Торт

Торт (итал. torta, ранее от лат. tōrta, йоморо икмәк) — крем йәки джем һеңдерелгән бер нисә ҡамыр йәймәһенән торған десерт; һөт, май, шәкәр, йомортҡаға баҫылған сөсө ҡамырға крем, еләк-емеш һ. б. ҡушып бешергән татлы ашамлыҡ[1].

Ҡатнашмалар өлөшө

Торт бешереү өсөн: он, аҡ май, шәкәр, ҡамыр йомшартҡыс, йомортҡа, шоколад, ҡуйыртылған һөт, сәтләүек, ҡара емеш, ҡурай һәм ер еләктәре, шыйыҡ сыр кәрәк буласаҡ.

Биҙәү

  • Байрамса торт, туйҙа, тыуған көндә аштан һуң бирелә торған тәм-том.
  • Торт эшләй башлағанда, йомшарған аҡ май менән шәкәрҙе ҡушып бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға он, ҡамыр йомшартҡыс, ике-өс йомортҡа өҫтәп, шыйыҡ ҡамыр туҡыйбыҙ. 160- 170 градуслы мейескә йәки духовкаға ҡуйып 40-45 минутта бешереп алабыҙ. Араһына крем яғыр өсөн йәймәне ҡатлы- ҡатлы итеп теләбеҙ.
  • Шыйыҡ сырға ҡуйыртылған һөт ҡушып крем яһайбыҙ. Йәймәләрҙең араһына мул итеп һылайбыҙ, ҡурай, ер еләге лә ҡушабыҙ. Торттың өҫтөн онталған сәтләүек, ҡара емеш, эретелгән шоколад менән биҙәйбеҙ.

Төрҙәре

  • «Ҡош һөтө»;
  • «Коcмос»;
  • «Полет»;
  • «Бисквет»

Һылтанмалар

20 июль көнө - Халыҡ-ара Торт байрамы - Донъя кимәлендә билдәләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)