Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы
Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы (рус. Куватова, Леонора Сафыевна; 1948 йылдың 9 ноябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй балет артисы, балетмейстер, педагог. Р. Нурыев исемендәге башҡорт хореография колледжының (1994—2005 һәм 2007—2021 йылдарҙа)[1] һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһының художество етәксеһе (2009 йылдан). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1988) һәм «Балет» журналының «Душа танца» премияһы лауреаты.
Биографияһы
Леонора Сафа ҡыҙы Ҡыуатова 1948 йылдың 9 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған[2]. Сығышы менән Ҡыуатовтар башҡорт дворян ырыуынан.
Ленинград хореография училищеһында уҡый, уның педагогтары араһында И. А. Трофимова менән А. И. Пушкин да була. Мәктәп сәхнә практикаһында Михаил Барышников менән С. М. Киров исемендәге театр сәхнәһендә бейей, Василий Вайнонендың «Щелкунчигында» төп партияны башҡара.
1967 йылда училищены тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына алына. 1993 йылға тиклем балет труппаһының солисы була. Германия, Польша, Венгрия, Италия, Франция, Португалия, Голландия, АҠШ, Һиндостан, Вьетнам, Мексика, Японияға гастролдәргә сыға.
2009 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһының баш балетмейстеры һәм художество етәксеһе[3]. Өфөлә үткән Рудольф Нурыев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең художество етәксеһе була (2009, 2010, 2011).
М. Фокиндың «Шопениана», Л. Лавровскийҙың «Вальпургиева ночь» балеттарын, М. Петиптың «Баядерка»һында күләгәләр актын сәхнәләштерә. Шулай уҡ «Обояние классики» классик һәм заманса хореография номерҙары программаһының режиссёры ла.
2026 йылда «Арабеск» балет артистары конкурсының жюри сосотавына инә[4][5].
Педагогик эшмәкәрлеге
1987 йылда Өфө хореография училищеһында (хәҙер — Рудольф Нурыев исемендәге башҡорт хореография колледжы) классик бейеү уҡыта башлай, 1994 йылда уҡыу йортоноң художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә[6], был вазифала өҙөклөктәр менән (2005—2007 йылдарҙа) 2021 йылға тиклем эшләй[1].
2002 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында педагог-репетитор булып эшләй. Шамил Тереғолов менән бергә Японияла, балерина Ёко Цукамотоның балет студияһында эшләй, Японияла, Төркиәлә, Италияла оҫталыҡ дәрестәре бирә.
Уҡыусылары араһында — балериналар Наталья Сологуб[7], Ирина Сапожникова, Лариса Олимпиева, Гөлсинә Мәүлекәсова, Римма Закирова, Лилиә Зәйниғәбдинова һәм Әминә Халиҡова бар[8][9].
Төп партиялары
- Одетта-Одиллия, «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский;
- принцесса Аврора, «Спящая красавица», П. И. Чайковский;
- Жизель, «Жизель», А. Адан;
- Китри, «Дон Кихот», Л. Минкус;
- Золушка, «Золушка», С. С. Прокофьев;
- Мария, «Бахчисарайский фонтан», Б. В. Асафьев;
- Анель, «Большой вальс», И. Штраус музыкаһына;
- Эвридика, «Орфей», Е. Фомин;
- Керри, «Сестра Керри», Р. Паулс;
- Сөйөмбикә, «Шүрәле», Ф. З. Яруллин;
- Зәйтүнгөл, «Сыңрау торна», Л. Б. Степанов, З. Ғ. Исмәғилев;
- Айһылыу, «Яратам һине, тормош», Н. Ғ. Сабитов;
- Айгөл, «Айгөл иле», Н. Ғ. Сабитов (партияны беренсе башҡарыусы).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан. Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1971);
- БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1971) һәм халыҡ артисы (1974);
- РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1982);
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1988);
- «Балет» журналының «Мэтр танца» номинацияһында «Душа танца» призы лауреаты (2011);
- «Видеть музыку» Бөтә Рәсәй музыкаль тетарҙар фестиваленең «легенда» премияһы лауреаты (2017);
- Салауат Юлаев ордены (2023);
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019)[10].
Шәхси тормошо
Артист һәм балетмейстер Шамил Тереғоловтоң ҡатыны (1947—2008). Улы — Булат[11]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Леонора Куватова: худрук балетной труппы Башкирского театра: «Мечты о славе отступали перед любовью». Портал «Культура» (17 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано из оригинала 28 октябрь 2014 года.
- ↑ Куватова Леонора Сафыевна. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Арабеск | Жюри. arabesque-perm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Леонора Куватова вошла в состав жюри конкурса артистов балета «Арабеск». 25 май 2026 тикшерелгән.
- ↑ Башкирский хореографический колледж им. Р. Нуреева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано из оригинала 29 июль 2013 года.
- ↑ Башкирский государственный театр оперы и балета (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026. Архивировано 8 апрель 2013 года.
- ↑ Куватова Леонора Сафыевна. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Лилия Зайнигабдинова. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Certificate Error (ингл.). gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
- ↑ Ольга Инсарова. Арифметика счастья Леоноры Куватовой, или Полвека в Аксаковском народном доме. vechufa.ru (9 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2026.
Һылтанмалар
- Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2023)
- Леонора Куватова. Башкирский государственный театр оперы и балета. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2023)