Кремль шыршыһы
Кремль шыршыһы (рус. Кремлёвская ёлка) — илдең төп шыршыһы, йыл һайын Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә үткәрелгән балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы.
Рус телендә «шыршы» һүҙе йәнә ағасты ғына түгел, сараны ла аңлата. 1938 йылдың 25 декабрендә Союздар Йортоноң Колонналы залында тәүге тапҡыр 15 метрлы илдең төп шыршыһы ҡуйыла. 1954 йылдың 1 ғинуарында байрам беренсе тапҡыр Мәскәү Кремлендә уҙа һәм шул ваҡыттан алып ул Кремль шыршыһы тип атала башлай.[1]
Тарихы
Рәсәй империяһы осоро
Раштыуа байрамын үткәреү йолаға әүерелеү Рәсәйҙә XVII быуат башында барлыҡҡа килә. Мәскәү Кремлен шыршылар менән биҙәү тәжрибәһе Бөйөк Петр заманынан яңы йыл байрамын рәсми рәүештә (1699 йылдың 20 декабрендәге указына ярашлы) 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсергәндән һуң алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә тәүге тапҡыр байрамдың төп символы итеп ике байрамды, Раштыуа һәм Яңы йылды, берләштергән шыршы ҡулланыла башлай. Яңы йылды байрам итеүҙең көнбайыш йолаһы: ракеталар осороу, был көндө уттар ҡабыҙыу һәм өйҙәрҙе ылыҫлы ағас ҡарағай, шыршы һәм артыш ботаҡтары менән биҙәү индерелә.1700 йылдың 1 ғинуарында Мәскәү Кремле диуарҙары янындағы Ҡыҙыл майҙанда беренсе Яңы йыл байрамы үтә.[2]
XVII быуат башынан был йола Мәскәү баярҙарының бай йорттарында ғына башҡарылһа, ә 1700 йылдан, батша указына ярашлы, ҡала ихаталары һәм хатта ауыл өйҙәре Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдарына шыршы ботаҡтары менән биҙәлергә тейеш була. Анна Иоанновна батшалыҡ иткән осорҙа Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдары Мәскәү батша һарайы тарафынан ҙур әҙерлек менән билдәләнә Яңы йыл байрамдары үҙәге булып Мәскәү Кремле тора. Шыршы Собор майҙанында ҡуйыла, ул бай биҙәлгән һәм яҡтыртылған була. Рәсәй империяһында күмәк халыҡ өсөн тәүге Яңы йыл шыршыһы 1852 йылда Санкт-Петербургта үтә. Шул йылдарҙан Мәскәүҙең Дворяндар йыйылышы Колонналар залында был байрам йыл һайын үткәрелә торған сараға әүерелә. Шул уҡ ваҡытта шыршы янында балалар байрамын үткәреү традициялары барлыҡҡа килә. 1917 йылдың декабрендә Мәскәү Кремлендә Раштыуа һәм Яңы йыл билдәләнмәй. Ләкин революциянан һуңғы йылдарҙа ла Яңы йыл шыршылары Совет Рәсәйенең көндәлек тормошонда ҡала килә.[3][1]
Совет осоронда
1918 йылдың 30 ғинуарында яңы Хөкүмәт «Европа календарына» күсеү тураһында Указ сығара. 1935 йылға тиклем Яңы йыл рәсми рәүештә байрам тип һаналмай.[2] 1935 йылдың 28 декабрендә «Правда» гәзитендә шул осорҙоң юғары партия лидерҙарының береһе Павел Постышев балалар өсөн Яңы йылға яҡшы шыршы ойоштороуҙы һәм рәсми рәүештә православие Раштыуа байрамын Яңы йыл байрамы менән алмаштырыуҙы тәҡдим итеп мәҡәлә яҙа. Яңы йыл байрамы матур биҙәлгән дини нигеҙһеҙ һәм бер ниндәй сиркәү менән дә бәйле булмаған «донъяуи» байрамға әйләнергә тейеш була. Шыршы байрамы дәүләт кимәлендә йәмәғәт балалар учреждениелары сараһы булараҡ ойошторолоу ҡарала.[4][5]
СССР-ҙа Яңы йылды шыршы менән киң билдәләү һуғыштан һуңғы осорға ҡарай. 1947 йылдың 1 ғинуары рәсми рәүештә байрам тип иғлан ителә. Союздар йортоноң Колонналы залында үткәрелгән күп көнлөк балалар шыршы байрамдары илдәге төп шыршы статусын ала. Шыршыларҙы ҡышҡы каникулдар осоронда ойоштора башлайҙар. Тәүге тапҡыр Мәскәү Кремлендә «төп дәүләт» Яңы йыл шыршыһы 1954 йылдың 1 ғинуарында уҙа һәм ул Кремль шыршыһы тип атала. 1955 йылдың яңы йылына юғары партия һәм дәүләт кимәлендә тәүге тапҡыр балаларҙы Мәскәү Кремленә йыйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.[1] 60-сы йылдар башында Мәскәү Кремлендә Яңы йылды байрам итеү өсөн яңы урын — Дәүләт Кремль һарайы барлыҡҡа килә. 1962 йылдан алып төп Яңы йыл шыршыһы ошонда үтә башлай, сөнки һарайҙың ҙур тамаша залы, махсус проектланған сәхнә балалар өсөн Яңы йыл концертын үткәрергә уңайлы була. 1962 йылдан алып ул Кремль съездар һарайының герблы фойеһында урынлаштырыла.
