Ахман

Ахман (рус. Ахманово) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Ахман ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 476 кеше[2][3]. Почта индексы — 452658, ОКАТО коды — 80207804001.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 69 км

Ахман ауылы Сөн ҡушылдығы Иҙәш йылғаһы буйында, район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышта 7 километрҙа һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 69 километрҙа урынлашҡан.

2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, сыуаштар, керәшендәр йәшәй.

Урта мәктәп, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапханаһы бар[4].

Тарихы

Ахман ауылына XIX быуат башында Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалынған.

1834 йылда бында дәүләт крәҫтиәндәре, биләмә крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары, типтәрҙәре.

1865 йылда 77 хужалыҡта 580 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. 3 һыу тирмәне булған.

1906 йылда сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, икмәк запасын һаҡлауға хеҙмәт иткән мөгәзәй булған[4].

Ахман ауылында күренекле шәхес, яҙыусы-драматург Нәжиб Асанбаев тыуып үҫкән[5]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1906 йыл 1010
1920 йыл 26 август 1233
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 913
1959 йыл 15 ғинуар 752
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 512
2002 йыл 9 октябрь 525
2010 йыл 14 октябрь 476 235 241 49,4 50,6

Урамдары

Урам исемдәре[6]:

  • башҡ. Үҙәк (урам) — рус.  (улица) Центральная
  • башҡ. Йылға аръяғы (урамы) — рус.  (улица) Заречная

Билдәле шәхестәре

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ахман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 1 2 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  5. [1]
  6. «Спутник. Мой дом» сайты 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. (рус.)
  7. Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә