Шыршы уйынсыҡтары

Шыршы уйынсыҡтары (рус. Ёлочные игрушки ) — шарҙар, кейек һындары, көнкүреш әйбер-бутафориялар, емеш-еләк мүләждәре, кәнфиттәр һәм башҡа тәм-томдар тәшкил иткән Яңы йыл шыршыһы биҙәүестәре.

Рәсәйҙә тәүге шыршы уйынсыҡтарын сепрәк, һалам, төҫлө таҫмаларҙан эшләгәндәр, һуңыраҡ иһә ҡағыҙҙан һәм фольганан. Быяла биҙәүестәр һуңыраҡ барлыҡҡа килә.

Рәсәйҙә шыршы уйынсыҡтары тарихы

Шыршы Пётр I идара иткән осорҙа Яңы йыл символы статусын алһа ла, Рәсәйҙә беренсе шыршы уйынсыҡтары XIX быуатта ғына барлыҡҡа килә. XIX быуат аҙағына Рәсәйҙә Европа традициялары тарала, шыршыларҙы биҙәү киң тарала. Шыршыға ашарға яраҡлы биҙәүестәр — алма, сәтләүек, печенье, кәнфит һәм башҡа тәм-томдар, шулай уҡ шәмдәр һәм алтын ялатылған тубырсыҡтар эленә.[1]

Һуңынан ҡағыҙ һәм ҡатырғанан эшләнгән ҡулдан эшләнгән шыршы уйынсыҡтары килеп сыға; уларҙы туҡыма киҫәктәре, селтәрҙәр һәм сәйлән менән биҙәйҙәр. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә сым каркасында мамыҡ уйынсыҡтар һәм папье-машенан биҙәүестәр киң тарала: төрлө ҡурсаҡтар, фәрештәләр, хайуан фигуралары, бутафория (мүләж) емеш-еләктәр. Ул ваҡытта шыршы быяла уйынсыҡтарын байҙар ғына һатып ала алған. Ҡалын быялалан эшләнгән тәүге уйынсыҡтар — күбеһенсә шарҙар һәм боҙбармаҡтар — Европанан килтерелгән һәм улар бик ҡиммәт хаҡҡа һатылған.[1][2]

Уйынсыҡ фабрикалары

undefined

«Ёлочка» — Рәсәйҙең иң боронғо фабрикаһы

Әкренләп Рәсәйҙә быяла әйберҙәр етештереү үҫешә башлай. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә етештерелгән шыршы уйынсыҡтары фабрикаларының иң боронғоһо Мәскәү өлкәһендә, Высоковскиҙа (Клин районы) урынлашҡан. Ул 1848 йылда башта быяла заводы булараҡ парфюмерия һәм дарыухана маҡсаттары өсөн өрөп эшләнелгән изделиелар — ампулалар, пробиркалар, флакондар, шешәләр, ҡыуыҡтар етештереү өсөн асыла. Йүнсел оҫталар быяланан муйынсаҡтар, һырғалар һәм башҡа төрлө биҙәүестәр етештерергә өйрәнә, һуңынан быяла муйынсаҡтар менән Раштыуа шыршыһын да биҙәргә мөмкин булыуын асыҡлай. Клин оҫталарының даны тиҙ арала бөтә илгә тарала, һәм 1896 йылда уҡ Түбәнге Новгородта XVI Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм сәнғәт күргәҙмәһендә өрөлгән быяланан эшләнгән шыршы муйынсаҡтары күрһәтелә.[1] 1970 йылдан предприятие «Елочка» тип йөрөтөлә. Бында ҡулдан эшләнгән шыршы уйынсыҡтары, гирляндалар, муйынсаҡтар һәм башҡа төрлө шыршы биҙәүестәре әҙерләйҙәр. Клин оҫталары быяла өрөү ысулдарын камил белә, шулай уҡ быуындан быуынға тапшырыла килгән халыҡ йолаларын һәм кәсеп серҙәрен һаҡлай.[3]

1930 -сы йылдарҙа

Шыршыларҙы Рәсәйҙәге төҫлө быяла шарҙар менән Беренсе донъя һуғышы йылдарында биҙәй башлағайҙар. Әсир немецтар рус оҫталарын шарҙар һәм башҡа шыршы уйынсыҡтары яһарға өйрәткән, тип иҫәпләнә. Рәсәйҙең тәүге — һуңынан совет — быяла уйынсыҡтары формалар төрлөлөгө менән айырылып тормай. Шыршы уйынсыҡ тармаҡтарының йылдам үҫеше 1930-сы йылдарға тура килә, ул саҡта шыршы байрамдарында әкиәт персонаждары — Итекле бесәй, Ҡыҙыл башлыҡ, доктор Айболит, Аладдин һәм башҡалар күренә башлай. Ҡыҙыл галстук таҡҡан пионерҙар,ҡыҙылармеецтар, парашютсылар, Ленин менән Сталиндың портреттары төшөрөлгән шарҙар эленә. Совет шыршыһының иң осона, мотлаҡ, ҡыҙыл йондоҙ беркетелә. «Цирк» фильмы экрандарға сыҡҡас — клоун, акробат һәм башҡа цирк һындары, ә 1935 йылғы поляр экспедициянан һуң полярниктар һындары популярлыҡ яулай башлай. Һуғыш алды йылдарында шыршы уйынсыҡтары яһау өсөн быяла, мамыҡ, картон һәм папье-маше иң таралған материал була. Сымдан эшләнгән фигуралар популяр була.[4]