1964 йылда Кремлдә шыршы үткәреү программаһы үҙгәрә. Яңы йыл балалар өсөн Ҡыш бабай һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыу менән әкиәт байрамына әүерелә. Һәр Яңы йыл сценарийы һәм режиссураһы Кремлдә яңынан әҙерләнә. Мәскәү Кремленең традицияһы илдең башҡа Яңы йыл майҙансыҡтарына тарала. Кремль яңы йыл шыршыһы бик күп башҡа Яңы йыл тамашалары араһында ҙур популярлыҡ яулай.[6]
Хәҙерге осорҙа
Рәсәйҙә Яңы йыл шыршыһын элеккесә Мәскәү Кремленең Собор майҙанына ҡуйыу традицияһы тергеҙелә. 2000—2004 йылдарҙа унда яһалма шыршы ҡуйылһа, 2005 йылдан Кремлгә ысын шыршы килтерелә. Йыл һайын белгестәр Собор майҙаны өсөн шыршы һайлай. Яңы йыл шыршыһын ике йыл рәттән Ҡыш бабайҙың тыуған төйәгенән — Бөйөк Устюгтан алып ҡайталар. Һуңғы бер нисә йыл рәттән ысын шыршыны баш ҡала үҙәгенә Мәскәү өлкәһенән алып киләләр. Рәсәйҙең төп Яңы йыл шыршыһын һайлағанда уның ҙурлығы һәм күркәмлеге төп критерийҙар булып тора: ағастың дөрөҫ пирамида формаһында булыуы шарт. Сатыр формаһы, ылыҫтың төҫө бер тигеҙ, ҡороған йәки һынған ботаҡтары булмаҫҡа, бынан тыш ул йөҙ йыллыҡ булырға тейеш. Шыршыны Собор майҙанында совет ретроһы стилендә биҙәйҙәр. Унда төрлө йәнлектәр, шарҙар, тубырсыҡтар, боҙбармаҡтар, космонавтар, муйынсаҡтар рәүешендәге ҙур уйынсыҡтар эленә. Собор майҙанында шыршы иҫке Яңы йылға тиклем тора. Кремлдә Яңы йыл шыршыһын йыш ҡына Президент шыршыһы тип атайҙар, сөнки уны ойоштороусыларҙың береһе — Рәсәй Федерацияһы Президентының Эштәр идаралығы. Рәсәй башлығы менән осрашыу мөмкинлеге балалар өсөн үҙенә күрә Яңы йылдың бер мөғжизәһе булып һанала.[6]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Главархив Москвы рассказывает о первой Кремлёвскоё ёлке. Главархив Москвы ГБУ "Мосархив" (30 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 Адоньева С.Б., 52-се б.
- ↑ Адоньева С.Б., 42-52-се б.б.
- ↑ Александр Шаталов. Ёлка-царь. Комерсантъ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2023.
- ↑ Дуечкина Е.В., гл.Реаблитация ёлки
- ↑ 1 2 Сергей Девятин. История новогодней ёлки в России (русский) // приложение к еженедельнику «Российские вести». — 2019. — Апрель.
Әҙәбиәт
- Адоньева С. Б. Категория настоящего времени. — Санкт-Петербург: СПб:Петербургское востковедение, 2001. — 176 с. — ISBN 5-85803-194-4.
- Сергей Девятин. История новогодней ёлки в России (русский) // приложение к еженедельнику «Российские вести». — 2019. — Апрель.
- Душечкина Е.В. Русская ёлка:История, мифология, литература. — Москва: Новое литературное обозрение, 2023. — ISBN 978-5-44-481919-7.