Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы

Хәзиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы (рус. Хазиахметов Рашит Мухаметович; 31 октябрь 1949 йыл) — эколог-ғалим. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2011).

Биографияһы

Рәшит Мөхәмәт улы Хәзиәхмәтов 1949 йылдың 31 октябрендә хәҙерге Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы 1986 йылда рәсми бөтөрөлгән Берёзовый Лог ҡасабаһында тыуған[1].

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1984 йылдан Биология институтында хеҙмәт юлын башлай.

1993 йылдан Биология институтының өлкән фәнни хеҙмәткәре. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге агроэкология, глобализация һәм глобаль экология проблемаларына бағышланған.

Хәзиәхмәтовтың ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһында агроэкосистема структураһын оптималләштереүҙең экологик нормативтары һ. б. ентекләп эшләнгән.

Тотороҡло үҫеш концепцияһы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге формалашыуына өлөш индергән.

160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Шул иҫәптән:

Экологическая оценка состояния почвы урбанизированных систем на примере города Ишимбай. Журнал Общая биология.
К вопросу о состоянии природных ресурсов и окружающей среды Ишимбайского муниципального района Республики Башкортостан на 2011–2016 г. журнал «Молодой ученый»
• Экологический императив сельского хозяйства Республики Башкортостан. Уфа, 1999 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр