Щелкунчик (йәнһүрәт, 1973)

«Щелкунчик» — 1973 йылда режиссёр Борис Степанцев совет музыкаль рәсем йәнһүрәте[1]. Мульфильм |Эрнст Теодор Амадей Гофмандың «Щелкунчик һәм Сысҡан короле» (1816) әкиәтенә һәм Пётр Ильич Чайковскийҙың шул исемдәге балеты (1892) музыкаһына нигеҙләнеп эшләнгән. Йәнһүрәттә ҡатнаш төшөрөү һәм совет мультипликацияһында ҡабатланмаған эффекттар ҡулланылған[2].

Сюжеты

Йәнһүрәт ваҡиғалары XIX быуатта бара. Бай йортҡа бай ғаиләләрҙең балалары Яңы йыл шыршыһы байрамына йыйыла. Уларҙың байрамын хеҙмәтсе ҡыҙ күҙәтә. Байрамдан һуң залды йыйыштырғанда, ул һепертке менән бейей һәм төшөп ҡалдырылған Щелкунчикты күрә. Сәтләүек ватыу өсөн ҡулланылған был уйынсыҡ саҡ ватылып ҡалмаған. Ҡыҙҙа Щелкунчикҡа ҡарата ғыҙғаныу хисе уяана, һәм был уйынсыҡ терелеп, үҙенең үткәнен ҡыһға һөйләп бирә.

Ҡасандар Щелкунчик бер короллектың принцы булған. Уға бер йәш тулған көндә король табын ойоштора, принцҡа күп уйынсыҡтар бүләк итәләр. Көтмәгәндә, табынға саҡырылмаған ғунаҡ — өс башлы Сысҡандар королеваһы үҙенең өс башлы улы менән килеп инә. Саҡырылмағанға ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, королева буш кәнфит ҡағыҙын бүләк итә, ә уның улы принцтың уйынсыҡтарын кимерә.

Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы ҡыуып сығарырған мәлдә, король Сысҡандар королеваһын юҡ итә. Әммә королева һуңғы мәлдә ҡарғыш һала: принц Щелкунчикҡа әүрелә, ә короллек һәм уның халҡы туңып ҡала. Сысҡандар королеваһының улы әсәһенең тажын алып ҡаса һәм хәрәкәтһеү уйынсыҡ булып ҡалған принцты киләсәктә юҡ итәсәген әйтә.

Хикәйәтте тамамлағас, Щелкунчик йортта сысҡан армияһы килеүен күреп ҡала. Армияны Сысҡан королеваһының улы, үҫеп еткән Сысҡандар короле, етәкләй. Уның маҡсаты — Щелкунчикты ҡулға алырға, юҡ итергә. Сысҡан армияһы ҡыҙҙың ҡулындағы Щелкунчикты тартып алырға маташа, әммә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Һуңынан Сысҡандар короле ҡыҙҙы бәләкәй уйынсыҡ үлсәменә тиклем кесерәйтеп, үҙенең тотҡононо итә.

Щелкунчик шыршы уйынсыҡтарынан ғәскәр йыя, сысҡандар армияһын еңеп, ҡыҙҙы азат итә. Әммә үҙе Сысҡандар короленә әсиргә эләгә. Ҡыҙ Сысҡандар короленә үҙенең ағас башмағын бәреп, башындағы тажын бәреп төшөрә һәм уны еңә. Тап шул мәлдә Сысҡан короле үҙенең тылсым көсөн юғалта һәм шартлап юҡҡа сыға. Уның шартлауынан сыҡҡан төтөндән башҡа сысҡандар ҙа ҡасып юҡҡа сыға. Ҡыҙҙың ағас башмағы алтын туфлигә әйләнә. Щелкунчик был туфлиҙе алғанда, уның тышҡы ҡабығы ярылып, ул үҙенең ысын ҡиәфәтенә — йәш, матур принцҡа әүерелә. Туфлиҙе кейгән ҡыҙ ҙа принцессаға әйләнә. Улар сихырлы короллеккә юллана. Улар килгәс короллек йәнләнеп китә.

Мультфильмдың һуңғы кадрҙарында залда Яңы йыл шыршыһы, иҙәндә ҡыҙҙың ағас башмаҡтары һәм Щелкунчиктың ярылған тышсаһы ғына күренә. Был бөтә ваҡиғаның ысын булғанын күрһәтә.

