Щелкунчик (балет)

«Щелку́нчик» — П. И. Чайковскийҙың Эрнст Теодор Амадей Гофмандың «Щелкунчик и Мышиный король» әкиәте нигеҙендә Мариус Петипа либреттоһы буйынса яҙған ике күренешле балеты. Ҡуйыусы балетмейстеры — Лев Иванов.

undefined
undefined

Тарихы

Либретто 1844 йылда Александр Дюма-атай[1] (театр энциклопедияһы хаталанып[2] эшкәртеү авторын Дюма-ул тип атай[3]) эшкәртеүендә «История Щелкунчика» тип аталған әҫәр нигеҙендә яҙыла[4]. Төп сюжет һыҙығын һаҡлап ҡалыуға ҡарамаҫтан, Дюманың варианты төп нөхсәнән айырыла. Гофман әкиәте сюжеты өлөшләтә үҙгәртелгәнлектән, либретто версияһы сюжеты тигеҙ, әкиәти-символик рәүештә бара[5].

Лев Иванов ҡуйған балет премьераһы 1892 йылдың 6(18) декабрендә Санкт-Петербургта Мария театрында, Чайковскийҙың «Иоланта» операһы менән бер кистә ҡуйыла. Премьераның дирижеры Риккардо Дриго була. Сәхнә — Михаил Бочаров һәм К. Иванов, костюмдар Император театрҙары директоры Иван Всеволожский менән Евгений Пономарев эскиздары буйынса биҙәлә һәм тегелә. Төп ролдәрҙе: Щелкунчик — Сергей Легат, фея Драже — Антониетта дель-Эра, принц Коклюш — Павел Гердт, Дроссельмейер — Тимофей Стуколкин, туғанының ҡыҙы Марианна — Лидия Рубцова башҡара. Клара һәм Фриц ролдәрендә балалар, Петербург театр училищеһының бәләкәй синыф уҡыусылары Станислава Белинская менән Василий Стуколкин уйнай (улар уөыу йортон 1899 йылда тамамлай)[6]. Шул уҡ йылда А. С. Аренскийҙың фортепиано өсөн «Щелкунчик» балетыннан дүрт ҡул башҡарыуға сюитаһы баҫыла, ике йылдан уның эшкәртеүендә балеттың тотош партитураһы сыға[7]. Тикшеренеүселәр балет сюжетын һәм ҡатнашыусыларҙың образдарын Чайковскийҙың яҡын туғандары — Давыдовтарҙың, тәү сиратта композиторҙың туғаны Александра һәм уның балалары — Владимир һәм Татьянаның, ғаилә тормошо ваҡиғалары һәм шәхестәре менән сағыштырырға тырыша.

Балет тәнҡитсеһе Павел Ященков фекеренсә, Давыдовтарҙың имениеһы Каменка "композитор аңында балаларҙың хыялындағы Конфитюренбург тәм-том батшалығына әүерелә. Имение хужабикәһе, композиторҙың һеңлеһе Александра Ильинична, унда киң күңелле батшабикә, уға тиклем 5 йыл алдан үлгән ҡыҙы Татьяна — Клара, ә уның "идол"ы … «һөйөклө принц» Боб була". ""щелкунчик"тың төп геройҙары барып эләккән Конфитюренбург батшалығы үҙе ниндәйҙер иҫерткес күренешкә оҡшаш", һәм уның ҡарашынан был Давыдовтарҙың морфин менән мауығыуына оҡшаш. «Принц-Щелкунчик, „Спящая красавица“ балетындағы Дезире (тәржемәһе „һөйөклө“) кеүек — яратҡан һәм һөйөклө ҡусты»[8].

«Щелкунчик» П. И. Чайковскийҙың һуңғы әҫәрҙәре араһында айырым урын алып тора: ул балет жанры традицияларынан айырыла, унда музыкаль образдар яңылыҡ булараҡ ҡулланыла. Балетта беренсе тапҡыр челеста — композитор үтеенсе буйынса Париждан яҙҙырып алынған уйын ҡоралы яңғырай. «Щелкунчик» көйөн, «балет өсөн бик етди һәм йән әрнетелрлек», тип баһалайҙар[9].

Ҡатнашыусылар

Төрлө редакцияларҙа төп героиняның исеме төрлөсә: Клара һәм Мари. Гофмандың китабында төп героиня — Мари, ә Клара — уның яратҡан ҡурсағы. Рәсәйҙә Беренсе донъя һуғышы (1914) башланып, илһөйәрлек тойғоһо үҫкәс, балет сюжеты руслаштырыла һәм төп героиня маша тип атала башлай. Шул уҡ ваҡытта Фрицтың исеме үҙгәртелмәй, сөнки ул кире персонаж. Был традиция әлегәсә дауам итә.

(аудио)
Чайковский - Маша вариацияһы
Тыңлаусыларға ярҙам

• Штальбаум
• Уның ҡатыны

Уларҙың балалары:
• Мари (Маша, ҡайһы берҙә — Клара), принцесса
• Фриц (Миша)

• Марианна, туғанының ҡыҙы
• Няня
• Дроссельмейерм • Щелкунчик, принц
• Фея Драже
• Принц Коклюш
• Ҡурсаҡ
• Кәмитсе (шут)
• Сысҡандар батшаһы
Кордебалет: ҡунаҡтар, туғандары, хеҙмәтселәре, маскалар, паждар, сәскәләр, уйынсыҡтар, һалдаттар һәм башҡалар .

Либретто

Пролог менән ике күренешле балет

Раштыуа алдынан доктор Штальбаум өйөндә ҡунаҡтар йыйыла башлай. Ололар менән бергә ҡурсаҡ тотҡан ҡыҙҙар килә һәм ҡылыслы малайҙар маршировкалай.

I күренеш

Доктор Штальбаумдың балалары, Мари менән Фриц, түҙемһеҙлек менән бүләктәр көтә. Ҡунаҡтарҙың иң һуңғыһы булып Дроссельмейер килә. Уның уйынсыҡтарҙы терелтеүе балаларҙы ҡыуандарып ҡына ҡалмай, ҡурҡыта ла. Дроссельмейер битлеген сискәс, Мари менән Фриц яратҡан исем атаһын таный. Мари ҡурсаҡтар менән уйнарға теләй, әммә уларҙың барыһы ла йыйылғанын күреп, күңелһеҙләнә.

Ҡыҙҙы тынысландырыу өсөн исем атаһы уға Щелкунчикты бүләк итә. Ҡурсаҡтың сәйер йөҙө ҡыҙға мәрәкә. Фриц яңылыштын ҡурсаҡты вата, был Мариҙың күңелен төшөрә. Ул яратып өлгөргән ҡурсағын йоҡларға һала. Фриц дуҫтары менән сысҡан битлеген кейеп, мариҙы үсектерә башлай. Байрам тамамлана, ҡунаҡтар традицион гроссфатер бейеүен башҡара һәм таралыша. Төн етә, шыршы ҡуйылған бүлмә ай нурына тула.

Мари бүлмәгә кире инеп Щелкунчикты ҡосаҡлай. Шул ваҡытта Дроссельмейер пәйҙә була, әммә ул хәҙер исем атаһы түгел, ә изге тылсымсы. Ул ҡулын һелтәп ебәреүгә бүлмәлә бөтә нәмә үҙгәрә башлай: диуарҙар күсенә, шыршы үҫә, шыршы уйынсыҡтары терелә һәм һалдаттарға әүерелә. Көтмәгәндә сысҡандар батшаһы етәкселегендә сысҡандар килеп сыға. Ҡыйыу Щелкунчик һалдаттарҙы һөжүмгә алып бара.

Щелкунчик менән Сысҡандар батшаһы үлемесле алышта осраша. Мари сысҡандар армияһының һалдаттарҙан күберәк булыуын күреп, өмөтһөҙлөктән туфлийын сисеп, уны көс менән Сысҡандар батшаһына ташлай. Ул ҡурҡып, ғәскәрен алып ҡаса. Һалдаттар армияһы еңеү яулай. Улар Мариҙы елкәләренә ултыртып, Щелкунчикҡа килтерә. Көтмәгәндә уның йөҙө үҙгәрә башлай һәм ул матур принцҡа әүерелә. Мари һәм терелгән ҡурсаҡтар иҫ киткес матур шыршылы йондоҙло күк аҫтына барып сыға. Тирә-яҡта ҡар бөртөктәре өйөрөлә.