40-50-се йылдарҙа

Һуғыш йылдарының шыршы уйынсыҡтар тематикаһында хәрби биҙәүестәр — һалдаттар, танкылар, броневиктар һәм самолёттар барлыҡҡа килә. Популяр сюжет — фашистар менән ҡыйыу көрәшеүсе Ҡыш бабай. Уйынсыҡтарҙы ҡул аҫтындағы материалдарҙан — бинттарҙан, гәзит өҙөктәренән, туҡыма киҫәктәренән һәм янған лампочкаларҙан эшләйҙәр.[1]

«Тыныслыҡ» тематикаһындағы шыршы уйынсыҡтары етештереү 40-сы һәм 50-се йылдарҙа үҫешә башлай. Шыршыларҙы йәнә әкиәт персонаждары, урман йәнлектәре, быяла емеш-еләк менән биҙәү китә. 60-сы йылдарҙа кукуруз, космонавт, ракета һәм юлдаштарҙың һүрәттәре популярлаша башлай. Шул ваҡытта яңы материалдар — пластмасса һәм поролон барлыҡҡа килә.[4]

Совет фабрикалары

1928 йылда Ленинградта «Артель им. Товарища Рубена» ойошторола, ул СССР-ҙа шыршы уйынсыҡтарының иң эре етештереүселәрҙең береһе була. 30-40-сы йылдарҙа фабрикаға «Ленингрушка» исеме бирелә. Хәҙер ҙә ул шыршының төрлө биҙәүестәрен етештерә, шулай уҡ экскурсиялар һәм шыршы биҙәүестәрен биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

1932 йылда Карачевта (Брянск өлкәһе) С. М. Киров исемендәге кооператив артеле шыршы биҙәүестәре етештерә. Һуңынан предприятиены Карачев шыршы уйынсыҡтары фабрикаһы тип үҙгәртелә, уның продукцияһы Советтар Союзында киң таралыу ала. Каречево фабрикаһында етештерелгән быяла уйынсыҡтар күп йылдар Кремль шыршыһын биҙәй. Хәҙерге ваҡытта предприятие «Интерьер-Промысла» исеме аҫтында эшләй һәм ҡул менән эшләнгән шыршы биҙәүестәре — төрлө диамтрлы шарҙар (бер һүрәткә 500 дананан артыҡ түгел), тубырсыҡтар, сулпылар һәм шыршы осо өсөн махсус уйынсыҡтар етештерә.[3]

Мәскәү эргәһендәге Даниловола данлыҡлы «Иней» фабрикаһы 1937 йылдан башлап фольклор персонаждары, халыҡ әкиәттәре геройҙары, тәбиғәт, ҡала һәм ауыл көнкүрештәре, Мәскәү символикаһы биҙәлгән шыршы уйынсыҡтары етештерә. Түбәнге Новгородтың 1936 йылдан алып «Ариэль» фабрикаһы шыршы өсөн художестволы биҙәлгән сағыу быяла шарҙар, әкиәт геройҙары, урман йәнлектәре, клоундар, миниатюр сәйнүктәр һәм самауырҙар эшләй. 2019 йылда — Түбәнге Новгород шыршы уйынсығы тарихы музейы асыла.[3]

Красноярскиҙың «Бирюсинка» фирмаһында етештерелгән уйынсыҡтар 1929 йылдан билдәле. Уның исеме бер нисә тапҡыр үҙгәрә: «Балалар уйынсығы», «Себер уйынсығы», 1989 йылдан — «Бирюсинка». Бөгөн компания шыршы байрамы өсөн төрлө уйынсыҡтар, карнавал костюмдары һәм бүләк төргәгтәре етештерә. Быяла шыршы уйынсыҡтары етештереү фабрика эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора.[3]

Хәҙерге уйынсыҡтар

Бөгөн Рәсәйҙә төрлө шыршы уйынсыҡтары сығарыла: ябай пластик шарҙарҙан алып ҡул менән биҙәлгән быяла уйынсыҡтарға тиклем. Һәр төбәктә тиерлек үҙҙәренең шыршы уйынсыҡтары фабрикалары һәм етештереү традициялары бар.

Кострома өлкәһендә Лаврово художестволы биҙәк төшөрөү фабрикаһы ҡулдан эшләнгән уйынсыҡтар менән дан тота. 1992 йылдан башлап бында Яңы йыл сувенирҙары, биҙәкле шыршы шарҙары һәм башҡа ағас биҙәүестәр әҙерләнә. Ағастан уйынсыҡтар ассортименты бик киң: Раштыуа фәрештәләре, ҡыңғырауҙар, балериналар, Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар.[3]

Башҡортостан Республикаһында 1958 йылдың 31 декабрендә файҙаланыуға тапшырылған Туймазы медицина быялаһы заводы илдең көнсығыш райондарын медицина быяла һауыттары менән тәьмин итһә, хәҙер шыршы уйынсыҡтарының бөтә төрҙәрен юғары сифат менән етештереүгә күскән.[5]

Галерея

  1. 1 2 3 4 История новогодних игрушек. ФБУЗ "Центр гигиенического образования населения Роспотребнадзор. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2023.
  2. Дуечкина Е.В., гл.Украшение ёлки. Ёлочные игрушки
  3. 1 2 3 4 5 Российские производители ёлочных игрушек. Fabricators.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2023.
  4. 1 2 Наталья Жернова. История игрушек. Как появились әлочные игрушки. Дом и семья (25 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2023.
  5. Туймазинские ёлочные украшения. Постсоветские стеклянные ёлочные игрушки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2023.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]Душечкина Е.В. Русская ёлка:История, мифология, литература. — Москва: Новое литературное обозрение, 2023. — ISBN 978-5-44-481919-7.ҺылтанмаларҺылтанмалар