Вәлиев Сәғит Сабит улы
Сәғит Сабит улы Вәлиев (рус. Валеев Сагит Сабитович; 1957 йылдың 31 октябре, Өфө) — ғалим-инженер-электромеханик, 1980 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан — информатика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007).
Биографияһы
Сәғит Сабит улы Вәлиев 1957 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 1980 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй башлай (2009 йылдан алып информатика кафедраһы мөдире)[1].
2005 йылда «Проектирование интеллектуальных систем управления динамическими объектами на основе принципа минимальной сложности: На примере авиационных двигателей» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡланы[2].
Вәлиев Сәғит Сабит улының фәнни эшмәкәрлеге идара итеүҙең интеллектуаль системаларын эшләүгә арналған. Сәғит Сабит улы ҡатнашлығында ҡатмарлы техник объекттар менән идара итеү ысулдары һәм алгоритмдары уйлап табылған, улар авиация сәнәғәте предприятиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.
Фәнни хеҙмәттәре
- Проблемы проектирования и развития систем автоматического управления и контроля ГТД. М., 1999 (авторҙаш);
- Нейрокомпьютеры в авиации (самолёты). М., 2004 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Знакомство с кафедрой! УГАТУ Кафедра информатики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
- ↑ Диссертация на тему «Проектирование интеллектуальных систем управления динамическими объектами на основе принципа минимальной сложности: На примере авиационных двигателей». Автореферат по специальности ВАК РФ 05.13.01. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Вәлиев Сәғит Сабит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.