II күренеш

Мари менән Принц йондоҙло күк матурлығына һоҡлана, нисек итеп сысҡандар һөжүм итеүен, принцтың нисек итеп уларҙы ҡыйратыуын хәтерләй. Барыһы ла бейей, шатлана, сысҡандар ғәскәрен еңеүҙе байрам итә. Испан, ғәрәп, ҡытай һәм рус ҡурсаҡтары Мариға, ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалған өсөн, рәхмәт әйтә. Тирә-яҡта феялар һәм паждар бейей. Дроссельмейер килеп сыға һәм ҡабат тирә-яҡ үҙгәрә. Барыһы ла Мари менән Принцтың туйына әҙерләнә. Мари уяна, ә Щелкунчик уның ҡулында була.

undefined

Интерпретациялар

Рудольф Нуреев эшкәртеүендә балеттың фрейдса варианты бар[10]. Уға ярашлы, Принц менән бейеүҙән һуң Мари уяна, ә Щелкунчик йәшәреп киткән Дроссельмейер булып сыға.

Мэтью Борн сәхнәләштереүендә Клара — ярлы етем ҡыҙ. Ул һөйгәне Щелкунчик менән бергә була алмауына ғазаплана һәм уның икенсе ҡыҙ менән бейегәнен ситтән генә күҙәтә. Морис Бежар эшкәртеүендәге балет версияһында ла айырылышыу темаһына баҫым яһалыуын күрергә мөмкин: үҙәк персонаж әсәһен бик иртә юғалтҡан малай — Бим[9].

Музыкаль драматургия һәм либретто бәйләнеше

Хореографтар икенсе акттағы вальс көйөнөң үҙгәреүенә күҙ йома, ғәмәлдә ҡапыл трагик пассаж яңғырай, әммә «бейеүсе парҙар ғәҙәти ритмда әйләнеүен дауам итә»[9].

Балет составы

Состав[11]:

  1. Увертюра
  2. Беренсе күренеш.
    1. Беренсе картина.
      1. Шыршыны биҙәү һәм уттарын яндырыу
      2. Марш
      3. Балаларҙың һикерәнләүе һәм ата-әсәләрҙең сығыу
      4. Бейеү сәхнәһе
        1. Дроссельмейерҙың сығыуы
        2. Борғосло ҡурсаҡтарҙың бейеүе (мазурка)
        3. Ендәр бейеүе
      5. Сәхнә һәм Гросфатер
        1. Щелкунчик ҡурсағының сығыуы
        2. Щелкунчик полькаһы
        3. Мариҙың бишек йыры һәм Фрицтың уйындары
        4. Ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар бейеүе (Гросфатер)
      6. Сәхнә (Мари менән Щелкунчик)
        1. Бишек йыры
        2. Балалар бүлмәһенең үҙгәреүе
        3. Шыршының үҫеүе
      7. Сысҡандарҙың сығыуы һәм алыш
    2. Икенсе күренеш.
      1. Ҡышҡы шыршы урманы
      2. Ябалаҡ ҡарҙар бейеүе (ҡар бөртөктәре бейеүе)
  3. Икенсе күренеш.
    1. Конфитюренбург тәм-том һарайы
    2. Мари менән Щелкунчиктың килеүе
    3. Дивертисмент
      1. Шоколад (испан бейеүе)
      2. Ҡәһүә (ғәрәп бейеүе)
      3. Сәй (ҡытай бейеүе)
      4. Трепак (рус бейеүе; карамель таяғы)
      5. Көтөүселәр бейеүе (дат марципаны)
      6. Гигонь (Жигонь) әсәй һәм кәмитселәр
    4. Сәскәләр вальсы
    5. Па-де-де
      1. Фея Драже менән принц Оршад
      2. Вариация I: тарантелла
      3. Вариация II: Фея Драже бейеүе
      4. Кода
    6. Финал вальсы
    7. Апофеоз

Уйын ҡоралдары

• Ағас тынлы:
•• 3 флейта (3-сө флейта = флейта-пикколо);
•• 2 гобой;
•• 1 инглиз борғоһо;
•• 2 кларнет;
•• 1 бас-кларнет;
•• 2 фагот.
• Еҙ тынлы:
•• 4 валторна;
•• 2 торба;
•• 2 тенор-тромбон;
•• 1 бас-тромбон;
•• 1 туб.
• Һуҡма:
•• литавралар;
•• бәләкәй барабан;
•• тарелка;
•• ҙур барабан;
•• өсмөйөш;м •• шөңгөр;
•• кастаньеталар;
•• там-там;
•• ҡыңғырауҙар;
•• «уйынсыҡ ҡоралдар» (мәҫәлән, һыҙғыртҡыс-кәкүк).
• Челеста;
• 2 арфа;
• Балалар хоры
• Ҡыллы:
•• беренсе скрипка;
•• икенсе скрипка;
•• альт;
•• виолончель;
•• контрабас.

Рәсәйҙәге әһәмиәтле постановкалар

Мария театры

• 1892 йылдың 6(18) декабре — премьера:
•• Балетмейстер: Лев Иванов
•• Дирижёр: Рикардо Дриго
•• Рәссамдар: Михаил Бочаров менән К. Иванов
•• Костюмдар: Иван Всеволожский менән Евгений Пономарёв;
•• Мари — Станислава Белинская
•• Фриц — Василий Стуколкин
•• Щелкунчик — Сергей Легат
•• Фея Драже — Антониетта Дель-Эра
•• Принц Коклюш — Павел Гердт
•• Дроссельмейер — Тимофей Стуколкин
•• Шут — Александр Ширяев
•• Марианна — Лидия Рубцова
• 1923 йыл — Лев Иванов постановкаһы шул уҡ декорацияларҙа тергеҙелә; балетмейстеры Фёдор Лопухов менән Александр Ширяев, дирижёры Александр Гаук; фея Драже — Елизавета Гердт, принц Коклюш — Михаил Дудко, Дроссельмейер — Николай Солянников.
• 1929 йыл — яңы редакция; балетмейстеры Фёдор Лопухов, дирижёры Александр Гаук, рәссамы Владимир Дмитриев; Маша — Ольга Мунгалова, Щелкунчик — Пётр Гусев, Дроссельмейер — Леонид Леонтьев.
• 1934 йыл — балетмейстеры Василий Вайнонен, дирижёры Евгений Мравинский, рәссамы Иван Селезнёв; Маша — Галина Уланова, Щелкунчик-принц — Константин Сергеев[12].
• 2001 йыл — балетмейстеры — Кирилл Симонов, музыкаль етәксеһе — Валерий Гергиев, декорациялар, костюмдар, либретто, постановка — |Михаил Шемякин. Маша — Наталья Сологуб, Щелкунчик-принц — Александр Сергеев[13], Андриан Фадеев, Дроссельмейер — Антон Адасинский.

Ҙур театр

• 1919 йыл — балетмейстеры Александр Горский, дирижёры Н. А. Фёдоров, рәссамы Константин Коровин; Клара — Валентина Кудрявцева, Фриц — Шокоров 2-се, Щелкунчик-принц — Ефим Ефимов, Дроссельмейер — Алексей Булгаков. Был постановкала сәхнә ҙур ҡәһүә сервизы ултырған сервировкаланған өҫтәлдән ғибәрәт. Бейеүселәр сервиз эсенән сыға.
• 1932 йыл — Дәүләт балет академия театры ҡарамағындағы балет техникумы спектакле; балетмейстеры Л. И. Иванов, Александр Чекрыгин менән Александр Монахов тергеҙә, дирижёры Юрий Файер, рәссамы Панфилов; Клара — Евгения Фарманянц, Щелкунчик — Юрий Папко, Фриц — Ю. Гербер, Дроссельмейер — Александр Чекрыгин, Фея Драже — Ольга Лепешинская.
• 1939 йыл — балетмейстеры В. И. Вайнонен, дирижёры Юрий Файер, рәссамы Владимир Дмитриев; Маша — Марина Семёнова, Щелкунчик — Алексей Ермолаев, Дроссельмейер — Владимир Рябцев.
• 1966 йылдың 12 марты — яңы постановка; балетмейстеры Юрий Григорович, дирижёры Геннадий Рождественский, рәссамы Симон Вирсаладзе; Маша — Екатерина Максимова, Щелкунчик-принц — Владимир Васильев, Дроссельмейер — Владимир Левашев, сысҡандар батшаһы — Герман Ситников, Щелкунчик-ҡурсаҡ — Елена Ватуля, француз ҡурсағы — Татьяна Попко.