Авторҙары

сценарий авторы Борис Ларин, Борис Степанцев
режиссёр Борис Степанцев
ҡуйыусы рәссам Анатолий Савченко, Николай Ерыкалов
оператор Михаил Друян
тауыш операторы Борис Фильчиков
монтажёр Изабелла Герасимова
Рәссам-мультипликаторҙыр Юрий Бутырин, Марина Восканьянц, Виктор Лихачёв, Марина Рогова, Ольга Орлова, Николай Фёдоров, Елена Малашенкова, Игорь Подгорский, Олег Комаров, Анатолий Абаренов, Иосиф Куроян, Лев Рябинин, Юрий Кузюрин
Рәссамдар Ирина Светлица, Валентина Харитонова
Ассистенттар Зоя Кредушинская, Борис Садовников, Вера Кудрявцева
редактор Раиса Фричинская
фильм директоры Любовь Бутырина

Наградалары

  • 1974 — VII Бөтә Союз кинофестивале, Баҡы — Үҙенсәлекле художество эшләнеше өсөн дәртләндереү дипломы;
  • 1974 — Хихонда (Испания) балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарының халыҡ-ара фестивалендә «Пелайя дель оро» беренсе премияһы.

Музыкаһы

Мультфильм Пётр Чайковский яҙған шул исемдәге балеттың экранлаштырылған верцияһы булып торһа ла, фильмда Чайковскийҙың башҡа балеттары өсөн яҙылған партитураларының өҙөктәре ҡулланылған: «Рус бейеүе» (һепертке менән бейеү эпизодында); «Ротбарт темаһы» («Аҡҡош күле» балетынан); шулай уҡ «Карабостың яуыз фея темаһы» («Йоҡоға талған һылыуҡай» балетынан).

Китаптан айырмалыҡтары

Йәнһүрәттең сюжеты Э.Т.А. Гофмандың оригиналь әкиәтенән һәм Пётр Чайковскийҙың балет либреттоһынан байтаҡҡа айырыла. Атап әйткәндә, төп геройҙың шәхесе үҙгәртелгән, өй хужалары юҡ, һәм социаль тигеҙһеҙлек темаһы билдәләнгән:

  • Ололар (Король, Королева һәм һарай хеҙмәткәрҙәре тыш) күрһәтелмәй, Принцесса Пирлипат, Дроссельмейерҙар, һәм Кракатук сәтләүеге юҡ. Байрам алдынан булған ваҡиғалар ҙа күрһәтелмәй.
  • Балетта төп героиняның исеме — Маша (йә Клара). Йәнһүрәттә уның исеме аталмай.
  • Йәнһүрәттә мини-һарай торт итеп күрһәтелгән, ә китапта ул уйынсыҡ.
  • Йәнһүрәттә Сысҡандар королеваһы сөскөрөүҙән һәләк була, ә уның ҡойроғо Принцты Щелкунчикҡа әйләндерә. Китапта ул тапап үлтерелә һәм кесе дроссельмейерҙы тешләп сихырлай.
  • Китаптан айырмалы рәүештә, Йәнһүрәттәтөп героиня йәрәхәт алмай.
  • Героиняның уйынсыҡтары алышта ҡатнашмай.
  • Сысҡандар королдең Йәнһүрәттәөс башы һәм бер тажы бар, ә китапта уның ете башы һәм һәр береһендә тажы була.
  • Йәнһүрәттә Сысҡандар королдең армияһы һәм ул үҙе Наполеонға оҡшатып эшләнгән.
  • Йәнһүрәттә Щелкунчик булып Принц сыға (балеттағы кеүек), ә китапта ул Дроссельмейерҙың улы.

Видео

  • 1990-сы йылдарҙа мультфильм төрлө студиялар, бигерәк тә 1990-сы йылдар уртаһында Studio PRO Video һәм Союз видеостудияһы тарафынан иң яҡшы совет мультфильмдары йыйынтыҡтарын видеокассеталарҙа сығарыла.
  • 2000 йылдарҙа мультфильм DVD-дисктарҙа "Яратҡан мультфильмдарҙың алтын коллекцияһы"нда сығарыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Аниматор.ру | Статьи | «НОВОГОДНЯЯ АНИМАЦИЯ». www.animator.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2019.
  2. Самые знаменитые экранизации "Щелкунчика". Вести.ру (9 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2024.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә