Яңы Һаҫыҡкүл

Яңы Һаҫыҡкүл (рус. Новосасыкуль) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Ҡуштирәк ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 129 кеше[2]. Почта индексы — 452663, ОКАТО коды — 80207831004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 129 61 68 47,3 52,7

Ҡыҫҡаса тарихы

Ауыл 1920 йылда барлыҡҡа килгән. Уға Һаҫыҡкүл исемле ауылдары яңы төҙөлгән Татар АССР-ы составына ҡалғандан һуң яңы урынға күсеп килеүселәр нигеҙ һалған.

1932 йылда ауылда «Биш ҡайын» колхозы ойошторола. Уның тәүге рәйестәре — С. Салауатов, М. Хөснөтдинов.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 43 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡуштирәк): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 88 км

Арҙаҡлы шәхестәр

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Тема буйынса өҫтәмә