенә күсерелә. Ф. Г. Биишев менән берлектә Я. Х. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғ. Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» романдары буйынса тәүге күп сериялы телевизион нәфис фильмдар төшөрә.

«Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм уның беренсе директоры була.

1994 йылдан 2008 йылға тиклем Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

2008 йылдың 6 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, Мосолман зыяратында ерләнгән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Билдәле ролдәре

  • Степан («Бәхетһеҙ мөхәббәт» — И. К. Карпенко-Карогоның «Бесталанная» пьессаһы буйынса «Несчастная любовь»).
  • Герт (Г. Гейерманс, «Надежданың һәләкәте» — «Гибель „Надежды“»).
  • Ведерников («Эҙләнеү йылдары» — «Годы странствий» А. Н. Арбузова).
  • Тимербулат («Ул ҡайтты» — «Он вернулся» А. К. Атнабаев).
  • Надир («Ҡара сәскәләр» — «Чёрные розы» В. Г. Галимова по одноимённому роману С. Джемаля),
  • Хәйернас («Егет егетлеген итә» — «Парень остаётся парнем» Н. Нәжми) һәм башҡалар.

Билдәле телефильмдары

Барлығы иллегә яҡын телефильм төшөргән.

  • «Халҡым һағышы» (Песнь моего народа), 1969 йыл.
  • «Туй» (Свадьба), 1970 йыл.
  • Күңел ҡанаттары (Крылья души), 1970 йыл.
  • «Заһир Исмәғилев» (Загир Исмагилев), 1986 йыл.
  • «Халыҡ шағиры» (Народный поэт), 1990 йыл.
  • «Революционер-дипломат» (Революционер-дипломат), 1992 йыл.

Кинофильмдары

  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (Ахмет-Заки Валиди Тоган), 1990 йыл.
  • «Аҡмулла» (Акмулла), 1990 йыл.
  • «Ишмулла» (Ишмулла), 1991 йыл.

Хәтер

  • 2019 йылдың 29-30 апрелендә Өфөлә Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған саралар уҙғарыла[3].
  • 2018 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте[4].
  • 2018 йылдың авгусында республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ололау буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышында «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында үтенес хупланды[5].

Сығанаҡтар