Билдәле аудиояҙмалар

• 1960 йыл — дирижёры Геннадий Рождественский, Ҙур театр оркестры һәм балалар хоры, СССР. [Д 06583-6; С 06977-80; СМ 0169-72; MEL CD 1000665]

• 1986 йыл — дирижёры Владимир Федосеев, «Весна» балалар музыка хор мәктәбе, Үҙәк телевидение һәм Бөтә Союз радиоһының Ҙур симфоник оркестры. [А10 00347 005]

• 1988 йыл — дирижёры Евгений Светланов, «Весна» балалар музыка хор мәктәбе, Рәсәйҙең дәүләт академик симфоник орекстры. [А10 00605-8; MEL CD 1000409]

Иҫкәрмәләр

  1. «Histoire d’un casse-noisette» (фр.)
  2. Балет «Щелкунчик» | Центр Дягилева. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  3. ТЭ, 1967
  4. Дюма, Александр. Сказки // Собрание сочинений. — М.: Арт-Бизнес-Центр, 2005. — Т. 61. — С. 621. — 636 с. — ISBN 5-7287-0254-6.
  5. Скворцова И. А. Балет П. И. Чайковского «Щелкунчик»: опыт характеристики // Учебное пособие. — М.: Научно-издательский центр «Московская консерватория», 2011. — 68 с. — С. 10—14. ISBN 978-5-89598-264-8
  6. Академия русского балета им. А. Я. Вагановой. Списки выпускников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 март 2010. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2009 года.
  7. П. И. Чайковский. Полное собрание сочинений. Литературные произведения и переписка. — М.: Музыка, 1978. — Т. XVI-A. — С. 313. — 376 с. — 6000 экз.
  8. Ященков П. Балет со следами морфия и неразделённой любви к племяннику. Часть 3 // Московский комсомолец : Газета. — 2014. — 4 ғинуар.
  9. 1 2 3 Ирина Удянская, Наталья Шастик. Страсти по Щелкунчику // Серебряный город : книга-альманах. — Юнимедиа, 2023. — Т. 4. — С. 112—125. — ISBN 978-5-6050659-4-4.
  10. «Бриллиант в короне»: как Рудольф Нуреев изменил балет. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  11. Чайковский. Балет «Щелкунчик». Belcanto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
  12. Энциклопедия: "заново сочинённый «Щелкунчик», (1934)
  13. Александр Сергеев

Әҙәбиәт

Васильев И. В., Краснова Л. Е. Методология исследования хореографических трактовок литературного произведения Э.Т.А. Гофмана "Щелкунчик и мышиный король" на балетной сцене в конце XX - начале XXI столетий // Вестник Академии русского балета им. А. Я. Вагановой. — 2024. — № 1 (90).Гендова Марья Юрьевна. Балет «Щелкунчик» — нетривиальный способ знакомства с бытовой Рождественской культурой России второй половины XIX века // Вестник Саратовской консерватории. Вопросы искусствознания. — 2019. — № 4.Рыжкова А. С. Балет Московского хореографического училища "Щелкунчик" П. И. Чайковского (1950 год) // Театр. Живопись. Кино. Музыка. — 2013. — № 2.Logo-bie.svg Слонимский, Ю. И. Щелкунчик: [балет в 3-х действиях и 7 картинах] / Ю. Слонимский; музыка П. И. Чайковского ; Ленингр. Государст. академ. театр оперы и балета; [марка театра на обложке работы художника Л. С. Хижинского]. — 2-е издание. — Ленинград : издание Лен. Гос. Акад. театра оперы и балета, 1934. • Юлия Яковлева. Глава 5. Рождение театра. // Создатели и зрители. Русские балеты эпохи шедевров. — М.: Новое литературное обозрение, 2017. — С. 143—149. — ISBN 978-5-4448-0689-0.

Тема буйынса өҫтәмә