Закирова Римма Рәйес ҡыҙы
Римма Рәйес ҡыҙы Закирова (рус. Римма Раисовна Закирова; 1977 йылдың 28 декабре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1998) һәм халыҡ (2010) артисы.
Биографияһы
1977 йылдың 28 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе Бәҙәр Зиннәт ҡыҙы мәктәптә уҡытыусы, атаһы Рәйес Ҡәрип улы автобус водителе булған[1].
Бейеү сәнғәте менән биш йәшендә мауыға башлай. Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Х. Ф. Мостаев етәкләгән бейеү түңәрәгенә йөрөй. Өсөнсө класты тамамлағас, Өфө хореография училищеһына уҡырға инә. Училищела һигеҙ йыл Л. С. Ҡыуатова класында уҡый һәм 1995 йылда уңышлы тамамлай[1][2].
1992 йылдан алып (тәнәфестәр менән), Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының балет труппаһы менән эшләй[3]. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында ЮНЕСКО штаб-фатирында сәнғәт оҫталарының гала-концертында сығыш яһай. Театр труппаһы составында Голландияла, АҠШ-та, Францияла, Төркиәлә, Италияла, Мысырҙа, Португалияла һәм Таиландта гастролдәрҙә була[4].
1995 йылда «Францияның Йәш балеты» (Париж), 2001—2002 йылдарҙа «Cairo Opera House» Ҡаһирә опера театры балет труппаһы (Ҡаһирә, Мысыр) менән эшләй[2][4].
2014 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай[5].
Нуреев исемендәге халыҡ-ара балет фестивалендә (рус.)баш. бер нисә тапҡыр ҡатнаша[6][7].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Лиза («Файҙаһыҙ һаҡлыҡ», П. Гертель);
- Сильфида («Сильфида», Х. Левенсхольд);
- Жизель («Жизель», А. Адан);
- Китри («Дон Кихот», Л. Минкус);
- Гамзатти («Баядерка», Л. Минкус);
- Вакханка («Вальпургия төнө», Ш. Гуно);
- Анель («Голубой Дунай», И. Штраус);
- Одетта-Одиллия («Аҡҡош күле», П. Чайковский);
- Аврора («Йоҡоға талған һылыу», П. Чайковский);
- Мари («Щелкунчик», П. Чайковский);
- Балерина («La Marionnette», И. Стравинский музыкаһына);
- Мария (Б. Асафьев, «Баҡсаһарай фонтаны»);
- Джульетта («Ромео һәм Джульетта», С. Прокофьев);
- Ғәйшә (Ҡ. Ҡараев, «Ете һылыу ҡыҙ»);
- Зәйтүнгөл («Сыңрау торна», Л. Б. Степанов, З. Ғ. Исмәғилов) һәм башҡалар[4][7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010);
- «ТӨРКСОЙ-2010» Халыҡ-ара ойошма премияһы[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Валеева А. Каждый раз как в первый // Ватандаш. — 2007. — № 11. — ISSN 1683-3554. Архивировано 11 апрель 2016 года.
- ↑ 1 2 3 Закирова Римма Рәйес ҡыҙы. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда.
- ↑ Римма Закирова. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 Закирова Римма. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. Архивировано 24 июль 2016 года.
- ↑ Дипломы Уфимской академии искусств получили звезды оперы и балета, лауреаты международных конкурсов. «Башинформ» (17 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. Архивировано 26 март 2019 года.
- ↑ Ольга Шкарпеткина. Гран Па Башкирского балета. Журнал "Балет" № 7 (2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. 2017 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 «Семь красавиц» станцуют на сцене Башкирского театра оперы и балета. «Вести» интернет-газета (2 июнь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. Архивировано 27 март 2019 года.
Һылтанмалар
- Жиленко Н. А. Закирова Римма Раисовна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Башкирский государственный театр оперы и балета
- The Rudolf Nureyev State Ballet Theatre